-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
25 Сентябрь , 12:30

ӨШКӨРӨЛГӘН БЫСАҠ

Харис ШӘРИПОВтан мәрәкә - Төш мәлендә һинең Ғилфәтеңде күреп ҡалдым, ике ҡатын менән кафенан сығып бара ине, береһе һинең иреңде ҡултыҡлап алған хатта, - тип шылтыратты Мәүғиҙәгә әхирәте Зилфә.- Әлләсе, бөгөн ситтән тикшереүселәр килә тип эшкә яңы костюмын кейеп киткәйне, шуларҙыр, моғайын.- Һин, артың төш күреп, өйҙә ултыраһың, ирең көпә-көндөҙ Өфө урамында бисәләр менән йөрөп ята.

ӨШКӨРӨЛГӘН БЫСАҠ
ӨШКӨРӨЛГӘН БЫСАҠ

- Эше шулай булғас ҡалайтаһың, ни тиһәң дә хәҙер ҙур ойошмала директор бит Ғилфәт. Ҡунаҡтар ҙа килеп торалар.
- Ҡара уны, һине яҡын әхирәтем күреп кенә әйтәм инде. Ғилфәтеңде берәйһе тартып алмаһын тиһәң, срочно берәй сараһын күр. Юҡһа, ауыҙыңды асып йөрөһәң, ирһеҙ тороп ҡалыуың бар. Хәҙер ҡатындар хәтәр, балаһы бар тип тормаҫтар, һалдырып алырға ла күп һорамаҫтар. Ундай видный ирҙәр урамда тулып ятмай.
- Нимә эшләргә һуң хәҙер миңә? - тип һораны Зилфәнең хәбәренән һуң шаңҡып ҡалған Мәүғиҙә.
- Черниковкала бик көслө имсе ҡатын бар. Боҙомдо алып ташлай, кемдең ире ташлап киткән, киреп ҡайтара, эскенән дә дауалай.
- Эй, уларға ышанһаң. Ана, былтыр, ябыҡтыра тигәс, бер әбейгә барғайным. Әллә ниндәй үләндәр бирҙе лә ҡайтарҙы. Шуларҙы бешереп эсеп, эсем китеп бер булды. Ун мең аҡсам әрәм генә китте.
- Улайһа, үҙең ҡара инде әхирәт, мин әйттем дә бөттөм. Хуш улайһа!
- Ярай, ҡыҙма әле, әйҙә бир номерын, яҙып алайым. Бәлки, ярҙамы тейер.
Мәүғиҙә, әхирәте Зилфә биргән номер буйынса шылтыратып белеште лә, Черниковкалағы сихырсыға китте. Уны Әлфирә исемле урта йәштәрҙәге ҡатын ҡаршы алды.
- Ирең ситкә йөрөймө ни? - тип һораны ул Мәүғиҙәне күргәс тә.
- Эйе шул, ҡайҙан беләһегеҙ? - тип һораны Мәүғиҙә, Әлфирәнең ҡапыл шундай һорау биреүенә аптырап.
- Һинең йәштәге ҡатындарҙың шул бер көйөк инде, нисек тә ирҙе ҡулда тотоу. Ирҙәр инде, саҡ ҡына кеше күҙенә күренә башлаһалар, һөйәркә һөйә, бисә яңыртыға тотоналар.
Мәүғиҙә сеңләп илап ебәрҙе.
- Зинһар ярҙам итә күрегеҙ, хаҡына тормам, ризалатырмын үҙегеҙҙе.
- Ярар, тыныслан. Тик белеп ҡуй, минең хеҙмәтем арзан түгел.
- Күпме?
- Илле мең һум! Уның ҡарауы - йөҙ процент гарантия! Ирең бер ергә лә китмәҫ.
Мәүғиҙә, бик ҡыйбат бит әле, тип уйлаһа ла, риза булды инде. Шунда уҡ аҡсаһын Әлфирәнең телефон һаны буйынса күсереп тә ҡуйҙы.
- Бына һиңә бысаҡ өшкөрөп бирәм, тип, Әлфирә беләк буйы, ялтырап торған ҙур бысаҡ килтереп сығарҙы. Тик бер кемгә лә күрһәтмә, йәшереп тот.
- Был бысаҡ менән нимә эшләргә һуң?
- Ирең йоҡлап киткәс тә, ошо бысаҡ менән, мин яҙып биргән доғаны уҡып, өҫтөнән баштан-аяҡ йөрөтөп сыҡ. Ирең, бынан кире һинең ауыҙыңа ғына ҡарап торасаҡ.
Мәүғиҙә, бысағын сумкаһына тыҡты ла, Әлфирәгә рәхмәт уҡый-уҡый дәртләнеп сығып китте. Ҡайтты ла түҙемһеҙлек менән иренең ҡайтҡанын көтә башланы.
Ғилфәт эштән һуңлабыраҡ ҡайтты, әҙерәк һалмыш ине. “Бөгөн Мәскәүҙән ҡунаҡтар булды, шуларҙы һыйларға тура килде, - тине ул. - Ашап тормайым, йыуынам да йоҡларға ятам”.
Мәүғиҙә, иренең тиҙ арала йоҡлап киткәненә шатланып, Әлфирә өйрәткәнсә, оҙон аҡ халатын кейеп алды, сәстәрен туҙҙырып тараны. Йәшереп ҡуйған еренән оҙон бысағын килтереп сығарҙы. Шунан, уҡына-уҡына, йоҡо бүлмәһенә йүнәлде…
Был мәлдә Ғилфәт, төшөндә нимәлер күреп, һаташып уянып китте. Бер уянғас, бәҙрәфкә лә барып киләйем тип ҡуҙғала башланы. Ярым ҡараңғы бүлмәлә ҡулына ялтырап торған ҙур бысаҡ тотҡан, сәстәре туҙған, ап-аҡтан кейенгән ҡатынының уҡына-уҡына үҙенә табан килгәнен күреп ҡото осто. Ҡурҡыныс тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе лә тышҡа сығып йүгерҙе.
Үҙенең ниәте килеп сыҡмағанына үрһәләнгән Мәүғиҙә: “Ғилфәт туҡта әле. Ҡайҙа ҡастың ул?” - тип бысағын тотҡан килеш иренең артынан ҡыуа төштө.
Урамдағы кешеләр, трусиктан ғына йүгереп сыҡҡан ир кешене, уның артынан бысаҡ тотоп баҫтырған ҡатынды күреп, полицияны саҡырҙы.
Был кистәге мажара нимә менән барып бөткәндер, Ғилфәт менән Мәүғиҙәнең һаман да татыу йәшәп ятыуҙарына ҡарағанда, аңлашҡандар шикелле. Бәлки, илле меңлек бысаҡтың ярҙамы тейгәндер...

Фото: Pinterest

Автор:
Читайте нас: