+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
17 Сентябрь 2025, 13:35

Вәкил ШӘРӘФЕТДИНОВ ЗИРӘК ҠӘЙНӘ

(Юмореска) Иртәнсәк ҡабаланып эшкә китергә йыйынған Фәриҙә иренә һүҙ ҡушты.- Көндөҙ әсәйем килергә тейеш. Һин өйҙә булаһың бит, бурысты биреп ҡуй инде, йәме?Салауат, кәйефе төшөп, мығырҙанып ҡуйҙы.- Ниндәй бурыс тағы. Миңә бер тин дә биргәне юҡ ҡәйнәмдең.- Һиңә бирмәһә, миңә бирҙе, үткән айҙа ун мең. Машинаға ремонтҡа тотондоҡ. Беләһең бит инде.- Үәт, үҙең түлә улай булғас, минең аҡсам юҡ.Фәриҙә, иренең һүҙ башлағанда гел тиҫкәрерәк һөйләшеүенә күнегеп бөткән, әллә ни иҫе китмәй, дауам итте.

Вәкил ШӘРӘФЕТДИНОВ ЗИРӘК ҠӘЙНӘ
Вәкил ШӘРӘФЕТДИНОВ ЗИРӘК ҠӘЙНӘ

- Кисә алып ҡайтҡан зарплатаң комод тартмаһында ята. Мә, әсәйемдекен дә шунда һалам. Ғаиләлә һинеке-минеке юҡ, барыбер түгелме ни?
Салауат та тиҙ генә бирешеп барманы.
- Ҡәйнәм мине яратмай, бигерәк тә һуңғы арала. Йүнләп һөйләшкәне лә юҡ.
- Ни өсөн икәнен үҙең аңламайһыңмы ни? Тыуған көнөнә нәмә бүләк иттең? Һепертке! Селек һепертке! Ишшеү нәмә әйттең әле? Беҙҙең машина ныҡ иҫкергән, ҡәйнәм, һине ултыртып йөрөүе ҡурҡыныс. Ошо һеперткегә генә атланып йөрө инде, килешеп тора үҙеңә, тинең. Ул һеперткегә госномер ҙә йәбештереп ҡуйылғайны, права яҙып бирҙең, бөтә кеше алдында әсәйемде оятҡа ҡалдырып. Хәҙер үпкәләгән булып ултыраһың, аҡса бирмәй, имеш.
Салауат, иҫенә төшөрөп, көлөп ҡуйҙы.
- Мин шаяртҡайным ғына бит...
Ҡәйнәһе менән гел шаяртып, төрткө һүҙҙәр менән һөйләшә торған ғәҙәте бар ине Салауаттың. Уныһы ла бик бирешеп бармай, яуабын табып тора. Ҡайһы ваҡытта артығыраҡ ебәрәләрҙер инде, үпкәләшеп тә алалар. Әле лә шул осорҙарҙың береһе инде. Ҡәйнәһенең күптән килгәне юҡ, барыһы ла район үҙәгендә йәшәйҙәр, аралары йыраҡ ҡына булһа ла, аҙна һайын йүгереп килә торғайны.
Салауат көрәк тотоп ишек алдына сыҡты. Ҡар күп яуған, оло юлға тиклем көрәп алды ла, магазин янына барып килергә булды. Унда күршеһе осраны, оҙаҡ ғына һөйләшеп торҙолар, тәүҙә һауа торошо, аҙаҡ политика һәм, әлбиттә, ҡәйнәләр.
- Дәә, һин ҡәйнәнән уңманың, - тип төрттөрҙө күршеһе. - Үәт, минеке өйөн минең исемгә яҙҙырҙы. Барыбер бергә йәшәйбеҙ, миңә уның мәшәҡәте кәрәкмәй тей. Ә һинеке...
Салауат, хәҙер ҡәйнәһе килеп етәсәген уйлап, ауыр һулап ҡуйҙы. Үҙе ғәйепле икәнен аңлап торһа ла, ҡәйнәһенә асыуы килә ине. Һепертке, имеш. Ул да кәрәк ауыл ерендә. Ябай һепертке түгел ул, госномеры бар. Шаяртыуҙы ла аңламай, ҡартайҙы, шикелле. Ғәфү үтенер ҙә, ҡотолор ине, теле әйләнмәй, әлеге шул тиҫкәрелек.
Салауат әйләнеп ҡайтҡанда Фәриҙә төшкө ашҡа ҡайтып, тағы эшкә киткәйне инде. Әҙерәк ҡапҡылап алды ла, Салауат тағы тышҡа сыҡты. Юлды һепертке менән һеперә башланы, йәнәһе, ҡәйнәһенә юл әҙерләй.
Ҡышҡы көн ҡыҫҡа, эңер төшә башлас ҡына ҡәйнәһе күренде.
- Ана, онотмаған, кис булып бара, килмәҫ тип уйлағайным. - Сырайына йылмайыу билдәһе сығарҙы. - Әйҙүк, ҡәйнәм, түрҙән уҙ.- Көрәлгән юлды үҙе бүләк иткән һеперткенең ише менән шәп кенә итеп һепереп алды.
- Бына, ҡыҙым иләк һорағайны, шуның өсөн генә килдем, - тине ҡәйнәһе.
- Эйе шул, иләк имеш, өйҙә әллә нисә иләк бар, - Салауаттың уйы бер төрлө булһа, һүҙҙәре бөтөнләй икенсе ине. - Әйҙә, түрҙән уҙ, ҡунаҡ булырһың. - Ҡәйнәһенең быймаларын һепертке менән таҙартып алды. Йәнәһе, бына ниндәй кәрәкле әйбер бүләк иткән бит ул.
Ҡәйнәһе еңел генә атлап өйгә инеп тә китте.
Салауат, комод тартмаһын асып, ике биш меңлекте алды ла, тиҙерәк ҡәйнәһе ҡулына тотторҙо.
- Мә, һин дә машинаңды ремонтлап ал. - Бер өйрәнгән тел туҡтамай, артығын һөйләп тик тора, шуны әйтмәһә лә булыр ине бит инде.
Ҡәйнәһе, аптырабыраҡ, кейәүенә оҙаҡ ҡына текләп ҡарап торҙо.
- Ҡурҡма, ысын аҡса ул, үҙем төшөргәнем юҡ, - тип шаяртырға маташты Салауат.
- Һинән булыр ул, - тип өндәшмәй ҡалманы ҡәйнәһе. - Ана бит, һеперткегә праваны ниндәй шәп итеп эшләп ҡуйғанһың, әле һаман шуның менән йөрөйөм.
Ул, иләкте ҡалдырырға ла онотоп, ҡайтып китте.
Фәриҙә эштән ҡайтҡанда Салауат һаман ишек алдын таҙартып йөрөй ине.
- Килде, - тип хәбәр һалды ул шунда уҡ. - Кис булғас, килмәҫ тигәйнем, тәки алып китте аҡсаны, иләкте һылтау итеп.
- Ниндәй аҡса? Ниндәй иләк? Мин һиңә СМС яҙғайным бит инде. Әсәйем мин көндөҙ ҡайтҡанда уҡ килгәйне, мин бирҙем инде ул аҡсаны.
- Үәт әй, мин уға үҙемдең аҡсаны биргән булып сығам бит, ә ул өндәшмәй генә йомдо ла, сығып тайҙы. Иртүк барып кире алам.
Салауат килеп еткәндә ҡәйнәһе, матур итеп кейенеп, сәй әҙерләп йөрөй ине. Кемделер көткәне күренеп тора.
- Әйҙүк, кейәү, маҡтап ҡына йөрөйһөң тип әйтер инем, төҫөңә ҡарағанда, бер ҙә оҡшамаған, - тип төрттөрҙө ул.
- Аҡсаны кире алғас, маҡтармын, әле ваҡыт юҡ, - тине кейәү. - Туҙҙырып бөтөрмәнеңме әле уны?
Ҡәйнәнең кәйефе бик яҡшы ине.
- Аҡса бар ҙа ул, тик һинең өсөн юҡ. Хәйер, эшләп ала алаһың. Күрәһең бит, минең ҡар көрәлмәгән. Шуны оло юлға тиклем таҙартһаң, ун мең һинеке.
Үҙемдең аҡсаны кире алыр өсөн хәҙер эшләп йөрөргә тейеш булам тип, эстән генә уйлап алды ла, Салауат көрәк менән номерле һеперткене алып сығып китте. Элек бындай эште гел эшләп торһа ла, был юлы, һемәйтелгәнен уйлап, йәне көйҙө. Шулай ҙа, йөрөй торғас, асыуы баҫылды, ҡәйнәһенең зирәклегенә һоҡланып, кәйефе күтәрелеп китте.
Ә ҡәйнәһе бер аҙ кейәүенең эшләгәнен ҡарап торҙо ла, күршеһенә юлланды.
- Күрҙеңме? - тип көлөп һораны ул, килеп кергәс тә.
- Күреп торам... - күршеһе уның шатлығын уртаҡлашырға ашыҡманы.
- Отторҙоң бит, тип күҙ ҡыҫты ҡәйнә кеше. - Әйттем бит, минең кейәүем алтын, таң менән ҡар көрәргә килеп етәсәк, тип. Бәхәсләшкән булаһың бер литр балға. Бирәһең инде былай булғас.
Күршеһе бал сығарҙы.
- Ярай, үпкәләштән булмаһын, мин дә һиңә сейә вареньеһе бирермен, хуть ун литр, быйыл сейә уңды.
Улар яйлап сәй эскән арала Салауат ҡәйнәһенең генә түгел, уның күршеһенең дә тирә яғын таҙартып ҡуйғайны.
Йәй еткәс, Салауат менән Фәриҙә иҫке машинаны яңыртырға булдылар. Аҡса етмәй, үҙаллы донъя көтә башлаған улдары ла хәлдән килгәнсе бирҙе, барыбер әҙерәк булды, машиналар ҡыйбат шул.
Шул мәлдә ҡәйнәһе килеп керҙе, һеперткеһен ишек төбөндә ҡалдырҙы ла, ҡуйынынан төргәк сығарып, таратып ебәрҙе. Ә ундағы аҡса...
Салауат телһеҙ ҡалды, ә кәләше менән ҡәйнәһе йылмайышып тора.
- Машинаның һәйбәтен алығыҙ, мин дә был һепертке менән йөрөүҙән ялҡтым, - тип көлә ҡәйнә.
... Салауат менән ҡәйнәһе һаман да шулай төрткөләшеп һөйләшәләр, үпкәләшеп тә алалар, тик был оҙаҡҡа бармай. Ҡәйнәһе яңы машинаның багажнигендә ятҡан номерле һеперткене күрһәтеү менән, көлөшөп, ярашып та ҡуялар.

Игорь Кийко карикатураһы.

 

Автор:
Читайте нас