-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
30 Октябрь , 12:20

Өйләнеү ул уйын эш түгел

Венер ИСХАҠОВ (Бер егет ауыҙынан) Аптыраҡ инде, аптыраҡ. Баш ҡатҡан ул. Барыһы ла күреп ҡалыу менән: - Ҡасан бисә алаһың да, ҡасан бисә алаһың, - тип ҡаҡ быуынға төшә бит, әй. Атайым да: - Эшкинмәгән, ҡоро кәүҙә, әллә кемгә оҡшап мәмәй булғанһың, кәләш алырға ла эшкинмәйһең бит, - хыялый итә. – Ана мин һис аптырап торманым, алдым да айырҙым, алдым да айырҙым. Әсәйең ун беренсеһе, ти. Ҡыҙыҡ ҡыналар ул, бутта рәхәттән яңғыҙ йөрөйөмдөр шул. Минең дә кеше һымаҡ кәләш алып, бешкән-төшкәнде, әҙерҙе генә ашап рәхәт кенә йәшәйһе килмәй тигеҙ мәллә. Бисә алырға кәрәклеген үҙем дә беләм. Өйләнеү уйын эштер шул. Өйләнеп ҡараным бит инде, ҡараманым түгел. Тик йүнле генәһе осрамағас, ни хәл итәйем һуң. Башты ташҡа бәреп булмай ҙа. Хәҙер нормальный ғына ҡатын-ҡыҙҙы табыуы ҡыйын икән шул. Берәүһен элекке йыл ғына алғайным, уңманым. Салауат ҡалаһынан ҡайтып килгән ағайым юл буйында бала менән ҡул күтәреп торған ҡатынды ултыртып алған. Теге Архангел яғына ҡайтып барған. Шуны ағайым миңә апҡайтып бирҙе. Йәшәп алдыҡ та киттек.  

Өйләнеү ул уйын эш түгел
Өйләнеү ул уйын эш түгел
 
Тик ун көн йәшәнекме-юҡмы, бөтә ерем үлтереп ҡысыта башланы. Түҙер әмәл юҡ бына. Былай мин духтыр тип бәлә һалып йөрөгән әҙәм түгел дә, әммә был юлы сыҙар әмәл ҡалманы. Төнө буйы тырнанып, шау ҡанға батып, тәнем ҡутырлап бөттө. Аптырағас, киттем балнисҡа ҡаралырға. Барыу менән һалып та ҡуйҙылар. Шунан врачтар төпсөнә башланы.
- Ҡасан, кем менән булдың?
- Кәләш алдым, - тинем ғорур ғына.
- Былай булғас, баллы ай бүләге шәп булған, - тине береһе. Врачтар ҡатыныңды ла һалырға кәрәк тип ә үҙҙәре беҙҙең ауылға киткәйне лә тапманылар. Әллә ҡайҙа сығып киткән.
- Кәләшең ҡайҙан ине, төпсөнгәйнеләр ҙә, яуап бирә алманым. Районын да, ауылын да һорамағанмын шул. Фамилияһын да белмәйем. Моғайын, кәләш алған кеше шулай ауырып ала торғандыр.
Аптыраҡ инде, аптыраҡ. Унан һуң тағы берәүгә өйләнеп ҡараным. Минең кеүек шәп кешегә ни дуҫтарым килтереп бирҙе уныһын. Төнгө сәғәт өстә тышта әсе итеп һыҙғырғанға уянып киттем. Әллә пожар сыҡҡанмы! Ҡотом осоп трусиктан урамға йүгереп сыҡтым.Ҡараһам, дуҫтарым тора.
- Алмас, һиңә кәләш алып килдек, - тиҙәр. – Алаһыңмы? – тиҙәр.
Алып ҡалдымсы. Ҡулыма үҙе килеп кергән бәхетте ысҡындыра буламмы! Барыбер бер заман кәләш алырға кәрәк. Иртәгәһен кәләшем Мырҙаҡайға барып ике балаһын да алып килде. Бер көндө кәләшле лә, ике балалы булдым да ҡуйҙым. Бына ҡайҙа ул шатлыҡ. Береһе үҙем дәүмәлек малай. Борхотоп тәмәке тарта. Тик бер бәхетең булмаһа булмайҙыр инде. Үҙегеҙ беләһегеҙ, хәҙер ауылда эш юҡ. Шулай бер күрше ауылдағы ағайҙарға эшкә йөрөйөм. Ҡышын мал аҫтын таҙартам, ә йәйен бесән сабышам. Бер көндө быларға урманда ҡуна ятып бесән сабабыҙ. Шатлыҡтан ҡысҡырып йырлап ебәрәм. Ҡыуанмаҫлыҡ түгел шул, бына-бына атай булырға торам бит. Китер алдынан ҡатыным, эсен тотоп, бер нәмә ҡыймылдаған һымаҡ, бәпес көтәбеҙ шикелле, тине бит.
Тик өс көндән ауылға ҡайтһам, кәләшем өйҙә юҡ. Әсәйемдән һораһам:
- Кистән клубҡа кәнцирткә киткәйне, әллә ҡайҙа ғәйеп булды ла ҡуйҙысы , - ти иҫе лә китмәй. Клубҡа барһам, күргән-белгән:
- Кәләшең тью-тью, типтеләр, - тип көлә.
- Нисек инде типтеләр? Кем? Ҡайһы еренә? Ат типтеме? Ныҡ булмаһа ғына ярар ине.
- Урланылар, аңра баш!
-Урланылар. Һиңә кәрәк кәләш башҡаларға кәрәкмәйме ни! Ауылда кәләшһеҙ егеттәр өйөрө менән йөрөй шул.
Дәвлением күтәрелеп китте. Ах, шайтан алғыры. Инде әҙәмсә йәшәй башланыммы тиһәм! Юҡ инде! Бәхетеңә аяҡ салыусылар табылып ҡына тора. Ах, ҡара йөҙҙәр!
Юҡ, мин әйтәм, теге әҙәмдәрҙе былай ғына ҡалдыра алмайым. Бына-бына өсөнсөгә атай булам тип торғанда баламды ете ят әҙәм аҡтығына бирә буламмы! Үҙем ҡарайым, үҙем үҫтерәм. Һәр кем үҙ бәхете өсөн үҙе көрәшергә тейеш. Иптәштәремде йыйып, күршенән самагон һатып алып һыйланым да киттек эҙләп күрше Мырҙаҡай ауылына. Өй беренсә эҙләп эт булдыҡ, барыбер таптыҡ бит әй. Барып керҙем дә:
- Әйҙә ҡайттыҡ, нишләп йөрөйһөң бында, тип беләгенән елтерәттем. - Мин баламды кешегә бирәһем юҡ.
- Ниндәй бала ти, был иҫе лә китмәй. Һинеке түгел ул. Унда һинең грамм да ҡыҫылышың да юҡ,
- Нисек инде юҡ. Теүәл бер аҙна торҙоҡ бит.
Ул арала әллә ҡайҙан бер төркөм ҡыҙмаса булып алған ир-аттар килеп сыҡмаһынмы. Ҡара яу кеүек. Баҡһаң, йәш кәләште йыуып ултыралар икән. Китте һуғыш, кемелер күҫәк тотҡан, кемелер шешә менән дөмбәҫләй. Арҡаны төйҙөләр генә ул. Саҡ ҡасып ҡотолдоҡ. Эй, асыу килде мына. Шул бисура тип ҡара көйөк булып туҡмалып ят инде. Аҙна буйы һыу ҙа эсә алмай яттым.
Әсәйем:
- Эй, әле уйлап торам-торам да һис тә ҡайғыраһы түгел тим, - тип йыуатҡан була. - Ярай былар үҙҙәре ҡасҡанға мең шөкөр. Анау Насип хәленә ҡалһаң, тәүбә-тәүбә.
Насип тигәне беҙҙең ауыл егете. Кәләше менән арыу ғына йәшәп ятҡандар һымаҡ ине, биш балалары бар ине, миҙал да алғайнылар. Бер көндө тегенеһе тәүге мөхәббәтен тапҡан. Шунан өйөн ҡутарып, бөтә мал-тыуарын, баҙандағы бәрәңгеһен, өҫтәлен, телевизорын вис ҡырып-һепереп КамАз менән тейәп ҡайтып киткән ти. Хатта стеналағы сөйөн дә һурып алып киткән. ти. Бисараны сер яланғас ҡалдырған, ти. Хатта күлмәк, трусиктәренә ҡәҙәр ҡырып-һепереп алған. Бахырың хәҙер балаларына алимент түләп эт була. Хатта бер саҡ алимент түләмәй тип милссейәгә ябып ҡуйҙылар шикелле.
Кәләш ал тиеп әйтеүе генә анһат. Етәр,бынан һуң ныҡ итеп ҡарап өйләнәсәкмен. Ыштыбуы ла ата-әсәһе булһын, ике кеше икәү инде, пенсийәһе күберәк булыр. Оло кешеләргә аҡса нәмәгә хәжәт. Исмаһам, беҙгә ярҙам итешерҙә.
Әсәйем ҡарт көнөбөҙҙә урамда ҡалдырып ҡуйма, ти. Халыҡ араһында күп йөрөгәс, үҙенең белмгәнге юҡ шул. Өйләнһәң, загсҡа барып тормаҫһың ти. Хәҙер күптәр шулай итә икән. Балаң тыуһа, туманан тип сумырып аҡса түләйҙәр, имеш. Ниңә, бик һәйбәт ул. Артыҡ аҡсаны кеҫәне тишмәҫ әле.
Был юлы мотлаҡ уйлап өйләнәсәкмен. Өйләнеү ул уйын эш түгел. Вьетнам баҙарынан кәйҙертеп кенә барып алған ботинка түгел.Әле ҡайҙа ҡабаланырға, ти. Будта һаҡалым билемә етеп бара. Көҙгә ҡырҡ бишем генә тула бит әле.
 
 
Автор:
Читайте нас: