Мине бәлнискә һалдылар. Һәм, табип әйткәнсә, интенсив рәүештә дауаларға тотондолар. Иртән дә, кис тә, туңҡайтып, шешеккә йод һөртәләр. Ҡаршылашып ҡарағайным, шәфҡәт туташы:
– Башҡа дарыуыбыҙ юҡ, – тип ҡырт киҫте.
Эргәмдә ятҡан ағай мине тынысландырҙы:
– Дарыу бирмәһәләр ҙә, бушҡа ашаталар бит. Шуға шөкөр итәйек.
Был ағайҙың танауына йоҙроҡ ҙурлыҡ шешек сыҡҡан. Зәңгәрләнеп тора. Шулай ҙа уның хәле минекенә ҡарағанда еңелерәк. Зәңгәр танауын, пушка кеүек, түшәмгә ҡаратып ҡуйған да ләстит һата. Үҙе мине йәлләгән дә һымаҡ. Шулай бер саҡ әйтә был:
– Һиңә, ҡустым, күтеңде страхауайт итергә кәрәк булған. Теге, бөтә донъяға билдәле йырсы кеүек... Кем әле?
– Дженнифер Лопес.
– Эйе, эйе, шул Лапасты әйтәм. Арт яғын миллион долларға страхауайт иткән...
– Ул бит Мәскәү байҙарының мәжлесенә килеп бер йырлағаны өсөн дә ике миллион доллар ала. Ә мин ике долларға көнө буйы бил бөгәм.
– Уныһы шулай, – тип килеште Зәңгәр танау. – Эшкә тиҙерәк сығайым тиһәң, операция яһатырға кәрәк.
– Ә нисек? Инструменттары юҡ таһа.
Табиптар тиҙҙән яңы инструменттар ҡайтасағы хаҡында әйтеп йыуаттылар. Тик бының өсөн, милли проектҡа яраҡлы рәүештә, тейешле конкурста еңеп сығырға һәм грант яуларға ғына кәрәк икән.
– Документтарҙы әҙерләп, Мәскәүгә ебәрҙек. Бөтәһе лә о'кей булыр, алла бирһә, көтәйек, – тине дауалаусы тибибым.
Көтә-көтә көтөк булғас, баш табиптың үҙенә индем. Инһәм, теге, башын услап, ни эшләргә белмәй ултыра. Грант ота алмағанға ҡайғырып, уйға батҡан, бисара.
– Ундай саҡта, – мин әйтәм, – ултырып тороу түгел, йүгереп йөрөү мәслихәт.
– Кәрәк-яраҡ артынан йүгерә-йүгерә табаныма һөйәл сыҡты. – Ул туфлийын һалып күрһәтте. – Бына, ҡара.
Ысынлап та, шулай икән шул. Ҡайҙа йүгереү, атларлыҡ та түгел. Мин уны ысын күңелдән ҡыҙғандым. Шешек тураһында оноттом. Бәй, медицинабыҙҙың үҙендә яман шеш йәшәп ята ла баһа. Быға нисек түҙәһең? Тиҙерәк тейешле инстанцияларға, яуаплы кешеләргә белдерергә кәрәк. Ашығыс сара күрһендәр.
Баш табип, әйтерһең, уйҙарымды уҡыны.
– Әгәр ауырыуҙар ҡала етәкселәренә беҙҙең проблемаларыбыҙҙы еткерһә, хәлебеҙ көйләнер ине, бәлки, – тине.
Күп уйлап торманым, төҙәлергә теләмәгән шешегемде ҡатындың шәле менән бәйләнем дә ҡала хакимиәтенә йүнәлдем. Туп-тура башлыҡтың ҡабул итеү бүлмәһенә барып индем. Ләкин юлым уңманы. Хужа ҡала ситенә сығып китте, тинеләр. Нисә барһам да, гел шулай булды. Төҙөлөш эштәре менән мәшғүл икән ул. Өсөнсөмө, дүртенсеме кәттиж һала, имеш. Асыуым килде. Башлыҡ тигәс тә, әллә уны йүгәнләрлек көс юҡмы беҙҙә?!
Киттем губернаторға. Эшенә бармаҡ аша ҡараған башлыҡтың арт һабағын уҡытһын әле!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, губернатор урынында юҡ ине. Сираттан тыш өҫтәмә отпуск алып, йәш кәләше менән алыҫ океан буйына ҡыҙынырға киткән. Бына һиңә ә! Ҡырҡ эше ҡырҡ яҡта ҡырылып ята, ә ул... Балыҡ башынан серей, тигәндәре шулдыр инде.
Юҡ, былай ярамай. Аңлы граждан булараҡ, мин был хаҡта илебеҙ президентына әйтмәй ҡалдыра алмайым.
Шундай ниәт менән Мәскәүгә остом. Әмәлгә ҡалғандай, президентыбыҙҙың Рәсәй халҡы менән телевизорҙан һөйләшкән мәленә тура килдем. Ялт итеп экранға барып та индем.
Беҙҙең президентыбыҙ – мирауай егет! Мине күреү менән:
– Рәхим итегеҙ, ултырығыҙ, – тип, йылмайып, урын күрһәтте.
– Юҡ, – мин әйтәм, – рәхмәт. Һеҙҙең брат күп ултыртты беҙҙе. Береһе – коммунизм, икенсеһе капитализм төҙөп, рәхәт йәшәрбеҙ, тип аҙ алдаманылар.
– Улар өсөн яуап бирә алмайым.
– Шулай инде. Бөгөнгө губернаторҙар, башлыҡтар өсөн яуап бирһәң дә әле...
– Вәт именно. Улар күп, ә мин берәү. Аҙыраҡ күҙҙән ысҡындырһаң, ҡыйыш юлға баҫырға ғына торалар. Эштә ҡайғылары юҡ, сит илгә тайыуҙы ғына беләләр. Әле бына шундай берәүһен саҡыртып өшкөрҙөм. Телевизорҙан күргәнһеңдер?
– Күрҙем. Беҙҙең губернаторҙы ла шулай иткәндә...
– Обязательно! Әйҙә, ултыр әле, кем әйтмешләй, на ногах правда юҡ, ултырып һөйләшәйек.
Ихлас ҡыҫтауға килеп, креслоға ултырғайным...
– О-й-й! – тип ҡысҡырып ебәрҙем. – Ғәфү итегеҙ, оят булһа ла, әйтәйем инде, күтемә шешек сыҡҡан…
Минең бөтә һүҙем ауыҙымдан нисек ысҡынһа, шулай тура эфирҙа яңғыраны. Кәрәкмәгәнен “пипелдәтеп” баҫырға өлгөрмәй ҙә ҡалдылар
– Һинең к... (пи-и-ип!) ерунда ул! – тип көлдө президент. – Бына илебеҙ тәнендәге шешекте ни эшләтергә?
– Ҡырҡып ташларға! – тинем мин. – Уның өсөн тейешле инструментығыҙ бар ҙаһа.
– Инструмент бар ҙа ул. Уны ҡулланырҙай кешеләр юҡ.
– Йәл.
– Миңә лә йәл шул... Йә, ярай, борсолмағыҙ, – тип йыуатты ил башлығы ахырҙа. – Шешек тула-тула ла бер һытылаул. Хуш! Һау бул!
Беҙ уның менән туғандарса ҡосаҡлашып хушлаштыҡ. Әйтәһең бармы, иҫ киткес кеше! Бер күрешеп һөйләшеүҙә бөтә ҡайғым таралды. Сирем бөттө. Шешек һытылып, үҙенән-үҙе төҙәлде. Шундук тракторым янына йүгерҙем.
Мин килгәндә тигеҙ урында, шешек кеүек, грузин байының яңы кәттиже ҡалҡып сыҡҡайны. Бына ошо яман шеште аҡтарып ташлағанда нисек булыр икән?
Шундай уй менән бульдозерыма менеп ултырҙым.
2006, 2015
Фото: drive2.ru