-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
14 Сентябрь , 12:00

Имеш-мимеш

(Юмореска) Беҙҙә барыһы ла ғәҙәттә имеш-мимештәрҙән башлана. Уларҙың ҡайҙан килеп сығыуын белә алған кеше юҡ әле. Сит илдәрҙәге махсус ойошмалар уйлап сығарып тараталар тиеүселәр ҙә бар, бар ғына түгел, күп ул ундай кешеләр. Ә инде бер һүҙгә лә ышанмаусылар БӘӘ тип кенә ҡуялар. БӘӘ - ул кәртәгә ҡыҫылған кәзә бәрәсенең ярҙам һорап баҡырыуы түгел, ә БЕР ӘБЕЙ ӘЙТКӘЙНЕ тигән һүҙҙәрҙең ҡыҫҡартылған формаһы ғына.

Имеш-мимеш
Имеш-мимеш

Шулай ҙа, ошо юҡ-бар хәбәр арҡаһында донъя мәхшәргә әйләнергә әҙер генә тора. Беҙҙең халыҡ шулай инде, имеш-мимештәргә, бигерәктә улар насарға юраһа, тиҙ ышанып бара. Әле бына, магазиндәрҙә тауыҡ йомортҡаһы бөтәсәк имеш, булғандары ла бик ныҡ ҡиммәтләнәсәк тигән һүҙгә нисек ышанмайһың, ул бит яйлап дөрөҫкә сығып килә. Бик тә булмаһа, халыҡ үҙе ул процессте тиҙләтеп ебәрә, уның өсөн иң ябай ысул - юғалырға торған тауарҙы күпләп һатып ала башлау. Йомортҡалар, ысынлап та, кәмене, ә хаҡтары, скептиктәрҙең БӘӘ-һенә ҡарамай, бермә-бер артты. Ат дағалағанда, баҡа ботон ҡыҫтырған тигәндәй, хөкүмәт тә ситтә ҡалманы. Имеш, ышанмағыҙ юҡ-бар хәбәргә, беҙҙең илдә йомортҡа күп һәм мәңге бөтмәйәсәк, ә уның хаҡы көндән-көн арзанаясаҡ, сөнки көн оҙонайған һайын тауыҡ йомортҡаны һәйбәтерәк һала. Халыҡ был мәғлүмәтте, һәр ваҡыттағыса, үҙенсә аңланы һәм, оторо ҡыҙып, кибеттәргә ташланды. Өй тулы йомортҡаны һаҡлар өсөн өҫтәмә холодильниктәр ала башланылар, уларҙың да хаҡы өҫкә һикерҙе, шул мәлдән файҙаланып, банктар кредит ставкаһын арттырып ебәрҙеләр.Тауыҡ йомортҡаһына оҡшаған йоморо тауарҙарҙы ҡырып-һепереп алып бөттөләр, илдең иҡдисады көрсөккә килеп терәлде. Хәллерәк йәшәүселәр сит илдәргә күсепме, ҡасыпмы китә башланылар.
Һәр ваҡыттағыса, беҙгә бер нисә ил ярҙамға килде. Элгәре уларға ҡаршы санкциялар индереп, өйрәтеп алғайныҡ инде, хәҙер, ваҡытына ҡарап, дуҫ тип йөрөтәбеҙ. Шул йомортҡа арҡаһында күп кешеләр ул илдәрҙең исемен дөрөҫ әйтергә өйрәнде, ә ҡайһы берәүҙәр уларҙы картанан да эҙләп тапты. Бик һәйбәт мосолман илдәре икән, хәләл йомортҡа ебәргәндәр.
Әммә шатланырға әллә ни урын булмай сыҡты. Ҡиммәтләнергә өлгөргән йомортҡалар килеп тыуған кризистә үҙҙәренең ғәйебен танырға теләмәнеләр һәм арзанайыуҙан баш тарттылар. Бәләкәй генә фатирҙарҙа кредиткә алынған икенсе-өсөнсө холодильник күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы, ә фатирҙе киңәйтерлек аҡсаны бер ниндәй аҡсаға ла табырлыҡ түгел ине.
Бәлә бер үҙе йөрөмәй, тиҙәр, имеш-мимеш тә шулай икән. Йомортҡала иҫ киткес зарарлы сальмонелла бактерияһы тапҡандар имеш. Кем тапҡан, кем әйткән, уныһы, һәр ваҡыттағыса, билгеһеҙ ҡалды. Әмәлгә ҡалғандай, бер көн генә алда телевизорҙан ошо бактерия тураһында тапшырыу булғайны. Әле ковидтән айнып бөтмәгән халыҡ яңы пандемия көтөп йәшәй башланы һәм ул оҙаҡ көттөрмәне.
Көнъяҡ илдәренең береһенән йомортҡа һатыусы эшҡыуар гәзиткә иғлан биргән. Имеш, кем уның арҡаһында сальмонеллез менән сирләп киткән, шул кешегә бер миллион һум түләйәсәк. Башланды! Кемдең температураһы ярты градусҡа күтәрелгән, кемдең, имеш, башы ауырта, күңеле болғана - барыһы ла балнискә йүгерҙеләр. Унда ла алйоттар ултырмай, ул справкалар түләүле булып сыҡты һәм көндән-көн ҡыйбатыраҡ була башланы. Миллион отор өсөн һуңғы мөлкәтен һатып ебәреүселәр күбәйҙе. Сирҙе йоҡтороу өсөн, йомортҡаны бешер-бешмәҫ кенә ашай башланылар. Сир оҙаҡ көттөрмәне, күптәрҙе шатландырып, эстәре китә башланы. Ышанмай, БӘӘ-ләп ултырғандар, йомортҡаһыҙ ҡалып, үҙҙәренең отолғандарын тойҙолар. Улар хәҙер,элек үҙҙәре көлөп йөрөгән кешеләрҙән түбәнселек менән йомортҡа ҡабығы һорап алып, шуны ялап йөрөргә мәжбүр булдылар.
Был мажара бик ҡыҙыҡ барып бөттө. Йомортҡа һатыусы эшҡыуар, үҙенең иғланының беренсе апрель шаяртыуы тураһында яңы иғлан яҙҙы, әммә бик күптәр, ышанып етмәй, оҙаҡ ҡына дәғүәләшеп йөрөнөләр. Хәҙер барыһы ла яңы имеш-мимеш көтә, бәлки ул хәбәр кеше ялаған йомортҡа ҡабығының файҙалы икәне тураһында булыр, күп бит беҙҙә ундай ҡабыҡ!

Вәкил ШӘРӘФЕТДИНОВ.

Фото: dzen.ru

Автор:
Читайте нас: