-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
8 Декабрь 2025, 15:35

Булмаҫ тимә

Мәүсиләне бер һорау борсой. Борсой ғына түгел, көнүҙәк мәсьәләгә әйләнеп бара. Уның хыялы – үҙенең имиджын үҙгәртеү. Күп журналдар уҡыны, интернеттан мәғлүмәт алды. Хатта яҡын әхирәтенең кәңәше буйынса, билдәле психологтың курстарына ла йөрөнө. Бынан һуң үҙен иркен тота башлаған кеүек тойолдо уға. Имиджын үҙгәртеүенең тағы бер сәбәбе – тиҙҙән ул зәңгәр экрандарҙан сығыш яһай башлаясаҡ. Элегерәк унда һирәк бер күренеп ҡала торған ине. Хәҙер көн дә тиерлек сығасаҡ. Шуға күрә, һис шикһеҙ, төҫ-башын, йәғни имиджын, үҙгәртеү мотлаҡ. Ошо уй-фекерҙәрен тормошҡа ашырыу өсөн ең һыҙғанып эшкә тотондо ла инде.

Булмаҫ тимә
Булмаҫ тимә

Иң тәүҙә эске торошон яҡшыртыу буйынса тренинг үтте. Шунан инде, ентекләп, тышҡы ҡиәфәткә кереште.
Билдәле табиптың әйтеүен ул һәр ваҡыт иҫендә тота: беҙҙең йөрәгебеҙ гел йәш, әммә эске ҡиәфәткә был тура килмәһә, уйланырға урын бар.
Ошоларҙы күҙаллап, беренсе нәүбәттә причёскаһын үҙгәртергә ҡарар итте. Әлеге лә баяғы, танышлыҡ ярҙам итте. Баш ҡалалағы иң оҫта һаналған парикмахерға барып эләкте.
Креслоға барып ултырғас: «Миңә имиджымды үҙгәртергә ине», – тип һүҙ башланы.
Үҙ эшенең оҫтаһы, ярты һүҙҙән аңлап, төрлө причёскалар һүрәте күрһәтә башланы.
– Бына, ошоноһо, – тиеп төрттө, күңеленә хуш килгәнен.
Ике сәғәттән ашыу булашҡас, тамам, тине, мөләйем йылмайып, оҫта. Ләкин, бөтөнләйгә оҡшаманы яңы причёска-имиджы Мәүсиләгә. Йөҙөн сирылдырып: «Юҡ, бармай былай миңә», – тине. Тағы бер сәғәт тирәһе маташҡас: «Булды, ниһайәт», – тине оҫта.
Был прическа ла имидж яңыртыусының күңеленә хуш килмәне. Күпте күргән оҫтабикә лә аптырауға ҡалды. Мин-минлекле ханымдарҙы әҙ осратманы, бындайы беренсе ине.
Шулай әтмәләй торғас, сәсе бөтөнләй ҡыҫҡарып китте Мәүсиләнең. Бер аҙҙан: «Әһә, таптым, – тине, шат йылмайып, оҫта. – Сәсегеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡырҡабыҙ ҙа, парик ҡулланасаҡбыҙ».
Әйтеп тә бөтмәҫтән, бер парикты кейҙереп ҡараны Мәүсиләнең башына. Көҙгөлә, ысынлап та, күптәнән хыялында йөрөткән ҡатын йылмая ине. Шул тиклем дә килешер икән: ҡупшы ғына түгел, һылыу бер ҡатынға әйләнде лә ҡуйҙы. Уның күңеле шул тиклем күтәрелде, хатта парикмахерҙы ҡосаҡлап үбергә әҙер ине.
Булғас, булһын инде бер килгәндә тип, керпек тә яһатырға булып китте. Кушеткала өс сәғәт ярым салҡан ятып, уныһын да эшләтте. Бынан ары ул Барби ҡурсағы көнләшерлеккә әүрелде лә ҡуйҙы.
Тағы ла бер шатлығы бар. Мәүсилә әле, йәп-йәш тә түгел, ҡарт та түгел, тигәндәй, дәрте ташып торған ҡатын-ҡыҙ. Егет-елән, ир-ат та күҙ атмай тормай. Яңыраҡ уға «йомортҡа тәгәрәтә» башлаған Сабиттың иҫен китерәсәк. Оҡшай ул егет Мәүсиләгә. Уны бындай матур ҡиәфәттә күрһә, үәт, һоҡланасаҡ. Бер аҙ иҫәңгерәп тә торор әле, тигән хыялдар менән ҡайтырға сыҡты.
Урамдан үтеп барғанда, ҙур быялала үҙенең сағылышын күреп, һоҡланып, дәртләнеп, атланы йортона табан. Хатта ир-аттар, боролоп-боролоп, ҡарап ҡалдылар әле. Яңы имиджына тамам күңеле булып, оҙон керпектәрен елпей-елпей, ҡайтып инде өйөнә.
Ҡапыл шылтыраған телефон тауышына һиҫкәнеп китте. Әхирәте Сөмбөл икән.
– Әллә оноттоңмо? Бөгөн бит бассейнға барырға һөйләштек. Сабитыңды ла саҡырырға онотма. Хәҙер «еҙнәң» менән килеп тә етербеҙ, – тине әхирәте.
Ул үҙенең дуҫлашып йөрөгән егете Таһирҙы "еҙнәң" тип шаяртырға ярата.
Ысынлап та, онотоп тора лаһа, аҙна башында уҡ һөйләшеп ҡуйғайнылар бит. Сабит менән осрашыуҙы күҙ алдына килтереп, кәйефе тағы ла күтәрелде.
Оҙаҡламай, бер-бер артлы килеп тә инделәр уның өйөнә. Уны тәү күргәндәй аптырап, бер килке ҡарап торҙолар әле. Сабит бигерәк тә ҡыуанды. Уға ҡарата тағы ла илтифатлыраҡ булып китте.
Тәғәйенләнгән урынға барып еткәс, шартына килтереп, "шайтан" һыуы ла уртланылды. Кәйеф бермә-бер артты.
Саунаһында ҡыҙынып, йылытҡыстың шауҡымында күңелләнеп алғас, бер-бер артлы ҙур бассейнға һикерә башланылар. Барби – ҡурсаҡ рәүешендә йөрөгән Мәүсилә барыһынан да арттырҙы. Париклы сәсен елперҙәтеп, оҙон керпектәрен елпелдәтеп, артҡа сигә биреберәк, йүгереп барып һыуға сумды.
Әммә бындай процедураға яраҡлаштырылмаған ине парик. Башынан ысҡынып китеп, һыу өҫтөнә ҡалҡып та сыҡты. Шундай уҡ дәрт менән уның артынса сумырға әҙерләнгән Сабит туҡтап ҡалды. Бындай күренештән уның күҙҙәре упайҙы һәм ҡурҡышынан шаҡ ҡатты. Уның мейеһен «Мәүсиләнең башы өҙөлөп сыҡты» тигән уй ярып үтте, һәм ул иҫһеҙ ҡоланы.
Сикәһенә һуғыуҙан иҫенә килеп, күҙен асҡанда, ҡаршыһында Таһир тора ине. Сабит ҡурҡып ҡына һораны:
– Мәүсилә тереме?
– Тере, әлбиттә, ана, – тип төртөп күрһәтте Таһир. Унда, ҡулына парик тотҡан, сәсе бөтөнләй тиерлек ҡыҫҡарған, кәйефе ҡырылған, йөҙө ағарған Мәүсилә баҫып тора ине...
Был ваҡиғанан һуң Сабит бассейнға ла, Мәүсиләгә лә йөрөүҙе бөтөнләй туҡтатты.

Хәмит КАРАМАЛИНСКИЙ.

Автор:
Читайте нас