-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
10 Сентябрь , 14:20

Алдаҡсылар

Вәкил Шәрәфетдинов (Юмореска) Отпускыға сығам да йоҡо туйҙырам тип хыялланған Сания апайҙың пландары беренсе көндә үк селпәрәмә килде. Ире Ғаязды эшкә, улы Рәшитте мәктәпкә йыйындырып ебәргәс, тирә яғына иҫе китеп ҡарап торҙо ла, өй эшенә тотондо. Ял булғас, ял булһын тип, телевизорҙан бер концерт табып ҡуйҙы, кер йыуыу машинаһын тоҡандырҙы, үҙе пылесосҡа тотондо. Ә башында икенсе уй - ирҙәр ҡайтыуға нәмә бешереп ҡуйырға, йә, исмаһам, һорап та ҡалмаған.

Алдаҡсылар
Алдаҡсылар
Бер сәғәт тә үтмәне, телефон шылтыраны. Рәшиттең класс етәксеһе икән.
- Һаумыһығыҙ, Рәшит нишләп мәктәпкә килмәне? - Был һорауға ныҡ аптырап, ҡаушап китһә лә, Сания апай яуабын тиҙ генә тапты.
- Рәшит ауырыңҡырап тора, температура, йоғошло булһа, бөтә класты сирләтер тип, ебәрмәнем. Әле ята.- Үҙе тиҙ генә улының номерен йыйҙы.
- Улым, хәлең нисек, һин ҡайҙа?
- Ҡайҙа булһын, мәктәптә, химия дәресе бара, - тип шыбырҙап ҡына яуап бирҙе Рәшит.
Класс етәксеһе үҙе химия уҡыта, Рәшит уның дәресендә булып сыға бит.
- Мин төшкөлөккә нәмә бешерәйем икән тип кенә һорайым тигәйнем, - Сания апай дөрөҫөн әйтергә ҡыйманы.
- Әсәй, бәлеш бешер, гел билмән бешерә торғайның, ялҡытты...- элемтә өҙөлдө.
Ярай, иҫән-һау, ҡайтыр, аңлашырбыҙ, тип үҙен тынысландырып ҡараһа ла, Сания апайҙың күңеленә ниндәйҙер шом кереп ултырҙы.
Тынысланып та өлгөрмәне, тағы телефон шылтыраны.
- Ғәфү итегеҙ, Ғаяз нишләп эшкә килмәне? - Начальниге икән, эштән шылтырата.
Быныһына нәмә булды тағы, тип аптыраған Сания апай, яңылыш әйтеп, иремә зыян килтереп ҡуймайым тигән уйҙа ипләп кенә яуап бирҙе.
- Ул да сырхап тора, әллә вирус инде, температура...
-Ул да? Тағы кем сирләй унда?
Сания апай яңылышыраҡ әйткәнен һиҙҙе, әммә яуабын тиҙ тапты.
-Барыбыҙ ҙа ятабыҙ, йоғошло сир, ахрыһы, шуға эшкә барманы, - тип һүҙҙе өҙөргә ашыҡты. Үҙе шундуҡ иренә шылтыратты.
- Һин ҡайҙа, хәлең нисек?
- Ҡайҙа булһын, эштә, эш муйындан, бер минут ваҡытым юҡ, - тигән һүҙҙе ишеткәс, Сания апайҙың аптырауы сигенә етте, әммә белдермәҫкә тырышты.
-Нәмә бешерәйем тип кенә һорайым, тигәйнем...
-Билмән бешер, һинең билмәнең тәмле була...
- Мин бәлеш ҡуяйым, тигәйнем...
- Кәрәкмәй бәлеш, пицца ашап та ялҡып бөттөм инде, билмән бешер...
Ярай, ҡайтырһығыҙ, аңлашырбыҙ, әле ике төрлө ризыҡ бешерергә тура килә, уйланып торорға ваҡыт юҡ. Сания апай пылесосын ташланы ла, ҡамыр баҫырға тотондо. Ярай әле, машина керҙе үҙе йыуа.
Аталы-уллы бер юлы ҡайтып керҙеләр ҙә, туп - тура кухняға йүнәлделәр.
-Әһә, бәлеш...
-Әһә, билмән...
-Тороп-тор, улым, бер генә һорауға яуап бир. Һин бөгөн мәктәптә булдыңмы?
- Булмай ни, нишләп ундай һорау бирәһең ул?
- Химия уҡытыусыһы әйтә, булманы тей.
Рәшит күҙ ҙә йомманы.
- Ул үҙе йүнләп үткәрмәне дәресте, тик ултырҙы, ҡартайған бит инде ул. Мин бөтә дәрестәрҙә лә булдым.
Киноға ҡасып сығып киттем тип әйтеп булмай бит инде, шул бер һүҙҙә ныҡ торорға кәрәк.
- Ә һин, Ғаяз, эштә булдыңмы? Начальнигең әйтә, булманы тей.
- Бынағайыш, иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ! Ярты көн бергә ултырҙыҡ, кәңәшмә булды...
Начальник командировкаға китергә тейеш ине, шунан файҙаланып, бер нисә иптәш менән саунала һыра менән һыйланып көн үткәрҙе шул Ғаяз. Ә ул, йүнһеҙ, китмәгән булып сыҡты.
- Беҙ бөгөн ашайбыҙмы, юҡмы? - Ике яҡтан яңғыраған һорауға Сания апайҙың асыуы ҡабарҙы.
- Һеҙ алдаҡсыларҙы ашатып ултырғым килмәй, мин әсәйемә киттем, - тине лә, бөтә бешергән ризыҡты йыйып алып, сығып та китте. Ике алдаҡсы аптырашып ултырып ҡалдылар.
-Әсәй, ашарға... - тип ҡысҡырған улын атаһы тынысландырҙы..
- Бошонма, улым. Күрҙеңме, нисек төрөп алып китте ул. Һыуынып та өлгөрмәҫ, ҡайтып керер. Әйҙә, ял итәйек, - тине лә, телевизор ҡабыҙҙы. Рәшит тә, телефонына тексәйеп, тынып ҡалды. Әммә был ултырыу оҙаҡҡа барманы.
- Һин ҡасан ҡайтаһың, асығып бөттөк бит инде. Мине уйламаһаң, баланы уйла. - Ғаяздың был һорауына тыныс ҡына яуап килде.
- Ул балаға16 йәш, холодильниктә йомортҡа бар, бешерегеҙ ҙә ашағыҙ, беҙ әсәйем менән бәлеште бөтөрөп барабыҙ инде. Хәҙер билмәнгә лә сират етер.
Ике ир, был һүҙгә ышанмай, оҙаҡ ҡына тик ултырҙылар. Ахырҙа Рәшит өләсәһенә шылтыратты. Бәй, әсәһе унда килмәгән дә имеш, ә хәҙер телефонын һүндереп ҡуйған. Әсәй кеше алдашырға тейеш түгел дә инде тип, асыуҙары сигенән сыҡты. Яндырып - көйҙөрөп, шыр тоҙло итеп, йомортҡа ҡурып ашаған булдылар. Сания апай тәки элемтәгә сыҡманы. Был мәлдә ул, алдаҡсы ирҙәрҙе нисек аҡылға ултыртыуын бер кәмит итеп һөйләй - һөйләй, әхирәте янында бәлеш, билмән менән һыйлана ине.
 
 
Фото: dzen.ru
Автор:
Читайте нас: