– Уныһы пүстәк! Аттестатын да, дипломын да айн момент табабыҙ уны.
– Юҡ, ағай, барыбер бирмәҫтәр. Экзамендар тапшырырға кәрәк бит!
– Юҡҡа ҡурҡама-а-а! Аҡсаң булһа, хәҙер үҙҙәре килтереп бирәләр.
– Ярай, диплом да алдыҡ, ти. Етәксе кешегә ҡотлауҙар яҙырға, һөйләргә лә кәрәк. Мин исем-фамилиямды яҙғанда ла ун хата ебәрәм. Ана, былтыр беҙҙә ауыл халҡы йыйылышып шишмә аша күпер һалғайнылар. Уны асырға ҙур етәкселәр килде, почет грамоталары тапшырҙылар, ҡотланылар. Күп һөйләнеләр. Мин һис улай булдыра алмам ул.
– Уныһы ла ерунда. Етәксе кешенең ҡасан яҙышып ултырғанын күргәнең бар. Уның өсөн махсус кешеләр быуа быуырлыҡ. Мәҫәлән, замдар, помдар нимә өсөн тиһең! Бөтәһен дә улар яҙа. Һиңә матур итеп уҡырға ғына ҡала.
– Мин матур ғына уҡый ҙа белмәйем.
– Белмәһәң, ятларһың.
– Шунан?
– Шунан ни, төрлө байрамдарға, юбилейҙарға йөрөйһөң. Халыҡты ҡотларға кәрәк. Мәҫәлән, тиҙҙән Байғош районында бәҙрәф асалар.
– Аһ...
– Бер ҙә аһ түгел. Үҙең беләһең – беҙҙә һәр яңы нәмәне шартына килтереп асыу, ҡотлау, ҡыҙыл таҫманы киҫеү йолаһы бар. Әлбиттә, бындай яуаплы вазифаны бары етәксе генә башҡара ала. Һине икмәк-тоҙ менән ихлас ҡаршы алалар. Ә һин йылмаяһың, тарихи көн менән матур итеп ҡотлайһың. «Ҡотлайым», «матур йәшәйбеҙ», «тормош алға бара» тигәнерәк һүҙҙәрҙе әйтәһең.
– Шунан?
– Шунан ни, әлбиттә, шундай тантаналы саранан һуң һине һығылып торған банкет көтә.
– Шунан?
– Унда ла матур йәшәүебеҙ хаҡында әйтергә кәрәк. Шунан тип ни! Иртәгеһенә икенсе ауылда бәҙрәф эшләй башлағандар. Әле төҙөлөп бөтмәһә лә, уны ла мотлаҡ һин асырға тейешһең. Бында ла шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтәһең. Беҙҙең тормошобоҙ яҡшырһын өсөн көс һалған етәкселәргә рәхмәт әйтәһең. Үҙең беләһең, беҙҙең халыҡ зарланырға ярата. Ундайҙарға ла һүҙең әҙер булһын. Дөрөҫ, әлегә ауырлыҡтар бар. Әммә былар ваҡытлыса ғына. Беҙҙең олатай-өләсәйҙәребеҙ бөтөнләй насар шарттарҙа йәшәһә лә, һис илауҙы белмәгән. Уларҙан өлгө алайыҡ. Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора. Киләсәктә коррупцияны еңеп, коммунизмда йәшәйәсәкбеҙ, тиң. Аңланыңмы инде?
– Эйе, эйе.
– Бына шулай – тегендә берәүҙең юбилейы, унан тағы икенсенеке. Тегендә-бында яңы төҙөлөштәр асып, ҡотлап йөрөй торғас, аҙна үтә лә китә.
– Шулай ғынамы?
– Юҡ әле. Ваҡытында халыҡтың күңелен дә күрә белергә кәрәк.
– Нисек инде? Премия яҙыпмы?
– Премия яҙһаң, шул уҡ көндө ашап бөтәсәктәр. Артыҡ аҡса ла юҡ. Ябай халыҡ грамота, миҙал тип үлеп бара. Иҫтәлекле бүләк кәрәк буласаҡ. Уны күргән һайын кәйефе күтәреләсәк, етәкселәргә рәхмәт уҡыясаҡ.
– Әтеү нисек?
– Үҙегеҙҙең берәй миҙалды эшләргә кәрәк. Иң шәптәрҙең ҡулдарын ҡыҫып, түшенә миҙал тағаһың, грамота бирәһең.
– Аңланым, аңланым.
– Аңлаһаң, хәҙер яҡшы костюм, баҙрап торған галстук, ялтлап торған туфли, затлы портфель барып ал. Белеп ҡуй, ҡустым, етәксе булһаң, аҡсаға мохтажлыҡ кисермәҫһең, унда-бында конверттар тоттора башлаһалар күҙең асылып ҡалыр.
– У-у-у-у! Эшләйбеҙ уны, емертәбеҙ. Әтеү иртәгә үк етәксе булам.
– Дөрөҫ! Уның бер ауырлығы ла юҡ! Ҡотлайым! Тик бер тапҡыр иҫкәртәм: бөтә ерҙә лә етәкселәреңде маҡтап телгә алырға онотма! Шунанмы?! Шунан тағы иң мөһиме шул: һинең кеүек эшһеҙ йөрөгән туғандарым быуа быуырлыҡ, әкренләп эргәңә йыйырһың. Улар ҙа етәксе булырға тейеш.