-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
27 Октябрь 2025, 11:18

Раушан ҒӘЛИМОВ Блатлы хәйерсе

Юмореска Бер нисә йыл оҙон аҡса артынан йөрөп, ауылына ҡайтып керҙе Заһир. Колхозда мал табибы булып эшләп киткән был әҙәмдең район тирәһенәрәк ҡайтыу өсөн бер ни тиклем сәбәбе лә бар һымаҡ ине. Беренсенән, ул ситтә аҡсалы эш тапманы. Бөтөнләй. Икенсенән... Икенсенән, тип нисегерәк әйтергә икән?Район советына һайлауҙар үтеп киткәйне күптән түгел. Биләмәлә ауылдар һаны арыу ғына булғас, ул ике округка бүленгән. Ошо аяуһыҙ алышта Заһирҙың ауылындағы мәктәп директоры Рәшит Ҡәҙербаевич менән колхоз рәйесе Мәжит Ғилембаевич еңеп сыҡтылар. Һайлауҙар үтеү менән райондың юғары дәрәжәләре лә алышып китте. Яңы башлыҡ шундуҡ район советына үткән ҡайбер депутаттарҙы үҙенә урынбаҫар итеп тә ала һалды. Мәктәп директоры социаль мәсьәләләр буйынса, рәйес ауыл хужалығын етәкләүсе беренсе урынбаҫар булып китте. Әлбиттә, тиҫтәләрсә йылдар дауамында хәкимиәттең төрлө бүлектәрен үҙ иткән ваҡ түрәләр генә урындарында ултыра бирҙе һаман да.

Раушан ҒӘЛИМОВ Блатлы хәйерсе
Раушан ҒӘЛИМОВ Блатлы хәйерсе

Заһир тәү сиратта эшһеҙлек үҙәгенә юл тотҡайны, әлбиттә. Теркәп ҡуйҙылар ҡуйыуын быны. Әммә эш тәҡдим итмәнеләр әлегә. Булмаған эште ҡайҙан алһын инде улар?

Шулай итеп яйлап ҡына күршеһе Рәшит Ҡәҙербаевичҡа мөрәжәғәт итте бит бер саҡ. Тегенеһе кабинетындағы тәҙрә аша бармағы менән генә төртөп милиция бинаһына күрһәтте лә:
– Начальнигы менән һөйләшкәнмен һинең турала, бар! – тине лә аҡ юлдар теләп оҙата һалды. Башҡа эш бирмәне, әлбиттә, сөнки йүнле вазифалар күптән биләнеп бөткән икән. Әммә Заһирҙың мундир кейергә һис кенә лә ниәте юҡ ине шул бөгөнгө көндә.

Бер нисә ваҡыттан ул бергә өс йыл эшләгән Мәжит Ғилембаевичҡа ла керҙе кереүен. Тегенеһе:
– Ниндәй булһа ла хужалыҡҡа барырға ризаһыңмы? – тип һораны шундуҡ.
– Юҡ! Агропром системаһында берәй предприятияла ҡара эшкә лә риза, әммә колхоз фәләнгә белгес булырға йыйынмайым, – тип белдерҙе егет.
– Шулай икән, – тине идаралыҡ начальнигы, мыйығын тырнап, – уйларға кәрәк, – тип өҫтәне Ғосманов фекерләгән кеше һымаҡ.
– Ярар, Мәжит ағай, Һеҙ хәбәр итерһегеҙ, берәй нәмә килеп сыҡһа.
– Ярар, ярар, әлбиттә, Заһир!..

Мәшғүллек үҙәгенән шылтырау ишеткәс, Заһир аптырап китте. Сөнки телевидениеға хәбәрсе итеп саҡыралар ине бит. Ул яратҡан эш, шуның өсөн ышанмай торҙо тәүҙә.

Икенсе көндә редактор-директорҙың алдында бының менән үҙешмәкәр таныш бер әртис ултыра ине. Редактор бер нисә һорау биргәндән һуң, йырсы һәм ауыҙ-тел ижады оҫтаһы шундуҡ Заһирға ваканцияға конкурент булырға тырышмауын, сөнки мәҙәниәт бүлеге начальнигы уға бөгөн генә былай ҙа эш тәҡдим итеүен бәйән итә һалды.

Шулай итеп редакторҙың хуплауы менән Заһир хәбәрсе булып китте. Эш хаҡы күп түгел ине. Әммә күңелле шөғөл һәм үҙ донъяңда йөҙәһең, үҙ тәрилкәңдә тәгәрәйһең.

Район хакимиәтенең халыҡ һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге етәксеһе туранан тура етәкселек итә икән бында. Заһир, дөрөҫөн әйткәндә, “райсоветта” бындай буш ашарҙар ҙа бар икәнен төшөндә лә күргәне юҡ ине, әлбиттә. Вазифаға яңы кеше алыуҙы белмәй ҡалған булып сыҡты теге бүлектең хужаһы. “Ҡайһылай ул редактор башбаштаҡлығын күрмәгән булып сыға һуң? Башҡа һыймаҫлыҡ ваҡиға бит! Нисектер был урамдан килеп ингән хәйерсене һис шикһеҙ ҡыуыр кәрәк. Хәҙер үк! Белһендәр нисек минең рөхсәттән тыш кеше алырға ярамағанын, хайуандар! Егерме дүрт йыл да өс ай хакимиәт тирәһендә уралған Әмировты былай “ырғытҡандары” юҡ ине”, тип көйҙө теге ағай.

Редактор дауаханаға ятыу менән, күҙәтергә тотондо. Ошаҡсылар тиҙ генә еткереп торҙолар. Бер матур ғына көндө киске дүрттә редакция кабинетының ишеге лә бикле булып сыҡты, “Аллаға шөкөр”.

Шул арала Заһирҙы ваҡытлы фатирынан машина килеп алды ла, түрә кабинетына килтереп ҡуйҙы.
– Һин ҡайҙа йөрөйһөң? – тип һораны Әмиров.
– Өйҙә.
– Сәғәт нисә?
– Биш тула ун биш минуттан. Мин иртәгә иртән һигеҙҙә күрше районы үҙәгендә РЭП ГАИ ла һәм казначействола булырға тейешмен редакция эштәре менән. Шуға иртәрәк шылдым.
– Мин бөтәгеҙҙе лә хәҙер эштән ҡыуып сығарам! Был ниндәй тәртипһеҙлек! – тип үкерҙе начальник.
– Редактор менән һөйләшелгән бит, дауаханала ятһа ла, эште бит ул ситтән алып бара итә, – тип аҡланды Заһир.
– Етәр! Ултыр, яҙ биографияңды! Ҡайҙан килеп эләктең бында!?

Заһирҙың биографияһын теге уҡый башланы.
Айыусы ауылынан тигәнде уҡып, түрәнең йөҙө үҙгәрҙе.
– Рәшит Ҡәҙербаевичтың ауылынанмы?
– Эйе. Минең күршем.
– Ул ярҙам иттеме?
– Юҡ. Биржа аша керҙем.

Бер аҙҙан теге тағын төкөрөгөн йөтоп ебәрҙе.
– Чапаев колхозында эшләгәнһең икән?
– Әйе.
– Ғонсаров менән нисек?
– Бер йыл уның ярҙамсыһы, ике йыл ул рәйес саҡта баш белгес булдым. Бергә эшләнек.

Теге артабан биографияны уҡып тороуҙы кәрәк, тип тапманы. Сөнки Әмиров район хакимиәтенең башлығының беренсе һәм икенсе урынбаҫары менән күп йылдар яҡшы таныш хеҙмәткәрҙе эштән ҡыуыуҙы мәғәнәһеҙлек икәнен, үҙе бәләкәй генә түрә булһа ла, унан да олораҡ кешеләр бар икәнен яҡшы аңлай ине.

Фото: Шедеврум

 

Автор:
Читайте нас