Унан икенсеһе үҙенең фекерен еткерҙе:
– Һөйләмдәре эт эсәге кеүек оҙон, башынан аҙағына тиклем һөрлөгә-һөрләгә саҡ уҡып сығаһың.
Хатта бер табаҡтан ашап, бер табаҡтан эсеп тигәндәй йөрөгән йән дуҫы Ғосман да нимәлер өндәшмәү ҡалыуҙы яҙыҡ булыр тип уйланы ахырыһы:
– Эшкә ғүмер буйы һуңлап йөрөй, – тине ул былай ҙа ҡыҫыҡ күҙҙәрен селт-селт йомоп. Әйләнгән һайын бальничныйҙа.
Элекке хеҙмәттәшен берәү ҙә маҡтарға ашыҡманы. Етәксе, барыһына, йә һайрап бөттөгөҙмө тигәндәй ҡарап алды ла, йәнә һүҙ башланы.
-Иптәштәр, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, беҙҙә ул урын Мәжитов киткәндән бирле буш тора. Тикшереү-фәлән килһә, ни эшләп улай, әтеү штатығыҙҙы ҡыҫҡартырға кәрәк, бушҡа ҡаҙна аҡсаһын имеп ятаһығыҙ тип әллә ниндәй бәлә яғырҙар. Барыбер бер урын буш тора. Ғәйнетдиновтың кәүҙәһен үҙегеҙ беләһегеҙ бит. Ыздарауай, көслө. Ҡайһы ваҡыт әйбер ташырға ла кеше таба алмай хитланабыҙ. Байрамдарҙа өҫтәл тирәһен ҡараштырырға, сығып урам һеперергә булһа ла берәү кәрәк. Беҙ уны алайыҡ.
Етәксегә ҡаршы һүҙ әйтеүсе булманы...