-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
24 Декабрь 2025, 15:45

Яңы йылға - шәп бүләк

Бер йыл тирәһе ҡатынымдан йәшереп аҡса йыйҙым. Ҡулаҡсаны һаҡлап ҡына, тотонмай ғына гараждың күҙгә күренмәгән еренә һалып барҙым. Юҡ, кәләштән аҡса йәлләмәйем, шулай ҙа үҙемдең дә күптәнге хыял бар: уйын өсөн компьютер алырға ине. Аҙаҡ яңы йылға дуҫым бүләк итте типме, икенсе нәмә уйлапмы алдар инем. Бисәнән арттырып булмай. Үткән аҙнала яңы ҡорған алып элгән. Мин эштән ҡайтҡас та күрмәгәнгә, әй, үпкәләне: – Һинең өсөн, өйөбөҙ нурлы, йылы булһын өсөн тырышам, ә һин... ә һин! – тип ярһыны. – Һуң ниндәй ҡорған торһа ла ярамаймы? Иртәнсәк күҙгә ҡояш төшмәһә, төндә үтәнән үтә күренмәһә – еткән! Аҡса әрәм итеп ни, – тип ысҡындырҙым да телемде тешләнем.

Яңы йылға - шәп бүләк
Яңы йылға - шәп бүләк

– Улай булғас, әйҙә, простынялар эләйек! Әйҙә һинең алама футболкаларыңды тегеп ҡуям... – ҡыҙып китте был.
Әйткәндәй, унан алда ғына минең футболкаларымды ташлап, яңынан алдыртты. «Аламаларың менән мине оятҡа ҡалдырып йөрөйһөң», -ти. Әллә, минеңсә, бик яҡшы әйберҙәр ине. Уларҙы алғаныма ун йыл да тулмаған.
Ҡорған өсөн ирешеп, үсегештек. Шулай ҙа «заначка»мдан аҡса алып, гөлләмә бүләк итеп, ғәфү үтендем.
– Рәхмәт, – тине ул гөлләмәне ҡулында өйрөлтөп. – Нисә һум булды инде? Биш-алты меңдер инде бындайы...
– Уныһы мөһим түгел, – тигән булдым мин.
– Икенсе ваҡыт өс көндән һулырлыҡ гөлләмә алғаныңса, беҙҙең йоҡо бүлмәһенә яңы балаҫ ал, йәме, – тип ҡуйҙы ахырҙа.
Ә бөгөн: «Был иҫке диван залға тап килмәй. Замансараҡ кәрәк», – тип уфтанырға тотондо.
Туранан-тура талап итмәйенсә, уфтаныуҙар иҫәпкә алынмай! Шуға ла йәһәтләп йыйған байлығыма компьютер барып алайым тип, аҡсамды паспорт араһына һалып, магазинға киттем. Үҙемә бынамын тигән бүләк булыр Яңы йылға! Барып етеп, үҙемә оҡшаған компьютер һайлап, инде түләйем тиһәм, аҡсам һаҡланған паспортым кеҫәмдә юҡ икәнен аңлап ҡалдым. Өйҙә оноттоммо икән? Юҡ! Түш кеҫәмә һалып һалғас, һуңынан тотоп ҡарағанымды иҫләйем. Йән-фарман кире йүгерҙем. Юлдан күҙемде алмай атланым: «Нисек инде? Нисек инде? Төшөп ҡалдымы икән? Бөртөкләп йыйған аҡсаларым!» – илай яҙҙым тиһәм дә алдашмаҫмын. Юлда паспортым ла, аҡсамды ла тапманым.
Бойоғоп та, енләнеп тә өйгә ҡайттым. Ингән ерҙе ҡараштырҙым. Күренмәй.
– Нимә эҙләнәһең унда? – тине ҡатын, аш бүлмәһенән сығып.
– Паспортымды юғалттым, – тинем теш араһынан.
– Залдағы өҫтәлгә һалдым мин уны, – тине ул тыныс ҡына һәм аш бүлмәһенә инеп юғалды.
Мин өҫ кейемемде лә сисмәй төп яҡҡа йүгерҙем. Эйе, шул, ана ята паспортым! Тик ҡулға алырға ҡыймай торҙом. Эсендә аҡсаһы ятамы, юҡмы? Ятамы, юҡмы?.. Бисә эсен асып ҡарағанмы? Юҡмы? Эй-й! Булды ни, булманымы! Ҡулға алдым да астым... Бер тин юҡ!
Бөттө баш. Ҡатындан: «Эсендә аҡсаһы бар ине, һин алдыңмы?» – тип һорап булмай бит инде. Ул алған булһа ла, насар, ул алмаған булһа ла, насар. Ни эшләргә? Унан йәшереп аҡса йыйғанымды белһә, ингәс тә мейемде ашар ине. Янына разведкаға сыҡтым.
– Паспортты ҡайҙан таптың ул, – тигән булам. Эстән генә: «Урамда тип әйт, урамда тип әйт!» – тип уйланам.
– Ишек эргәһендә ята ине, – ти ул бешеренеүен дауам итеп.
– Тыштанмы, эстәнме?
– Барыбер түгелме? Нимә төпсөнәһең? Табылды бит.
– Эйе шу-у-ул, – тигән булдым.
«Хәйләкәр бисә! Моғайын, аҡсаны ул алғандыр әле! Улай тиһәң, унан йәшереп ҙур сумма йыйғаным өсөн нишләп мейемде серетмәй?» – хәрәкәтенә, күҙенә ҡарап аңларға маташам. Битендә бер мускулы ҡыбырламай бит, исмаһам.
«Ғүмеремдә үҙемә бер тапҡыр бүләк эшләрмен тип уйлаған инем! Бәхетһеҙ, бәхетһеҙ мин! Ана шулай була инде, хәләл ефетеңде алдап йөрөһәң. Ярай, һабаҡ булыр», – тип уйланып, үҙемде йыуатып тәрән уфтанып ҡуйғанымды ла һиҙмәй ҡалдым.
– Нимә уфтанаһың? – тине мине тишерҙәй булып ҡараған ҡатыным. – Кейен, киттек!
– Ҡайҙа? – тип аптырап киттем.
– Һиңә яңы йылға бүләк алам, – тип кеҫәһенән минең аҡсаларҙы сығарҙы. – Нимә унда алырға уйлағайның? Компьютермы?
Шатлығымдан ауыҙым йырылып китте:
– Эйе! – тип урынымдан һикереп тороп, кәләшемде үпәс иттем. – Ысынлап, миңә компьютер алабыҙмы? Ысынмы?...
Үҙ бәхетемә үҙем ышанмайым! Яңы йылға был бит иң яҡшы бүләк булды! Хыялланғанымса! Ҡатынымды был хәлдән һуң тағы ла нығыраҡ ярата башланым, шикелле!..
Туҡтағыҙ әле! Ә нимә бүләк булды ул? Үҙем йыйған аҡсаға компьютермы, әллә кәләшемдең мейене серетмәүеме?..

Айгөл СӘЛӘХОВА.

Фото: shedevrum.ai

Автор:
Читайте нас