-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
5 Август , 09:00

Исем

Венер ИСХАҠОВ (Юмористик хикәйә) – Миңә исем кәрәк!– Миңә орден!– Миңә грамота!– Ни эшләп уныҡы бар ҙа, минеке булмаҫҡа тейеш?!– Выше пойду!– Юғарылағы ағайыма барам!– Фәлән апайымдың бер шылтыратыуы етә!Әҙәм балаһына атай-әсәй, мулла ҡушҡан исем генә етмәй икән ул. Етмәй генә түгел, аҙ. Был исемде генә йөрөтөү оят хатта. Шуға ла гәзиттә бер-ике тапҡыр исеме күренеп ҡалған, радио-телевидениела сала-сарпы йыры ишетелгән шәхестәрҙең үҙҙәренең хеҙмәтенә лайыҡлы бүләк даулауы һис тә ғәйеп эш түгел. Миҙалдар, ҡатлы-ҡатлы исемдәр, ордендар, почет грамоталары бик тә мөһим. Әллә нимәләр ҡыйратып та, шундай исемдәрең, бүләктәрең булмаһа, һин иҫәпкә бар, һанға юҡ тигән һүҙ. 

Исем
Исем

Үҙегеҙ ҙә шаһит булғанығыҙ барҙыр, төрлө сараларҙа ла иң тәүҙә мулла ҡушҡан түгел, ә теге исемдәреңде теҙеп әйтәләр. Халыҡ, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, фәлән премия лауреаты, төгән орден кавалеры, район гражданы... Ахырҙа иң һуңынан ғына исем-шәрифеңә сират етә.
Исемдәрең, ордендарың юҡ икән, яҡташтарың төрлө байрамдарға саҡырмаҫ, данлыҡлы кешеләр китабына исемеңде яҙып ҡуймаясаҡтар. Хатта юбилейыңды указлап үткәрмәҫтәр. Элек бер табаҡтан ашап эскән дуҫтарың да ситләшә башлар... Улай ғына ла түгел, юбилейҙарына саҡырырға ла тартынырҙар... Хатта бер ханым вафат булғас, ире эргәһенә ерләргә рөхсәт бирмәгәндәр. Тейешле урында яуапты ҡыҫҡа тотҡандар:
– Бер нәмәһе лә юҡ, весы тартмай...
Тап шуға ла, һин ижад кешеһе икәнһең, иң тәүҙә исем, миҙал, орден өсөн атакаға ташланғандай ташланырға тейешһең.
Ижадсылар ойошмаһының сираттағы ултырышында ла исем, ордендар биреү тураһында етди һөйләшеү барҙы. Төрлө мәсьәләләр хаҡында һөйләшеп бөткәс, рәйес бөтәбеҙгә ҡарап:
– Һеҙҙең ниндәй тәҡдимдәрегеҙ булыр? – тине.
Шуны ғына көткәндәй, бөйөк булып күренергә теләпмелер инде, һуңғы йылдарҙа алас-йолас һаҡал-мыйыҡ үҫтереп ебәргән Әмир Хәлисович телгә килде.
– Ҡәҙерле дуҫтарым, – тине ул, бөтәбеҙгә ҡарап. – Ни эшләптер һуңғы ваҡыттарҙа үҙебеҙҙең арҙаҡлы, сәнғәтебеҙҙең арҡа һөйәге булырҙай шәхестәребеҙгә иғтибар етешмәй башланы. Беҙгә өлкәндәрҙе хөрмәт итергә өйрәнергә ваҡыт. Мәҫәлән, киләһе йыл күренекле композиторыбыҙ Нурғәле Сибәғәтовҡа 85 йәш тула. Шуға ла уның юбилейын быйыл уҡ үткәреүҙе хәстәрләргә кәрәк тип уйлайым.
– Беҙҙең арала ундай композитор ҙа бармы ни? – тип бер-береһенә ҡарашты ултырышта ҡатнашыусылар.
– Ни эшләп булмаһын?! – тине рәйес. – Уның бер шәп йыры ла бар.
– Әлләсе, бер ҙә ишеткәнем юҡ, – тине 30 йыл буйына һәр миҙгелдә лә “Дед мороз менән бергә Снегурочка идет” тип йырлап йөрөп, былтыр халыҡ артисы исемен алған йырсы.
– Ишеткәнегеҙ юҡ икән, уға автор ғәйепле түгел. Уға һеҙ үҙегеҙ ғәйепле. Тимәк, хәтерегеҙ тишек, беҙҙең халыҡтың мәҙәни кимәле шул сама ғына. Хатта был хаҡта оялмай ауыҙ асып ултырыуығыҙҙы әйтәйем. – Әмир Хәлисович теле сығыусыға күҙлеге аша һөҙөп ҡараны.
– Дөрөҫ әйтә Әмир Хәлисович, – тип урынынан һикереп үк торҙо ризаһыҙлығы йөҙөнә сыҡҡан рәйес. – Исмаһам, үҙебеҙҙең наҙанлыҡты күрһәтеп ултырмайыҡ. – Белмәйҙәр, имеш.
Башҡаларҙың шыр томана булып күренгеһе килмәне, ахырыһы, бүтәнсә ҡаршы һүҙ әйтеүсе булманы. Бер тауыштан ҡул күтәрҙек. Шулай ҙа Өфөгә терәлеп ятҡан тыуған ауылында ҡасан һуңғы тапҡыр булғанын онотҡан, әммә ишек алдын баҫҡан кесерткән, әрем тураһында һағынып йыр яҙып, бөтә ерҙә лә шуның тарихын һөйләп, үлемһеҙ әҫәр тип күкрәк һуғып, үҙе үк мөңрәп йөрөгән бөйөк сәнғәт әһеленең хәтере тутыҡмаған икән.
– Йәмәғәт, уға бит киләһе йыл ғына 85 тула, – тине ул ғәжәпләнеп.
– Ваҡыты еткәс тулыр әле, – тип дорфа яуапланы Әмир Хәлисович.
– Иртәрәк түгелме тип әйтергә теләүем. Беҙҙең халыҡта, тыуған көндө алдан үткәрергә ярамай, тип әйтәләр.
– Бер ҙә иртә түгел! – Йыйылышты алып барыусы рәйесебеҙ ҡырт киҫте. – Бәлки, ул көнгә тиклем йәшәй ҙә алмаҫ. Әллә бар, әллә юҡ ғүмере. Шуға быйыл уҡ билдәләп үтергә кәрәк. Бүләктәр ҙә эсен тишмәҫ. Банкеты ла булыр әле. Моғайын, беҙҙе саҡырмай ҡалмаҫ. Улай тар күңелле булмайыҡ.
Нимәнелер хәтеренә төшөрөп, уға тағы Әмир Хәлисович ҡушылды.
– Иртә, тип әйтәһең, – тип тишә яҙып ҡараны ул кесерткәнде данлаусыға, – һинең бына 50 йәш тулыуға ике йыл үтеп китһә лә, шыш та юҡ, быш та юҡ. Икенсенән, һин үҙеңде ысын йырсы тип уйлайһыңмы? Ниндәйҙер гыптыу ғына бөткәнһең бит.
– Юбилей хөрмәтенә берәй юғары исем дә юлларға кәрәк, – тине етәксе. – Оят бит, әлегә тиклем халыҡ исеме лә юҡ. Йәше бара бит. Кешенең үлгәнен көтөп ултырайыҡмы? Аҙаҡ гонаһын ҡайҙа ҡуяһың? Берәй урамға уның исемен биреүҙе лә талап итергә кәрәк. Йыры юҡ тип кенә кешене рәнйетергә юл ҡуймайыҡ. Беҙҙә һәр талант үҙ баһаһын алырға тейеш. Ижад кешеһе исемһеҙ йөрөргә тейеш түгел.
– Риза булһаҡ та, булмаһаҡ та, бер ни ҡыла алмайбыҙ, – тип өҫтәне йәнә етәксе. – Үҙегеҙ беләһегеҙ, уның улы ҙур урында ултыра. Кире булһаҡ, үҙебеҙ был урындан сығып осҡаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалырбыҙ.
Башҡаса мөңкөлдәгән кеше булманы. Киреһенсә, әле генә киреһен һөйләп ултырған кесерткән йырының авторының күҙҙәре бәзләп китте.
– Шулай шул, шулай! Шундай талант күптән баһаланырға тейеш. Ә беҙ оялмайынса, ишшеү уның хаҡында соҡсоноп, бәхәсләшеп ултырабыҙ. Икенсе йылға тиклем әллә йәшәй, әллә юҡ. Үлеп китһә лә, намыҫыбыҙ таҙа булыр, гонаһынан баш-аяҡ. Беҙ бер тауыштан риза!
Бер аҙ тауыш тынғас, Әмир Хәлисович тағы һүҙ башланы.
– Коллегалар, – тине ул, бөтәбеҙҙең күҙенә тура ҡарап. – Йәштәр араһында абруйлы премияға тәҡдим итеү башланды. Элекке йыл да, былтыр ҙа был премияны берәү ҙә алманы. Был беҙҙең ойошманы һис биҙәмәй... биҙәмәй... Оят бит! Шуға ла әйҙәгеҙ йәштәребеҙҙе ошо мәртәбәле премияға тәҡдим итәйек. Мин, мәҫәлән, үҙем йәш композитор Оксана Мөхәмәтованы күрһәтергә теләйем. Үҙегеҙ беләһегеҙ, был премияға 35 йәшкә тиклемге ижадсыларҙы ҡабул итәләр. Ә Оксананың йәше үтеп бара.
– Бәй, уның бер яҙған йыры ла юҡ түгелме ни?
– Бәлки, юҡтыр ҙа, был уның ғәйебе түгел. Кеше әллә нисә йыл буйы композиторға уҡыған, ваҡытын сарыф иткән. Бәлки, уның донъяны шаулатырҙай бөйөк әҫәре үҙ сиратын көтөп яталыр. Йыр яҙыу менән генә түгел шул, уны йырлаусыһы ла кәрәк. Бәлки, уның йырҙарына тәүәккәллек итеп тотонорҙай йүнле генә йырсылар юҡтыр. Йыры юҡ, имеш. Хәҙер шулай тип һылтаулап ҡына премияға тәҡдим итмәйекме ни? – Әмир Хәлисович тирә-яҡтағыларға ҡараны.
– Мин һеҙҙең менән тулыһынса килешәм, – тине Ҡыш бабайҙы саҡырған талант әһеле.
– Ни эшләп йыры булмаһын?! Мин уның ҡасандыр әсәйемдең шәле тигән йырын ишеттем шикелле ул, – тине баяғы кесерткән йырының авторы.
– Ул йыр Рим Хәсәновтыҡына оҡшап тора, – тине кемдер.
Теге “Ҡыш бабай” был һүҙгә һикереп үк торҙо.
– Һеҙ, ағай, ниңә улай тип йәш кешенең дәртен төшөрәһегеҙ?! Бөтә кешенең дә фекере бер булмай. Бына һеҙҙең йырҙарығыҙ ҙа бөтә кешегә лә оҡшай тип әйтә алмайым.
Уны эргәһендә ултырған өлкән сәнғәт әһеле йөпләне.
– Бәлки, дәртләнеп китеп, яңы йырҙар яҙҙыра башлар. Ипотекаһы ла бар, исмаһам, бер ярҙам булыр. Ә йырын яҙыр әле. Таш аҡтарыу түгел. Был ҡыҙҙың перспективаһы бар, перспективаһы...
– Әле уның йәш балаһы ла бар. Йыр уйлап ултырырға ваҡыты ла юҡтыр. Был ҡыҙҙа өмөт сатҡыһы бар. Уға тиҙҙән 35 кенә тула. Алда әле күпме ғүмере бар. Әллә ниндәй йырҙар, опералар ижад итер, концерттар ҡуйыр. Улай тарһынмайыҡ. – Быларын рәйес һеңдерә әйтте.
Шулай итеп, Оксана Мөхәмәтова ла бер тауыштан премияға тәҡдим ителде.
Бер аҙҙан Әмир Хәлисович алдындағы ҡағыҙҙарын тегеләй әйләндереп, былай әйләндереп телгә килде.
– Иптәштәр, – тине ул, – беҙҙең сафтар һирәгәйә бара. Үҙебеҙгә алмаш булырҙай ағзалар ҡабул итеү кәрәк. Күптән түгел генә беҙгә Мөх-әмм-әду-смон исемле бер иптәш үҙенең ғаризаһын килтерҙе. – Исемде тотлоға-тотлоға әйтте ул.
– Кем тиһегеҙ?
– Мөхәммәдусмон. – Был юлы ла ул фамилияны көскә уҡып сыҡты.
– Ул кем була? Берәй сит ил кешеһеме әллә?
– Ҡайҙан икәнлеген әйтә алмайым, әммә уның серегән бай икәнлеген яҡшы беләм, ҙур баҙар хужаһы.
– Булһа ни!
– Бында уның ни ҡыҫылышы бар?!
– Ижадсы түгел!
– Улай тип әйтмәйек әле, – тип телгә килде етәксе. – Бөгөнгө көндә йыр яҙып ҡына тамаҡ аҫрап булмай.
– Шунан?
– Шунан тип ни, уны үҙебеҙҙең ойошмаға ағза итеп алыуҙы тәҡдим итәм. Үҙенең ғаризаһы бар.
– Беҙгә союзға алыу өсөн махсус белем дә кәрәк бит әле, – тине кесерткән йырсыһы.
– Шундайын кешегә ташлама яһау кәрәктер тип уйлайым. Үҙегеҙ беләһегеҙ, эшҡыуар, аҡсалы кеше. Беҙгә шундай кешеләр бик-бик кәрәк. Бөгөндән шунса һум бирергә әҙер. – Әмир Хәлисович билдәле сумманы әйткәс, бөтәһенең дә күҙе туҫтаҡ кеүек булды.
– Уға нисә йәш һуң? – тип һораны берәү.
– 70 тула тиҙҙән. Әле әллә ни ҡарт түгел, перспективаһы бар. Бер ҡараһаң, уның йыр яҙыу-яҙмауы мөһим дә түгел. Иң мөһиме, кеҫәһе ҡалын. Кәрәк ваҡытта ярҙам итеп торасаҡ. Үлем, юбилей-фәлән булһа ла, аҡса эҙләп эт булабыҙ. Беребеҙ ҙә кеҫәһенән сығарырға теләмәй. Ул несчастный взносты ла түләргә аҡса йәлләйбеҙ. Быны, исмаһам, ойошмаға алһаҡ, нужа белмәҫбеҙ. – Етәксе, дөрөҫ әйтәм бит тигәндәй, һынамсыл ҡараны.
Уға ҡаршы һүҙ әйтеүсе булманы. Шулай итеп, Мөхәммәдусмон әфәндене лә бер һүҙһеҙ ойошмаға ағза итеп алырға килешелде.
...Ваҡыт үтә торҙо. Ҙур ғына байрам алдынан бәхетлеләрҙе хан һарайындай мең төҫтәрҙә балҡып торған залға лайыҡлы бүләкләү тантанаһына йыйҙылар. Улар араһында Нурғәле Сибәғәтов, Оксана Мөхәмәтова, Мөхәммәдусмон әфәнде лә бар ине. Ижад кешеһе, уның фиҙакәр хеҙмәте баһаланырға тейеш бит...

Автор:
Читайте нас: