– Абзый бик ҡабалана, ул шәп юмореска килтергән, Фәнис, уны Яңы йыл һанына әҙерлә, – тип миңә йәнә ҡулын һуҙҙы. Үәт, замана, үәт, тиҙлек. Кабинеттан атылып сығып киткән Фәнисте күҙҙән юғалтмаҫҡа тырышып, артынан эйәрҙем. Ул да һүҙҙе ҡыҫҡа тотто:
– Яңы йыл һанында уҡырһығыҙ юморескағыҙҙы, фотоһүрәтегеҙ менән бирербеҙ, бына, иң башта һеҙҙең әйберегеҙҙе уҡыр өсөн уны иң өҫкә һалам.
Егет минең яҙманы өҫтәлдән инде ярты метрға күтәрелгән ҡағыҙҙар өҫтөнә ырғытты ла, ихлас йылмайып, хушлашырға ҡулын һуҙҙы.
Үәт замана, үәт тиҙлек. Үҙемдән бер һүҙ әйттермәйенсә йомош йомошланды ла ҡуйҙы. Ауылға ҡайттым да көндәрҙе, хатта сәғәттәрҙе һанай башланым. Ә ваҡыт үтмәй. Хат ташыусыны дүрт күҙ менән көтөп алам хәҙер, беренсе мөхәббәт менән осрашыуға шулай ашҡынмай торғайным. Уныһы ла ҡарышҡан кеүек онотҡанда бер килә. Тик был ни хәл? Яңы йыл һанында минең юмореска юҡ ине. Февраль, март айҙарында ла күренмәне. Нишләйһең, ғәйеп үҙемдәлер, барырлыҡ түгелдер.
Тағы ла ҡыш етте. Декабрь айының ябалаҡлап ҡар яуған мөғжизәле иртәһе. Мин былтыр яҙған юморесканы алып, йомошлайһы эштәр яҙылған ҡағыҙҙы түш кеҫәһенә һалып, йәнә баш ҡалаға йүнәлдем.
Иң башта үҙемдең әйберҙе уҡыр өсөн генә ҡараштырған журнал редакцияһына индем. Тура Фәнискә. Ингәс тә уны йәлләп ҡуйҙым. Өҫтәл өҫтөнән инде бер метрға күтәрелгән ҡағыҙҙар артында башы саҡ күренә, бахырҙың. Мине таныны, буғай, ихлас йылмайып күрешергә ҡулын һуҙҙы.
– Һеҙҙең әйберегеҙҙе уҡып өлгөрмәнем әле, абзый, – тип шаҡ ҡатырҙы ул. – Бына, алдымда ғына ята.
Тик күпме генә эҙләһә лә, «алдында ятҡанын» таба алманы. Шул тиклем ҡағыҙ араһынан табырһың!
Бәй, үҙемдә йәнә бер данаһы бар бит. Ҡағыҙҙарҙы алып Фәнискә һуҙҙым. Ул йәнә йөрәккә май булып яғылған һүҙҙәрҙе әйтте.
–Яңы йыл һанында уҡырһығыҙ, бына, иң башта һеҙҙең әйберегеҙҙе уҡыр өсөн иң өҫкә һалам.
Тик... Яңы йыл һанында ла, һуңғыларында ла юмореска күренмәне. Нишләйһең, яҙғас, еткереп яҙырға кәрәктер инде.
Йәнә ҡыш етте. Декабрь айының ябалаҡлап ҡар яуған мөғжизәле иртәһе. Мин өсөнсө йыл яҙған юморесканы алып, йәнә баш ҡалаға йүнәлдем.
Иң башта хәҙер күрә алмаған журнал редакцияһына керҙем. Дөрөҫ уйлайһығыҙ, юморесканы был юлы ла таба алмаған Фәнискә өсөнсө данаһын ҡалдырып, бүтән йөрөмәҫкә ант итеп, ҡайтып киттем. Журналдың Яңы йыл һанын асһам... минең юморесканы баҫҡандар. Үәт шатлыҡ әй! Рәхмәт әйтер өсөн мөхәррирҙең телефон номерын йыям.
– Әйттем бит, оҙаҡҡа һуҙмай сығарабыҙ тип, – мөхәррирҙең тауышы көр сыға. – Әйберҙәреңде ебәргеләп тор, абзый, шәп яҙаһың, бына мин юморескаңды аяғүрә баҫып уҡыным.
Ҡыуандырҙы бит мөхәррир. Яңы йылға арналған йәнә берәй юмореска яҙам әле. Декабрь айының ябалаҡлап ҡар яуған мөғжизәле иртәһендә йәнә баш ҡалаға юлланам, былай булғас.
М. Мөхәмәтов.