-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
13 Сентябрь , 10:30

БЮДЖЕТҠА АҠСА КӘРӘК!

Лира ЯҠШЫБАЕВА (Яҙғанымды дөрөҫ аңламаусылар булыр. Был әҫәр кешеләрҙе эсергә өндәгән булып, сатира һәм юмор аша эскелекте тамырынан ҡоротоу маҡсатында яҙылды). Юғарыла үткәрелгән йыйылыштан шартлай яҙып сыҡҡан Яуымбаев кабинетына килеп инеү менән секретарын саҡырып алды ла бойорҙо:- Хәҙер үк араҡы заводы хеҙмәткәрҙәрҙен кәңәшмә залына йыйығыҙ!Халыҡ тиҙ йыйылды. Яуымбаевтың ҡобараһы осҡан йөҙөнә ҡарап, барыһы ла тын ҡалып, директорҙың бик мөһим һүҙ әйтерен көттө.  

БЮДЖЕТҠА АҠСА КӘРӘК!
БЮДЖЕТҠА АҠСА КӘРӘК!
 Миңә бөгөн шелтә сәпәнеләр, - тине ул күҙҙәрен аҡайтып. - Араҡы производствоһын ҡырҡа кәметкәнһегеҙ, - тинеләр. Бюджеткә күп аҡса кәрәк. Һеҙҙең араҡы заводының насар эшләүе арҡаһында араҡы һатыу эше ныҡ кәмегән, планығыҙ үтәлмәй. Араҡы производствоһы бик насар эшләй, - тинеләр. - Эш ниҙә? Ниңә беҙ планды үтәй алмайбыҙ?
Ни әйтергә лә белмәгән халыҡ шымып ҡалды.
Талап итәм, иртәгә барығыҙ ҙа араҡы производствоһының насар эшләү сәбәбен, яңы тәҡдимдәрегеҙҙе яҙып алып килтерегеҙ. Бөгөн үк айлыҡ отчеттарығыҙҙы ла секретарға тапшырырға онотмағыҙ.
Эшселәр ҡапыл ғына сығып китмәй, аҡланырға теләгәндәй, үҙ-ара һөйләшә башланы.
- Ысынлап та, эскелек күҙгә күренеп кәмене шул. Хатта урам буйында бер эскән иҫерек кешене күргәнем юҡ, - тине бер олораҡ ҡатын.
- Ә мин магазинда араҡы алған кешене күргәнем юҡ.
- Хәҙер бит йәштәр хатта пиво ла эсмәй!
Мәүлиҙә тигән урта йәштәрҙәге ҡатын тыңлап-тыңлап ултырҙы ла :
- Халҡыбыҙҙың эскегә бирелеп, ҡаңғырып йөрөмәүе яҡшы ла инде. Күреп торабыҙ, бөтә насарлыҡ - авариялар, айырылышыуҙар, ыҙғыш- талаш шул эскелек арҡаһында. Борон беҙҙең халҡыбыҙ бөтөнләй эсмәгән. Хәҙер ҙә эсмәһендәр.
- Эйе шул, - тип күтәреп алды уны икенсе ҡатын. – бөтә насарлыҡ эскелек арҡаһында. Минең дә бит ирем эсеп үлде. Күршебеҙҙәге Хәйҙәр ҙә эсә. Атайым эскәс мин дә эсәм тип улы ла атаһы юлына баҫты.
- Иҫеректән иҫәр бала тыуа, -тип өҫтәне тағы бер ир.
- Әйтмә инде. Ана бер “Ауырыу балалар” тигән больницала гел алкаштарҙың балалары дауалана икән, тиҙәр.
Яуымбаев ҡул аҫтындағы эшселәрҙең үҙ-ара һөйләшкәнен бер килке шым ғына тыңлап торҙо-торҙо ла:
- Бына хәҙер аңланым. Бына ни өсөн араҡы үтмәй икән. Һеҙ үҙегеҙ бында дезорганизаторҙар икәнһегеҙ! Беҙҙең бизнесҡа ҡаршы кешеләр үҙебеҙҙең арала икән. Тимәк, үҙегеҙ ултырған ботаҡҡа үҙегеҙ балта сабаһығыҙ, шулаймы? Бында хөкүмәткә ярҙам итергә теләмәүселәр эшләй икән. Иногент һымаҡ. Бюджетҡа ҡаршылар йыйылған. Юғарынан бюджетҡа аҡса таптыралар, ә бында барыһы ла хөкүмәткә ҡаршы һөйләйҙәр. Ә һеҙ беләһегеҙме, эш былайға китһә, беҙҙең заводты ябасаҡтар. Барығыҙ ҙа эшһеҙ ҡалһасаҡһығыҙ. Шул саҡта ни эшләрһегеҙ?
Яуымбаевтың ҡул аҫтында эшләүселәр уйға ҡалды. Ысынлап та арыу ғына эш хаҡы алып эшләп йөрөйҙәр ҙәһә. Араҡы заводын япһалар эшһеҙ ҡаласаҡтар бит.
Барыһының да өндәшмәй тынып ҡалғандарын күргән хужа, халыҡтың кәйефен тиҙ аңланы. Ул талапсан тауыш менән, ҡаты итеп бойорҙо:
- Бына шулай. Бизнесты яптырмайбыҙ тиһәгеҙ, иртәгә тәҡдимдәрегеҙҙе уйлап килегеҙ. Иртәнсәк тағы кәңәшмәләр залында осрашырбыҙ, - тине лә директор үткәргән кәңәшмәһенән ҡәнәғәт булып сығып китте.
Иртәгәһен эшкә килгәндә халыҡтың уны кәңәшмәләр залында йыйылышып көтөп торуын күреп, Яуымбаев эстән генә йылмайҙы: “Ана шулай ул, тамаҡ тамуҡҡа төшөрә”. Үҙе ышаныслы баҫып, халыҡ йыйылған бүлмәгә үтте.
- Йә кемдең ниндәй тәҡдимдәре бар? – тине ул көр генә тауыш менән
Иң беренсе булып Ҡарағол тигән әүмәкәй ир тороп баҫты.
- Минең тәҡдим, Урамға араҡы эсергә өндәгән плакаттар яҙып элергә кәрәк. Бына мин уны яҙып алып та килтерҙем.
Эс араҡы, эй рәхәт,
Эсһәң диңгеҙ тубыҡтан.
Һис нәмәгә иҫем китмәй
Торған өйөм ҡабыҡтан.
Тағы берәү үҙ тәҡдимен әйтергә ашыҡты:
- Футболкаларға яҙыу яҙып, шуны һатыуға сығарырға кәрәк, - тине. - Ана, Политический обозреватель Марат Гәрәев һымаҡ. Ул да “Добрые люди живут дольше” тип яҙҙырып алған бит футболкаһына. Ә беҙ:

- Эс араҡы, тарт тәмәке, шунда булырһың егет!” –
тип яҙҙырайыҡ.

- Идеялар шәп бит! -тине араҡы заводы директоры Яуымбаев. – Тағы кемдәрҙең ниндәй тәҡдимдәре бар?
- Араҡыны яманлап, эсмәҫкә өндәп гәзиткә мәҡәлә яҙалар. Бигерәк тә, ана, шуларҙың агитацияһы халыҡҡа ныҡ тәьҫир итә. Шуны уҡып, халыҡ араҡы эсмәй башланы. Хөкүмәт бюджетына зыян килтереүселәр, экстремистар, илгә аҫтыртын зыян килтереүсе һатлыҡйәндәр, тип ундайҙарға штраф һалдыртырға кәрәк.
– Эйе шул, - тип баш ҡаҡты Яуымбаев:”Бюджеткә, производствоға зыян килтереүселәр, тип ун биш суткаға ултыртып сығарыу ҙа ярап ҡалыр.

- Айыҡ ауыл тиҙәр ҙә йылдың-йылы конкурс үткәрәләр. Бына шуның арҡаһында ауылдарҙа хәҙер араҡы эсеүселәр ҡырҡа кәмене.
- Эйе шул. Ана, беҙҙең ауылда шул сарала ҡатнашып , беренсе урынға сыҡҡайнылар, хәҙер араҡыға әйләнеп тә ҡарамайҙар. Араҡы – ҡара йылан,тиҙәр.
- Халыҡ араһында “Араҡыны хәҙер канализациянан аҡҡан нәжестән яһайҙар икән”,- тигән хәбәр таралған. – тине бер ир. Бына шуның өсөн күптәр араҡынан ерәнеп, араҡы магазиндарын урап үтә.
- Эйе, гәзит яҙыр ул. Уҡыным.
- Был ысынмы икән ни? Шуны кеше эсәме икән, тфү, гонаһ шомлоғо!
- Гәзиткә ышанһаң, унда нимә генә яҙмайҙар. Улар беҙҙең кеүек бюджеткә түләнмәйҙәр. Үҙҙәре бюджеттән алалар.
- Дин тотоусыларҙы, муллаларҙы ла әйтмәй ярамай. Ислам дине эсеүҙе тыя, тиҙәр ҙә мәсеттәрҙә вәғәз һөйләйҙәр. Хәҙер йәштәренә тиклем намаҙ уҡый. Араҡыны сәпсим оноттолар Ул муллаларҙың ауыҙын нисек ябырға?
- “Религия – опиум народа” тигәйнеләр бит, шул девизды восстановить итергә кәрәк. Элегерәк дин тотоусыларҙы, дин таратыусыларҙы төрмәгә ултыртҡандар, һөргөнгә ебәргәндәр.
- Ана, сит яҡтан килгән, ислам дине тип үлеп барған үзбәктәр, таджиктар яман. Кем динде “опиум” тип атай, тотоп алып, кәрәгеңә биреп китерҙәр. Улар беҙҙең башҡорт ише йыуаш түгелдәр.
- Эйе, уныһы шулай.
- Клубтарҙа элегерәк шәп таҡмаҡ әйтеп бейей торғайнылар. Ана шул саҡтағы таҡмаҡтарҙы ҡабат тергеҙергә кәрәк. Йә, кем ниндәй таҡмаҡ белә
- Нисегерәк ине әле ул?
Таҡмаҡ оҫтаһы әүмәкәй Ҡарағол тороп баҫты ла бер тынала ике таҡмаҡты әйтеп тә бирҙе.
Эс тә ҡуй, бөт тә ҡуй
Ҡайғы күрмә никакой.
Ҡибла яҡтан елдәр иҫһә,
Һалам менән тыҡ та ҡуй.

Эсер эсмәҫ ултырғансы
Эс төптәрен күргәнсе.
Эсһәң төптәрен күргәнсе
Дуҫ булырбыҙ үлгәнсе.

Уның артынса тағы бер ир килеп торҙо:
Һикереп төштөм баҡсаға
Баҫтым баҡыр аҡсаға.
Беҙ түгел әбейҙәр эсә
Йөн иләгән аҡсаға.

Завод директоры кәңәшмәнән ҡәнәғәт ҡалды, уның кәйефе күтәрелде. Бер аҙ уйланып торҙо ла директор Яуымбаев йомғаҡлап ошолай тине:
- Шәп, шәп! Былай булғас эш барып сығасаҡ. Тағы ла араҡы эсергә өндәгән ошондай таҡмаҡтарҙы күп итеп йыйып килтерегеҙ. Шул саҡта өй һайын эске табыны ойошторорҙар, таҡмаҡ әйтеп бейерҙәр. Араҡыны мискәләп эсерҙәр. Араҡы һатылһа, бюджетҡа аҡса буласаҡ. Хөкүмәткә ярҙам итәсәкбеҙ. Иң мөһиме, беҙҙең заводты япмаясаҡтар. Республикала араҡы күп һатылһын өсөн бөтә көстө һалырбыҙ!
Башта уҡ эскелеккә ҡаршы булған бер-ике ҡатын ғына был хәлде башына һыйҙыра адмайынса, шаҡ ҡатып ултырҙы: “Былай булғас, эштән китергә тура килер”, - тип уйланы улар.
Автор:
Читайте нас: