– Эйе, тыуған көнөмә алған, үҙ ғүмерендә бер бүләк тә биргәне юҡ ине, был юлы йомартланып киткән әле, ҡартайыу ғәләмәтелер инде...
– Маладис, ә минең быҙау 8 мартҡа ла хатта бер сәскә лә алғаны юҡ, һыранан башҡа бер әйберен дә күрмәйем.
Зәбиҙә һиҙә, әхирәте уны юрый ҡосаҡлай, алҡаларҙы яҡын күргеһе, нимәнән эшләнгәнен, ни хаҡ торғанын белгеһе килә. Башҡа ҡатындар ҙа Зәбиҙәне ҡосаҡлаған булып, күҙҙәрен алҡаға терәне. Ултырыш тамамланғас, күмәкләшеп ҡайтыр яҡҡа таралдылар. Ғәлиә күршеләре менән һөйләшеп ҡайтҡанда, әйтеп куйҙы:
– Зәбиҙәне әйтәм, ҡолағына йөҙ тәңкәлек зәңгәр быяла тағып ҡуйған да, шуның менән маҡтанған була. Ире подарить иткән, имеш, ундай сүп-сарҙы бүләк итмәһә лә була инде, мин оялмайса тағып та килмәҫ инем, ошо башым менән.
– Кешенән уҙҙырам тигәндер инде, уҙҙырҙы бысағым, мин ундай алҡаны төндә һарайға ла тағып сыҡмаҫ инем, – диде Зәүиә тигәндәре.
– Йәмһеҙ ҡолағыңа нимә таҡһаң да йәмһеҙ инде, лутсы, сәсе менән ҡаплап ҡуйһын ине, кеше күрмәһен, тип.
– Ирен дә әйтер инем, йылына ун көн генә айныҡ була, алҡала разбираться итәме инде ул. Өҫтәүенә, ҡултыҡлашып йөрөгән булалар, беләбеҙ инде, нисек йәшәгәндәрен, кеше кеүек татыу булһалар ине, өйҙә эт менән бесәй, урамда Ғәлиәбаныу менән Хәлил тиерһең, әҙәм страмдары!
Икенсе төркөм ҡатындар Ленин урамына боролғайны. Быларҙан һүҙҙе Вәлиә башланы:
– Зәбиҙәне әйтәм, бер көндө мине өйрәтеп маташа, имеш, мин насар ғаиләләр менән эшләмәйем, неблагополучный ғаиләләргә бармайым, фәлән-төгән, ундайҙарға барырға булһа, иң беренсе Зәбиләнең үҙенә инер инем, кеше әйтә, көн дә һуғышалар икән былар, урамға сыҡҡас ҡына йылмайышалар, ти. – Имеш, берәү алҡалы булған, ундай һырғаларҙы беҙ социализмда уҡ тағып туҙҙырҙыҡ инде, бөгөн ундайҙарҙың модаһы үтте.
–Һин уның аяҡтарының кәкрелеген күрһәң, шул дуғаларын ҡапламай ҡыҫҡа итәк кейеп йөрөй бит әле. Уның урынында булһам төнөн лә салбарымды һалмаҫ инем. Уйлап-уйлап ҡуям да, ниндәй егеттәр йәш сағында уға ҡараны икән, полный һуҡыр булғандарҙыр ул.
Икенсе ултырышҡа Зәбиҙә алҡаһыҙ килде, итәк урынына салбар кейгән. Әхирәте Ғәлиә уға ҡарап йылмайҙы ла, алҡаң ҡайҙа, бик матур ине, ләбаһа, тине.
– Һырға аяҡҡа төҫ түгел икән, шуға салбар ҙа кейеп ҡуйҙым әле, – тине Зәбиҙә йылмайып.
Рәзиф ЗИЯТДИНОВ.
Фото: tr.pinterest.com