-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
25 Август , 10:00

Булдыҡһыҙ сатирик

(Юмореска) Пенсияға сыҡҡас, Мөхәррәм, үҙенә урын таба алмай, бай­таҡ ваҡыт үрһәләнеп йөрөнө. Дө­рө­ҫөн әйткәндә, китергә бер ҙә уйы юҡ ине, күп йылдар бер урын­да ултырып, мүкләнеп бөт­кәй­не инде. Йәштәргә юл бирергә кәрәк тип, ай-вайына ҡарамай, тәки ебәрҙеләр. Минең йәштәр­ҙән ҡайһы ерем кәм, сирләп боль­ничныйҙа йө­рөгәнем юҡ тиерлек, типһәм, тимер өҙөрлөк, әйҙә, кө­рәшеп ҡарайыҡ, ти­гән һүҙҙәренә көлөмһөрәп кенә

Булдыҡһыҙ сатирик
Булдыҡһыҙ сатирик

Телевизор ҡарап тамам ялҡҡас, әҙе­рәк китап уҡырға уйлағайны, өйҙә китап әҫәре юҡ имеш. Китапханаға барып яҙылды, унда эшләүселәрҙең кәңәше буйынса бер нисә китап алып ҡайтты, уҡый башлағас, үҙенә бер ғә­жәп асыш яһаны. Тормошта ниндәй хәл-ваҡиғалар булған, шул турала яҙы­­ла икән китаптарҙа. Беренсе ки­тап­тың яртыһына етер-етмәҫтән, бы­лай итеп мин дә яҙа алам тигән уй йүгереп үтте башынан. Көндән-көн көсәйә торғас, был уй Мөхәррәмдең булмышы тамам яулап алды һәм ул, яҙыусы булырға кәрәк, тигән фекергә килде. Ошо китаптың авторы кеүек, сатирик хикәйәләр яҙып, барыһының да тетмәкәйен тетер, уның асыуын килтергән кешеләр быуа быуырлыҡ. Иң беренсе эштән китергә мәж­бүр иткән директорҙың туҙанын ҡаҡ­ҡылап алырға кәрәк, бәлки, үҙен дә эштән ҡыуырҙар.
...Бер ултырыуҙа яҙып бөтөргән хи­кәйәһен алды ла, редакцияға китте. Йәш кенә баш мөхәррир уны бик һәй­бәт ҡаршы алды, хәл-әхүәл һорашты, сәй менән һыйланы, хикәйәһен шун­да уҡ уҡып сыҡты.
– Йомшағыраҡ килеп сыҡҡан, ағай, – тине ул, нисек тә үпкәләтмәҫкә тырышып. – Хикәйә яҙыуҙың үҙенең ҡа­нундары бар, һеҙгә күберәк уҡырға, бүтән яҙыусыларҙың ижады менән танышырға тәҡдим итәм. – Һәм ул бер нисә авторҙың исемен әйтеп һалды, Мөхәррәм уларҙы беренсе тапҡыр ишетә ине.
– Артабан бында килеп йөрөмә­һә­геҙ ҙә була, беҙҙең электрон адрес бар, мин үҙем дә социаль селтәрҙә, – тип, редактор бер нисә визитка бирҙе. Мөхәррәм, эштән бушатылыуының төп сәбәбе компьютерҙә эшләй белмәүе һәм өйрәнергә лә теләмәүе икәнен әйтеп тормай, сығып китте. Уңманым был малайҙан тип һарыуы ҡайнап китеп барғанда, коридорҙа үҙе кеүек оло кешене осратты. Был ағай былай ғына йөрөмәйҙер, яҙыусы түгел микән тип, ҡайҙа атлағанын ҡарап торҙо ла, артынан уҡ барып та керҙе. Ысынлап та, яҙыусы, өҫтәүенә, сатирик икән. Бик ихлас һөйләште, Мөхәррәмдең теләген хуплап ҡаршы алды, яңы ғына сыҡҡан китабын бүләк итте. Ошоларға оҡшатып яҙһаң, һис шикһеҙ ҡабул итерҙәр, мин дә әйтеп ҡуйырмын, тип һөйөндөрҙө.
...Өйгә ҡайтҡас та, Мөхәррәм китап­ҡа тотондо. Беренсе юморесканы уҡы­ғас та, үҙендә ижад хисе ҡайнауын тойҙо. Ришүәт. Был теманы унан да һәйбәтерәк кем белә? Үҙ ғүмерендә ул күпме ришүәт алды һәм бирҙе, һөй­ләп бөтөрөрлөк түгел, шул бит ин­де хәҙерге тормоштоң тәгәрмәс­тәрен майлаусы.
Ултыра торғас, арыу ғына яҙып таш­лаған. Уҡып ҡарағайны, яҙғаны үҙе өҫтөнән донос һымаҡ булған. Бының өсөн баштан һыйпамаҫтар тип, йыртып ташланы ла, яңынан яҙырға тотондо. Быныһы нәҡ әле китаптан уҡы­­ған хикәйәнең күсермәһе килеп сыҡты. Аптырағас, был теманы ташлап, икенсе хикәйәгә тотондо.
Икенсе хикәйә алдаҡсылар тура­һын­да ине. Кемде генә алдаманы Мө­хәррәм эштә лә, өйҙә лә, ялда ла, көн­дөҙ ҙә, төндә лә. Шәп тема тип уйлап ҡуйғайны, улай булмай сыҡты. Ул бит үҙе, нисә йылдар буйы алдатып йөрөй торғас, беренсе кәләшенән ҡолаҡ ҡаҡты, алимент түләмәй ҡасып йөрөп, судҡа бирелеп, саҡ төрмәгә эләкмәне. Әлеге лә баяғы, ришүәт тә алдаҡһыҙ булмай. Шулай итеп, был теманы ла ташларға тура килде.
Мөхәррәмдең бөтә китапты уҡып сығырға түҙемлеге етмәне. Ниндәй теманы алып ҡараһа ла, үҙ башына бәлә алыу менән бер. Яҙмаларын йыйып алды ла, китап бүләк иткән яҙыусы янына китте.
– Был темалар миңә килешмәй, икен­се төрлөһө юҡ микән, – тип һора­ны ул, яҙыусы менән иркенләп сәй эскәс. – Һеҙ вис яҙып бөтөргәнһегеҙ, миңә бер тема ла ҡалмаған.
– Улай булғас, бына һеҙгә – тема таба алмай йонсоған сатирик тура­һында яҙығыҙ. Менә ошолайыраҡ итеп... Ул шунда уҡ тиҙ-тиҙ генә сый­маҡ­лап, өс битлек ҡулъяҙманы Мөхәр­рәмгә тотторҙо. Уҡып ҡарағыҙ әле, оҡшар микән. Мин сәй яңырта торам.
Сәй яңыртылды, хикәйә уҡылды.
– Мин бик йүнһеҙ килеп сығам бит әле был хикәйә буйынса, – тип шик белдерҙе Мөхәррәм. – Кеше алдында оят.
– Ә һеҙ төп геройға икенсе исем би­регеҙ, үҙегеҙгә лә псевдоним алы­ғыҙ. Мөхәррәм Сәлимгәрәев бик үк яң­ғырауыҡлы түгел, әҙерәк ҡыҫ­ҡар­тығыҙ. Ҡурҡмағыҙ, гонорары дөрөҫ килер...
Бер аҙҙан журналда матур ғына хикәйә баҫылып сыҡты. Исеме "Бул­дыҡ­һыҙ сатирик" тип атала, төп ге­рой­ҙың исеме Марсель, ә авторы... М. Сә­­лимов ине.

Вәкил ШӘРӘФЕТДИНОВ.

 

Автор:
Читайте нас: