-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
11 Декабрь 2025, 14:00

Харис Шәрипов ХЭЛЛОУИН

Эштән ҡайтып ҡына кергәйнем, бишенсе класта уҡыған улыбыҙ Ринаттың синыф етәксеһе Гөлиә Сәлимовна шылтыратты: - Ришат Ғаязович, һаумыһығыҙ! Киләһе шәмбе, беҙҙең гимназияла Хэллоуин байрамы була. Ринаттың ҡабаҡ булып кейенеп килеүен һорайбыҙ. Байрамға бағышланған бәләкәй генә шиғыр ятлаһа бигерәк тә шәп! Хэллоуин байрамы тигәс, саҡ һүгенеп ебәрмәнем, үҙемде ҡулға ала һалдым:- Гөлиә Сәлимовна! Ул ниндәй бөтмәҫ байрам булды: “Көҙгө бал”, “Ҡойолған япраҡ” байрамы... Үткән аҙна йәрминкә булды. Балалар гимназияла уҡып йөрөйҙәрме әллә байрам итәләрме? Үҙегеҙ яҡшы уҡыу талап итәһегеҙ...

Харис Шәрипов ХЭЛЛОУИН
Харис Шәрипов ХЭЛЛОУИН

- Шулай ҙа ул Ришат Ғаязович! Беҙгә лә өҫтән ҡушалар бит! Был юлы министрлыҡтан ҡунаҡтар була тинеләр. Хэллоуин беҙҙең байрам түгел дә, ҡушылғас, үткәрергә кәрәк инде. Һеҙ бит гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашаһығыҙ!
Ҡатын менән уйлаштыҡ та, байрамда улыбыҙға ысын ҡабаҡ кейҙерергә булдыҡ. Ҡыҙыҡ күреп, Ринат та шунда уҡ риза булды. Зәлиәнең шиғыр сығарырға әҙерәк һәләте бар. Аш әҙерләгән арала дүрт юллыҡ шиғыр ҡойоп та ҡуйҙы:
Хэллоуин! Хэллоуин!
Ниндәй матур был уйын!
Хэллоуинға барабыҙ,
Бейеп күңел асабыҙ!
Тамаҡ ашап алдыҡ та, улым менән ҡабаҡ эҙләп сығып киттек. Көн кисләп барыуға ҡарамаҫтан, яҡындағы йәшелсә-емеш баҙары эшләй ине. Күргән бер ҡабаҡты малайҙың башына тиңләп ҡарағанымды күргәс, кешеләр аптырай башланы. Аңлатып бирергә тура килде инде.
-Хэллоуинға булғас, минең ҡабаҡ иң шәбе инде, - тип үҙенең ҡабаҡтарын маҡтарға тотондо бер апай, – һап – һары, тышы ҡаты, эсе йомшаҡ хатта мотоцикл йөрөткәндә лә кейергә була!
Ринат улымдың башына төшөп кенә торғанын һайлап алдыҡ. Ҡайтҡас уйым яһап эсен алдым. Ике күҙ, танау тишектәрен үлсәп тиштем. Һөҙөмтәлә, ыржайған тешле ҡабаҡбаш килеп сыҡты. Кейҙереп ҡарағас, улыбыҙ бик ҡәнәғәт ҡалды. Тырышып әсәһе өйрәткән шиғырҙы ятланы. Ниһәйәт, шәмбе көн етте. Беҙ күтәренке кәйеф менән гимназияға киттек. Килеүселәрҙе “Хэллоуин байрамына рәхит итегеҙ!” тигән лозунг ҡаршылай. Тамаша залы уҡыусылар, ата-әсәләр менән шығырым тулы. Алғы рәттә ҙур ҡунаҡтар, яҙыусылар, журналистар, гимназия етәкселәре урын алған. Тантаналы музыка аҫтында байрам башланды. Гимназия директоры Зилә Шәрифовна тәбрикләү һүҙе әйтте. Ата – әсәләр комитетынан танылған шағирә Гөлсирә Сәғитова “Хэллоуин байрамы” тигән шиғырын уҡыны. Төрлө ҡиәфәткә инеп кейенгән уҡыусылар сыҡты. Мәскәй әбей, Шүрәле, Албаҫты һәм башҡа әкиәт персонаждары менән сәхнә тулды. Һәр береһе һөнәрен күрһәтте. Ринат, әсәһе өйрәткән шиғырын һөйләне. Һуңынан баш эйәм тигәйне, ҡабаҡ һурылып сыҡты, сәхнәнән залға тәгәрәп төшөп ярылды. Зал алҡыштарға күмелде. Байрам һәр ҡатнашыусыға маҡтау ҡағыҙы өләшеү менән тамаланды. Декабрь аҙағында беҙҙең ойошмала корпортив буласаҡ. Кисәгә нисек кейенергә хәл иттем инде – башыма ярашлы ҙур ҡабаҡ һатып алдым!

Фото: яһалма интеллект

Автор:
Читайте нас