-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
5 Ноябрь 2025, 10:55

Раушан ҒӘЛИМОВ Уйла, Өмөтбай, уйла!

Юмореска Ғүмер буйы он-һан да, тауыҡ маҙар ғына урлап хеҙмәт стажын тултырған Өмөтбайҙың да пенсия йәше килеп етте бер заман.– Дә! – тип башын тырнап ҡуйҙы ул, артына боролоп ҡарағандан да һуң. – Ғүмер ҙә үтеп киткән икән. Ваҡ бурлыҡ та, хулиганлыҡтан баш сыҡманы бит йәш саҡта. Бында ике йыл, тегенда йыл ярым, унда поселение, ошонда шартлы срок. Бер йүнле генә ҡыйратҡан эш тә юҡ бит әле, исмаһам. Инде алда күпме генә инде ҡалған йәшәргә. Зая үткән ғүмер.

Раушан ҒӘЛИМОВ Уйла, Өмөтбай, уйла!
Раушан ҒӘЛИМОВ Уйла, Өмөтбай, уйла!

Былай булмай! Берәй бик арыу ғына эҙ ҡалдырырға кәрәк ине бит әле был донъяла. Оҙаҡҡа һуҙмай иртәгәнән башлаһа ла була был аҙымды. Тик бына нимәне генә тотоп эшләргә икән? Изге эш тураһында уйлап ҡарағаны бар инде барлыҡҡа быға тиклем уның. Әммә йә берәй һөнәрең булмағас, йә көсөң ҡалмағас, кемгә кәрәге бар инде Өмөтбайҙың бөгөн. Енәйәт эшләйәсәк ул. “Тағы ла мы?” – тип һорарһығыҙ бәлки. Юҡ, кеше соланынан бер биҙрә он да сәлдермәйәсәк, күрше арбаҙҙынан тауыҡҡа лә йәбешмәйәсәк ул башҡаса. Ул етди енәйәт яһаясаҡ. Оло ғауға булырлығын. Әлбиттә ул тотолмаясаҡ, сөнки был юлы ул бик етди әҙерләнәсәк. Хәҙер ул элекке Өмөтбай түгел, күпкә тәжрибәле. Әгәр тотола ҡалһа ла, бер зарар юҡ. Уны беренсе каналдан күрһәтәсәктәр, илебеҙҙең иң күренекле төрмәләрендә генә йөрөтәсәктәр бит.
Теракт маҙар тураһында ҡарағаны бар былай кино фәлән Өмөтбайҙың. Әммә ул ғәләмәттән һыңар шешә самопаллыҡ та килем кермәгәс ҡулыңа ни файҙа. Уның башҡа идеяһы ла бар барлыҡҡа. Бер көн журналда берәүҙең нисек итеп Өфөлә алтын магазинын талауы тураһында уҡығайны. Шул ваҡиға хатта быуат енәйәттере исемлегенә индерелгән икән. Өмөтбай ҙа унан бер ҙә кәм түгел инде түгеллеккә.
Икенсе көн ул таксиҙа башҡалаға елдертә ине.
Был үҙәк майҙан буйлап ике аҙым да атлап өлгөрмәне, алдына ике милиционер килеп тә баҫты. Тормош һикәлтәләре оҙаҡ йылдар эсендә Өмөтбайҙың төҫ-ҡиәфәтен ярауһы ғына билдәһеҙ милләт кешеһенә әүелдергәйне шул үкенескә күрә. Паспортын да алмай сығып киткән етмәһә йүнһеҙ. Шундуҡ менттар быны хәйерле юл теләп райбүлектәренә оҙата һалдылар. Шәхесен асыҡлау өсөн. Тик шәхес тигәненеү асыҡлауы билдәле һәм билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында бер нисә тәүлеккә һуҙылып китте. Әммә ошо ваҡыт арала Өмөтбайҙа енәйәт өлкәһенең тарихи шәхес исемен алыу теләге лә бер аҙға һүнгәйне. “Ҡаршыңа кәзә тәкәһе осраһа, юлың уңмай, тип әйтә торғайны оләсәйем! – тип һөйләнде ул ауыл яҡҡа попутка тотҡан арала.
“Идея кәрәк, идея”, тип көнө төнө баш ватты Өмөтбай. “Бынау шешәләш Ғәзимйәнде генә бәреп үлтермәһәң. Улай тиһәң, бынан ни мәғәнә? Быны эт тә белмәйәсәк, үҙе эсеп дөмөккән тиерҙәр. Ә маньяк булып йөрөргә хәле лә, рәте лә ҡалмаған Өмөтбайҙың. Бәлки район милицияһын ғына барып шартлатмаһаң? Булмай. Бомбаны ҡорған саҡта уҡ, үҙенең көлө күккә осоп ятасаҡ. Уйла, Өмөтбай, уйла. Әммә күпме уйларға була, алда әллә бар ғүмер, әллә юҡ. Ни эшләргә? Бында берәй шешәһеҙ осона сығып була торған эш түгел. Юҡ, ул кеше тауығына ла, күрше онона ла ҡул һуҙмаясаҡ артабан. Коммерсант Вәлиттән үҙеңдең хәләл картуфыңа ла алыштырып алырға була”. Өмөтбай баҙына төшөп китте.
“Ҡомһоҙ һәм һаран был Вәлит. Ике биҙрәгә бер яртыһын бирһә була ла инде, юҡ. Дүртәү һорап ултыра. Ярар, картуфы табылыр, тик күтәреп йөрөтөүе бит әле. Күп ҡалманы инде, өс йорт аша үтһә барып етә Өмөтбай”.
Вәлит быға баҡсалағы мөгәрәбенә алып барып бушатырға ҡушты ла, бер шешә самопал сығарып тотторҙо. Ярты сәғәттән Өмөтбай өйөнә бикләнеп, тәмле хыялдарға бирелеп араҡы һемерә ине...
Икенсе көндө ауылға милиция килде. Теге коммерсанттың йорто тирәһеләй соҡоналар. Баҡһаң, Вәлит иртән сығып ҡараһа, мөгәрәп ҡапҡасы асыҡ, эсендә елдәр уйнай икән. Һикһән дүрт биҙрә картуф күккә осҡан булып сыҡты. Өмөтбайҙан да һорау алдылар. Төн буйы араҡы эсеп, иртәнгә табан ойоп китеүен һөйләне, баҙын асып күрһәтеп, үҙенең картуфын ҡайҙа ҡуйырға белмәүен дә бәйән итте ул тәртип һаҡсыларына.
Бер аҙҙан картуф табылды. Бер өй аша йәшәгән Ғәффә ҡарсыҡтың баҡса мөйөшөндә егерме бер ҡапсыҡ бәрәнге теҙелешеп ултыра ине. Әммә ҡапсыҡтарҙың барһының да тышына Яхин Б тип яҙылған булып сыҡты. Әлбиттә бында күршеләре Ғәффә ҡарсыҡтың да, ҡапсыҡтар хужаһы Яхин ҡарттың да бер ҡыҫылыша юҡ икәненә барса халыҡҡа, шул иҫәптән милиционерҙарға ла төплө аңлашылып тора ине. Ә енәйәтсе үҙе табылманы ла, табылманы. Бар ауылды аяҡ өҫтө баҫтырып эҙләү һөҙөмтә бирмәгәс, Ғәффә ҡарсыҡтың баҡса мөйөшөнә төнгөлөккә милиция засада ҡуйырға булды.
Ике төн бушҡа ултырғандан һуң засадаһы ла ҡайтып китте. Вәлиттең ни тиклем генә кәйефе ҡырылһа ла, йәнә картуф ҡабул итә башланы араҡыға. Хәҙер ул ишегенә бер ат, ике һыйыр башы ҙурлыҡ йоҙаҡтар элеп ҡуйҙы. Өмөтбай ҙа тағы ҡапсыҡ күтәреп уға юлланды.
Бер нисә көндән әлеге енәйәт тағы ҡабатланды. Был юлы Вәлит картуфтары Бикә М тамғалы ҡапсыҡтары менән Талхин ҡарттың баҡсаһына барып ҡунаҡлағайны. Эт менән дә эҙләнеләр, әммә теге яуыз барыбер табылманы. Был юлы засада ойоштороп торманылар. Вәлитең үҙенә мөлкәтен һаҡламаған өсөн протокол төҙөнөләр ҙә, ҡайтып киттеләр. Бындай хикмәткә бар ауыл аптыраны, тик бер Өмөтбайҙың ғына көнсөллөгөнән эсе янды. Был эште ни өсөн ул үҙе эшләй ала алманы, тип ҡайғырҙы. Исмаһам бер илдең булмаһа ла, район тарихына инеп ҡалыр ине бит.
Әлбиттә, был эштәрҙе Өмөтбай үҙе башҡарған икәнен иҫләмәй ине шул. Бер ярты эсеп бөтә лә иҫерә бит. Күп уйлауҙан еңелләнә башлаған зиһене теге мажараға этәрә. Әммә ҡапсыҡтарҙы бер аҙ ташыуға көн яҡтыра башлай, ул йәшеренергә мәжбүр була. Артабан был картуфты ҡайҙа илтергә уйлағандыр, быныһын инде тик шайтан үҙе генә белә.

Фото: stylishbag.ru

 
 
Автор:
Читайте нас