-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
28 Август , 16:15

КӨРӘШ БАШЛАНДЫ Лира ЯҠШЫБАЕВА

Сатирик-хикәйә – Коррупция..., коррупция... Хөкүмәт милкен тәләф итеүселәргә ҡаршы көрәш... Ошондай һүҙҙәр юғарынан йыш яңғырай башлағас, хәҡимиәт башлығы Ҡараҡаевтың тамам йоҡоһо осто. Әгәр тиҙ арала ҡул аҫтында эшләгәндәрҙең берәйһен тотоп хөкүмгә тарттырмаһа, үҙенә бәйләнәсәктәр. Ике ҡатлы өйҙө ниндәй аҡсаға төҙөнөң? “Джип” машинаһын ҡайһылай итеп һатып алдың? Улыңды сит илдә ниндәй аҡсаға уҡытаһың? Һинең эш хаҡың фәләнсә генә, расход приходҡа тап килмәй, фәлән-фәсмәтән.

КӨРӘШ БАШЛАНДЫ Лира ЯҠШЫБАЕВА
КӨРӘШ БАШЛАНДЫ Лира ЯҠШЫБАЕВА
Ҡараҡаев оҙаҡҡа һуҙмай район күләмендә ҙур йыйылыш үткәреп ебәрҙе, ил етәкселәренең күтәргән мәсьәләләрен халыҡҡа еткерҙе. Район коррупцияға ҡаршы берҙәм көрәш юлына баҫырға йөкләмә алды. Хөкүмәт милкен урлаусыны, коррупция менән шөғөлләнеүсене табыу бик еңел эш түгел икән. Төҙөлөш етәксеһе Мыйыҡбаевтың үҙ кеҫәһе менән хөкүмәт кеҫәһен бутауы бөтәһенә күптән көн кеүек асыҡ. Тик уға ҡағылып ҡара, иртәгәһенә эргәһендә йөрөүсе башкиҫәрҙәре елкәңдән тотоп алып цемент иҙмәһенә тығырҙар ҙа, торба итеп, бер ҡыйлыҡҡа бырғатып китерҙәр. Мәңге һөйәгеңде лә таба алмаҫтар. Судья Ҡәләмовҡа ла яҡын барырлыҡ түгел, дуҫ-иштәре күп, барыбер һыуҙан ҡоро сығасаҡ. Дауахананың баш врачына бәйләнер инең, үҙенең ҡатыны балнис юлынан ҡайтмай. Яңыраҡ әсәһе лә дауаханала ятып, бушлай дауаланып сыҡты. Главврачҡа, үҙе хаҡимиәт башлығы көйө, үҙ ҡулы менән итен, балын әллә нисә рәт алып барып бирҙе. Мәктәп директорҙары ла буш йөрөмәй, яйын сығарып әллә шуларҙың береһен һелкетеп алырғамы? Бынау Сәүиә Саттаровнаға ялыуҙар күп.
Бер көнө шулай хөкүмәттең коррупция тураһындағы яңы законын уйлап, эште кемдән тотоп башларға тип баш ватып ултырғанда телефон шалтыраны. Теге оста, әмәлгә ҡалғандай, әлеге лә баяғы яңы иҫләп ултырған мәктәп директоры Сәүиә Саттаровна ине.
– Алло, хөрмәтле Хыял Нахаҡович, беҙ бөгөн мәктәптә хөкүмәт милкенә ҡул һуҙыусы яуыз бурҙы тоттоҡ.
– Кем ул.
– Ашханала посуда йыуыусы Хәмдиә урлашҡан.
– Ни эшләгән.
– Мәктәптән сығып барғанда сумкаһында ике булка икмәк, бер пачка сәй, бер килолай шәкәр табылған.
– Үҙе нимә ти һуң.
– Ғәфү итегеҙ, ти, илай. Ғүмере ҡыланмағанды, шайтан бутаған ти. Балаларым белеп ҡалһа, оятыңдан ер тишегенә инерһең, зинһар, эште ҙурға ебәреп, коллективҡа фаш итмәгеҙ, штраф ҡына һалығыҙ, йә бер айлыҡ эш хаҡымды тотоп ҡалығыҙ, ти.
– Ярар, уйлашырбыҙ, -тине түрә.
Ҡараҡаев уйға ҡалды. Дөрөҫ, башҡалар миллионлап хөкүмәт кеҫәһенә ингәндә, төрлө махинациялар менән дворецтар һалдырғанда Хәмдиә апай алған нәмәләр сүп кенә. Шулай ҙа бурҙар уғрылыҡты энә алыуҙан башлай бит. Әгәр ашханала эшләүселәрҙең һәр береһе берәр булка икмәк алып ҡайта башлаһа, балаларға ашатырға ни ҡалыр. Эйе, бындай эште күрәләтә ябып ҡалдырырға ярамай, барыһы ла белһен, һабаҡ алһын, быны халыҡҡа еткерергә кәрәк, тип уйланы хужа. Миҙалдың икенсе яғы ла бар, бер ыңғайы юғары түрәләр алдында эш тә күрһәтер.
Директор Сәүиә Саттаровна иртәгәһен хакимиәттән, “Мәктәптә йыйылыш үткәрергә, һауыт йыуыусы Хәмдиә Әсҡәтованың тәртибен тикшереп ҡаты шелтә бирергә, урлашыусыны эштән сығарырға, – ” тигән күрһәтмә алды.
Йыуаш, баҫалҡы, ғонаһтан ҡурҡҡан ҡатын йыйылышта үҙен яҡлап бер ауыҙ һүҙ өндәшмәне. Ни бары ике мең эш хаҡы алып эшләгән ҡатын өйөндә ашарға тәғәм ризығы ҡалмағанлыҡтан алыуы тураһында әйтергә ҡыйманы, үҙен ғәйепле һанап, башын түбән эйҙе.
Йыйылышта бер-нисә кеше Хәмдиә апайҙы яҡлашып маташҡайны, үҙҙәренә эләкте. – Хөкүмәт милкенә ҡул һуҙыусы кешене яҡлау-юғарынан ҡушылған законға ҡаршы сығыу. Йәки үҙегеҙҙең дә берәй ғонаһығыҙ барҙыр. Сират һеҙгә лә етер, – тип янаны Сәүиә Саттаровна.
Бөтә коллектив ауыҙына һыу уртлағандай тып-тын ҡалды.
Йыйылыш аҙағында Хәмдиә апайға ни сәбәптән эштән бушатылыуы хаҡында яҙылған, мәктәп мисәте менән мөһөр баҫылған хеҙмәт кенәгәһен тотторҙолар.
Ҡараҡаев Хыял Нахаҡович иртәгәһен телефон аша үҙәккә хәбәр итте, “Көрәш башланды! Хөкүмәт милкенә зыян килтереүсе бер ҡатын эшенән бушатылып, язаға тарттырылды”.
 
Фото: funnyart.club
Автор:
Читайте нас: