“Был ҡолағы ишетмәгән, теле һөйләшмәгән “немтуй” түгелме икән?” – тигән хафаға төштө Ғәләү. – Берәй төрлө ауаз сығарһа ла күңеле тынысланыр ине исмаһам. Юҡ инде, юҡ бер ниндәй ҙә өнө лә хатта. Өҫтәүенә, тауыҡтары ла һаман йомортҡа һалмай...”
Уҙамандың борсолоуҙары урынһыҙ булды. Тағы ла аҙна – ун көн тигәндә тауыҡтар берәм-һәрәм йомортҡа һала, ә әтәс ниндәйҙер тауыштар сығара башланы! Ки– ки-күк! – булды тәүге өндәре уның. Ләкин уҙаманды был ғына тынысландырманы. Сөнки “немтуй” аҙна – ун көн генә һуҙманы был туҙға яҙмаған көйөн. Инде ай үтеп бара, ә ул һаман да “ки-ки-күк” тә “ки-ки-күк”...
Әтәс тауыштары сыҡҡан кеүек сыға сығыуын, ләкин һуҙып ҡына “Ки-ки-ре-кү-ү-ү-ү-к” тип зыңлата алмай. Эйәрмәҫме икән был тип, бер-ике көн эргәһенә баҫып, уҙаман, әтәс моңоноң бөтә нескәлектәренә тап килтереп, икешәр-өсәр сәғәт буйы янында йырлап та ҡараны. Ләкин тегеһе әллә Ғәләүҙең тауышы оҡшаманы, әллә тоны тура килмәне – эйәрмәне уға.
– Миңә ҡушылырға теләмәй, бәлки музыкаль ҡоралға эйәрер, – тигән фекергә килде лә өйҙән баянын һөйрәп сығарҙы. Тысҡылдата ғына тегене:”до-ми-соль-до-о-о-о-о”, “до-ми-соль-до-о-о-о”... Тауыҡтар, пырылдап, ҡайһыһы-ҡайҙа ниндәй тишек тапты – шунда сумдылар ҙа кемуҙарҙан йән-фарманға ҡытҡылдай башланылар.
– И-и-и, – тип Ғәләү баян төймәләренә баҫты. – До-ми-соль-до-о-о-о...
Тәүҙә аптыраған булды әтәс. Унан ауыҙ эсенән ниҙер мығырҙаны. Ә Ғәләү һаман бер үк төймәләрҙе баҫыуын дауам итте. Әтәс инде иғтибарлыраҡ була барҙы. Хатта баян ҡосаҡлаған Ғәләү янына яҡыныраҡ уҡ килеп баҫты. Яй ғына тауыш юғарылығына көйләнеп, бер заман “ки-ки-ре-кү-ү-ү-ү-к” тип бар донъяны зыңлатмаһынмы... Ғәләүҙең түбәһе күккә тейҙе, төймәләргә өҙөп тә, һуҙып та тағы дәртләнеберәк баҫты, басын да ҡушып ебәрҙе. Әтәс тә үҙ моңонан бик ҡәнәғәт: ҡанаттарын ҡаға-ҡаға бер-бер артлы “кикирекүген” һуҙҙы ла һуҙҙы. Уға ҡасабаның барлы-юҡлы тағы бер-нисә әтәсе лә ҡушылды.
Музыка дәресе иҫ киткес ҙур уңыш менән тамамланды. Тырышҡан – тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр, был йоҙроҡ ҙурлыҡ әтәскә баш була алмаймы ни Ғәләү, – хужа ла үҙе менән ҡаты ғына ғорурланып ҡуйҙы.
Хәҙер көн дә иртән әтәстең моңло тауышы күңелдәргә һары май булып яғыла. Ә моңло тауыш хужаһына оторо дәрт, ҡеүәт өҫтәлде. Хәҙер ул иртән, Гастелло ише таранға барамы ни, кетәктә ултырған еренән шундуҡ бер-нисә тауыҡ өҫтөнә менеп төшә. Тауыҡтарҙың әтәскә ҡараштары үҙгәрҙе, кәйефтәре шәп. Йомортҡа һалыу эшендәге производство күрһәткестәре көндән-көн үҫте. Әтәстең абруйы бермә-бер артты. Әллә үтә маҡталыуҙан күҙекте был шайтан алғыры – Ғәләү әтәсе, суҡышын күтәреп, холоҡһоҙлана башланы.
...Бер көндө ҡунаҡҡа ҡайтҡан ейәнсәре, тауыҡтарҙы ҡарайым тип ҡураға сыҡһа, ни ғәләмәт, теге яңы ғына йүнле-рәтле әтәс тауыштары сығарырға өйрәнгән нәмәҫтәкәй ҡыҙыҡайҙы соҡорға осоп-ҡуна. Бәләкәс, йөҙөн ҡаплаған да, бер ни эшләй алмай ҡатҡан да ҡалған. Ғүмерҙә ҡыланмағанын ҡылана бит ә, муйыны аҫтына килгер, мәлғүн. Йән-фарман ҡураға килеп инде булды Ғәләү, муйынынан эләктереп, болғай-болғай һелтәне әтәсте бер яҡҡа. Ләкин ул бының менән генә сикләнеп ҡалманы – ҡыҙыл кикректе әрләүен дауам итте:
– Ах һин – ҡара йөрәк. Нисек баҙнат иттең ейәнсәремә – ташланырға, яһил. Тауыҡтарыңды ҡыҙғандыңмы ни!?. Бел, ул һинең тауыҡтарыңа тейергә йыйынмай ҙа... Оҙаҡ, бик оҙаҡ “тәрбиләне” Ғәләү әтәсен. Һуғыш суҡмары, бер өн дә сығармай, башын баҫып, мөйөшкә текәлеп тик торҙо. Ғәйебен аңланы булһа кәрәк...
Ләкин тәрән хаталанған булып сыҡты Ғәләү. Икенсе көндө ем һалам тип кетәклеккә барып инһә, уның үҙенә ташланды яуыз. Был хәл икенсе, өсөнсө көндө лә ҡабатланды. Ыҡҡа килерҙәй булмағас, түҙмәне Ғәләү – әтәстең башын түмәргә һалды.
...Бирер Хоҙай ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр, күрәһең. Әмәлгә ҡалғандай, көндәрҙән бер көндө Ғәләүгә ауылда йәшәгән дуҫына юл төштө. Ихаталарына барып инһә, йорт тулы тауыҡ быларҙың. Әтәстәре генә биш-алты ыштук.
Ғәләү дуҫына үҙенең “әтәс мажараһын” һөйләп бирҙе.
– Нимә, брат, тауыҡтарың хәҙер әтәсһеҙ ҡалдымы ни?
– Әлегә шулайыраҡ...
Дуҫы Ғәләүгә һүҙен дауам итергә бирмәне:
– Ярамай, брат, тауыҡтарҙы әтәсһеҙ ҡалдырырға – күрәләтә етем итмә, – ти. – Ана алты әтәстең тот любойын, һыйлайым береһен үҙеңә.
Тауыҡ тотмаған кешеме ни Ғәләү. Яй ғына ҡоштар янына яҡынлашты. Һикерҙе береһенең өҫтөнә. Тотто. Төҫкә лә нисауа. Ҡаурыйҙары ҡуйы ҡыҙыл, һарыраҡ буй-буй һыҙаттары ла бар. Ҡалған ерҙәрен бик тикшереп торманы уҙаман. Ысҡынып китмәһен тип, тиҙерәк тоҡҡа тығыу яғын ҡараны.
Ҡайтып, тоҡтоң ауыҙын астылар. Тос ҡына әтәстең мул ғына кикрекле башы күренде. Тик ни ғәләмәт: мул кикрек һул яҡҡа һәленеп төшкән дә шул яҡ күҙҙе ҡаплаған. Әллә тоҡ эсендә имгәткән, әллә паруты шундай – белмәҫһең. Төпсөнөп, әтәс хужаһын борсоп торманылар. Яҙғаны шулдыр инде, тинеләр ҙә ҡуйҙылар. Иң мөһиме тауыҡтарҙы ҡараһа – шул еткән. Ни булһа ла булыр – ебәрҙеләр тегене тауыҡтар янына. Тауыҡтар пыр туҙып бер яҡҡа өйөлдө, әтәс, меҫкен, күҙе күргән яҡҡа боҫто.
Бәхеткә, бындай күренеш итһә, ике-өс көн дауам иткәндер – тауыҡтар күнектеләр яңы әтәскә, хатта эҫенделәр тиергә була. Ни тиһәң дә, әтәс – әтәс инде ул – көслө заттан. Ана кешеләрҙә лә яңғыҙ бисәләр: “Иҫерек булһа ла, ирең булһын, – тип тик-тәккә тәҡрарламайҙар. Ғәләүҙеке лә йәмһеҙерәк, ҡартыраҡ булһа ла – әтәс! Иң мөһиме – тауыҡтар ситкә типмәй үҙен – шул еткән. Ә һалбыр кикреккә Ғәләүҙәрҙә нығыраҡ оҡшаны. Элекке хужаһындағы кеүек ялан ҙурлыҡ ихатала аҡ күбеккә батып тауыҡ ҡыуыу юҡ хәҙер – бында бәләкәй генә ҡурала бөтә тауыҡтар ҙа эргәңдә. Саҡ ҡына ынтыл – тауыҡ һинеке. Эйе, был йәһәттән алтын йүгертелгән ҡыҙыл әтәстең эштәре ал да гөл. Әммә ҡураның бәләкәйлеге, әтәстең ауырлығы уға ярайһы уҡ ҙур ҡыйынлыҡтар ҙа тыуҙырҙы.
Кетәктән төшә алмай этләнде ул, бахыр. Физика законы буйынса, осоп төшкәндә уның тиҙлеге генә шәбәймәй, хәрәкәт инерцияһы ла оҙоная. Тимәк, төшөү траекторияһы ла оҙоная. Шунлыҡтан ҡартлас, ваҡытында туҡтай алмай, инерция менән “ба-бах” стенаға килеп бәрелә. Эйе, ишек арауығына тура килтереберәк йүнәлеш алғанда осош траекторияһын оҙонайтып, “йомшаҡ посадкы” эшләү мөмкинселеге бар барлыҡҡа. Әммә бының өсөн, әлеге лә баяғы, һул күҙен ҡаплаған ялбыр кикрек ҡамсаулай.
Ауыртыныуҙан, һыҙланыуҙарҙан тамам йонсоно бахыр әтәс. Өҫтәүенә, йәше лә апаруҡ ҡына булған, ахыры. Ә ҡартлыҡ, билдәле, шатлыҡ түгел. Ҡыҫҡаһы, тауыҡтар ҡайғыһы китте унан. Улары ла уның тирәләй уралманы. Шулай итеп, ике ҡыш сыҡҡансы эшлектән сыҡты ҡыҙыл әтәс...
Бөгөн Ғәләүҙең тауыҡтарын зифа буйлы, оҙон аяҡлы, туп-тура кикрекле, аҡлы-ҡыҙыллы йылтырап торған ҡаурыйлы, ыҫпай ҡойроҡло йәп-йәш әтәс ҡарай. Торғаны менән кәртинкә инде!!! Тауыҡтар йәш әтәс өсөн өҙөлөп тора – өф итеп кенә тоталар үҙен. Шул-шул көслө заттың ҡәҙерен белеү лазым. Быны тауыҡтар ғына түгел, беҙҙең һылыу заттар ҙа ҡолағына киртһен ине...
Мөхәммәт ҒИМАЛОВ.