-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
4 Ғинуар , 12:29

Хәҙәр ТАПАҠОВ Отош билеты

Юмористик хикәйә Хәлит почта бүлексәһендә коммуналь түләүҙәрен түләне лә ҡалған аҡсаһына лоторея билеты һатып алды.Сығышлай ҡайырылып ҡыҙыҡһынды:- Был билетҡа күпме аҡса оторға була?Оператор ҡыҙ ихлас яуапланы:- Иң ҙур отош – миллион һум, уңыштар һеҙгә!Ошондай ирәбе кешене яуапһыҙ ҡалдырырға ярамағанлыҡтан Хәлит тә үҙ сиратында йомартлыҡ күрһәтте:- Ота ҡалһам – отоштоң ҡап яртыһын һеҙгә бирәм, һылыу.

Хәҙәр ТАПАҠОВ Отош билеты
Хәҙәр ТАПАҠОВ Отош билеты

- Әйткән һүҙ атҡан уҡ, вәғәҙәгеҙҙе онота күрмәгеҙ. – Йәш ҡыҙ ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгелдер.

- Ҡайҙа йөрөйһөң бығаса? – Ҡатыны Рәзинә ризаһыҙ тызырайып ҡаршы алды.

- Ҡайҙа булһын эштән ҡайтышлай эргәләге почтаға һуғылдым, квитанциялар йыйылып киткән бит.

- Ни хаҡ түләнең инде?

- Ике айлыҡты бер юлы.

- Нисек түләнең?

- Картаны өйҙә онотоп ҡалдырғанмын, ҡулаҡса менән.

- Сдача ҡалғандыр бит? – Ҡатын-ҡыҙ ваҡсыл халыҡ бит инде ул, Рәзинә лә ҡалған аҡсаны теүәлләп алырға теләпмелер, ике ҡулын иренең яғына һондо.

- Уныһына лоторея билеты һатып алдым да ҡуйҙым. Беҙҙең бәхеткә, бәлки...

- Ҡапсығыңды киңерәк асып тот, йәме, беҙгә тигәндә бер тин дә эләкмәй ул, йөрөйһөң тағы ҡала ҡыҙырып, аҡса туҙҙырып. – Һорағаны усына ятмаған ҡатын үртәлгә-ндәй ҡулдарын ике яҡҡа йәйҙе. – Күреп тораһың, мин барған ер һайын чек алып ҡайтып тотонолғанды ҡат-ҡат хисаплайым, шулай итмәһәң аҡсаны еткерермен тимә.

- Оло бер бухгалтерия инде ул беҙҙең фатир. Киткән аҡсаны хисаплап ҡына килемде арттырып булмай, уның өсөн иң әүәл эшлә, тир түк, ти торғайны әсәйем.

- Эшләгән һин эшлә, иҫәпкә лә ҙурҙан, достоиндан бер кеше кәрәк.

     Ары һүҙ сыбалтырға теләмәгән Хәлит залдағы телевизорҙы тоҡандырып экранға ҡарап тексәйҙе. Шуның менән кәсекләшеү тамамланды һымаҡ. Өндәшешмәй ултырып киске сәйҙе һөрпөлдәттеләр ҙә шымтайышып йоҡларға яттылар.

- Рәзинә, һин йоҡлайһыңмы ул? – тип ҡыҙыҡһынды Хәлит биниһая ваҡыт урынында әйләнгеләп ятҡандан һуң.

      Үсеккәндәй һыртын ҡуйған ҡатыны мул осаһын мөлкөтөп ҡуйҙы, йоҡламай тимәк. Бер аҙҙан ҡәтғи ҡымғырлау тағы ҡабатланды, әйт башлағаныңды, тигәнде аңлатҡан хәрәкәт был.

- Ней, теге, лоторея билеты һаман да баштан сыҡмай бит әле. Әгәр уға көтмәгәндә ярты миллион аҡса уйнаһа һин ни ҡылыр инең?

- Ә нишләп ярты миллион?

- Һуң ярты инде, шунан да күберәккә өмөт итеп булмаҫ.

- Ә ул билеттың иң юғары нөктәһе нисә һум?

- Бер миллион.

- Бына бит, йәшерергә-боҫорорға тигәндә һине ҡуш, яртыһын ҡайҙа итмәксеһең?

- Күҙ алдына баҫтыр, беҙ шул иң ҙур сумманың яртыһын ғына оттоҡ икән ти.

- Нишләп яртыһын, юғарынан алдырып бер миллион оторлоҡ, тинең бит, тураһын, йәшермәй әйт, ҡалғанын ҡайҙа тыҡшырмаҡсыһың? - Рәзинә тороп ултырып ҡул-дарын баш аҫтына ҡуйып ятҡан иренә тексәйҙе.

- Давай йоҡлайыҡ, ҡыҙыҡ өсөн генә һүҙ башлағайным тағы.

- Ҡыҙыҡ өсөн бер ни ҙә эшләнмәй, шул ятыуыңда башыңда әллә күпме этлек тә мәкерҙер әле.

- Йоҡларға бир, йәме, әйттем-бөттөм, билет отоу менән отоштоң бер тинен дә сарыфламай алдыңа килтереп һалам.

- Тотоп алырмын тимә, шылғаяҡһың инде, бер үк балыҡ башы, отоштоң яртыһын ҡайҙа итмәксеһең, тим бит?

- Беҙ отманыҡ уны, шуның яртыһы ғына беҙгә килеп эләкте икән ти.

- Тотошо эләкһәсе?

- Уны бер кем дә алдан күҙаллай алмай. Хатта күрәҙәсе лә.

- Мәҫәлән минең интуициям килеп тороп көслө, юғары, һәр нимәне алдан һиҙәм, тоям, шулай булғас мине күрәҙәсе тип тә атарға мөмкин.

- Эйе, күрәҙәсе, кисә үлһәм бөгөн белмәгән булыр инем.

       Рәзинә былай ҙа ташбыҡ күҙҙәрен таһырайтып иренә ҡаҙалды:

- Ана бит, бөтәһе лә күҙ төбөңдә сағыла.

      Хәлит бер аҙға ғына быуар йыланға арбалған меҫкен ҡуяндай юғалып ҡалды ла бынан һис бер нимәне йәшереп булмайҙыр күрәһең, тигәндәй танауы аҫтынан мығырҙаны:

- Билет ота ҡалһа отоштоң ҡап яртыһын почта бүлексәһендә ултырған ҡыҙға тотторам, шулай килештек.

- Әһә, асыҡлана төштө, ҡыҙ тинеңме, нисә йәштә?

- Уны ҡайҙан ғына беләйем.

- Нисек инде, уйнаш иткән һөйәркәңдең йәшен белмәҫкә? Белмәгән хәлдә лә тоҫмалларға мөмкин, яҡынсалатып булһа ла.

- Етте, әйҙә, йоҡлайыҡ, һинең менән һөйләшә башлаһаң әллә нимәгә барып юлығыуың бар.

- Һөйләшеүҙе яңы башлап ҡына торабыҙ. Ну-ка тор әле! – Рәзинә өҫтөнә халатын кейҙе лә йоҡо бүлмәһендәге утты ҡабыҙҙы. – Почта бүлексәһендәге ҡыҙ тинеңме?

Анау күҙен-башын уйнатып лыс буяҡҡа мансылып ултырғанылыр әле, шулаймы?

- Уны мин ҡайҙан ғына беләйем, тәүгә күрҙем.

- Тәүгә генә күргәйнең теге, көтмәгәндә һиңә ҡаш һикерттеме? Таныш түгелдәргә ымһыныулы ҡаш һикертмәйҙәр, бик беләһең килһә, һин аҙғынға шул ғына кәрәк тә инде. Йәнә осраҡлы осрағандарға ярты миллионды һоғондора һалып та бармайҙар. Значит, ошоға саҡлы ниҙер булған һеҙҙең арала, быныһы тучны.

- Уф Аллам, аптыраттың да баһа. – Хәлит ары һүҙ көрәштерергә теләмәгәнлектән башын яҫтыҡ менән томаланы.

- Күҙҙәреңде йәшерәһеңме минән, тор хәҙер үк! – Ҡатын юрғанды һыпырып иҙәнгә ырғытты.

        Башҡа сара ҡалмағанлыҡтан Хәлит урынында тороп ултырҙы ла аяҡтарын иҙәнгә һалындырҙы:

- Урман төпкөлөнә ингән һайын шырлыҡ күбәйә, тигәндәй, етте, ҡатын, әйҙә тыныс ҡына таң аттырайыҡ. Иртәгә эшкә.

- Эшкә имеш, эш араһында әллә нимә ҡыланаһыңдыр әле, кем белә һине, бер ҡараһаң бындаһың, икенселәй күҙ атһаң әллә ҡайҙа йөрөп ятаһың. Йәш егеттәр ише сабаһың ғына, тотоп алырмын тимә.

- Эш араһында нимә ҡыланырға мөмкин?

- Ярты миллионға теге һөйәркәңә шәшке тун, ҡиммәтле итек, алтын балдаҡ алаһыңдыр.

- Уның менән генә аҡса бөтмәй бит, ҡалғанын ҡайҙа ҡуйырмын икән? – Хәлит әсенеүле йылмайҙы.

- Ҡайҙа, тип ял йортона путевка инде. Үҙең дә билем ауырта, санаторийға барырға ине тип аҙым һайын һайрайһың. Яңғыҙ олағырға йыйыныуыңдың ғилләһен төшөнд-өм хәҙер, тимәк ҡасып китеп икәүҙән-икәү генә типтермәксеһегеҙ. Тегендә ни күреүсе лә белеүсе лә юҡ, закунный ир менән ҡатын итеп ҡабул итәләр инде һеҙҙе.

- Фантазия үҙеңдә, бөгөндән яҙыуға-һыҙыуға тотонһаң бынамын тигән яҙыусы сығасаҡ үҙеңдән.

- Уныһын һинән үткәреп булмаҫ. Үткәндә тыуған көнөмдә ҡала гәзите аша йәнем дә, бер генәм, аҡыллым да сибәрем, тип сурытҡандан уҡ ништәп улайтҡан икән, тип эс тартҡайным да, баҡтиһәң шул юлдарҙы яҙғанда теге һөйәркәңде күҙ алдына килтереп ултырғанһыңдыр.

- Рәзинә, етте, юғиһә...

- Юғиһә, нимә, йортто ташлап сығып китмәксеһеңме?

- Сығып ҡайҙа барыр тиһең?

- Күптән билдәле. Үткән аҙнала шул почта бүлексәһенә ингәйнем теге ҡыҙ тишә яҙып миңә тексәйеп ултырған була, күҙе сыҡҡыр. Ҡасан ғына үлер инде был, иркенгә ҡалыр инек, тип эсенән хыялланғандыр ҙа әле. Үлермен үлмәй ҙә, шиш һеҙгә! – Рәзинә баш бармағын ике бармаҡ араһына тығып иренең яғына йүнәлтте. – Һеҙҙең икегеҙҙе ҡушарлатып һалып бер юлы дөмөктөрмәй тороп миңә үлем хаҡында уйларға ла ярамай.

- Балаларҙан оял исмаһам.

- Иң әүәл һин оял, йәме, сәстәреңде ағартып тинтәкләнеп йөрөйһөң. Балаларға килгәндә улар ҙурайып бөткән инде, үҙ көндәрен үҙҙәре күрер. Улайға уҡ китһә улар ҙа барыһын да беләләр, өндәшмәйҙәр генә, ҡала бәләкәй, туған-тыумаса ла һиҙемләй. Шулай булмаһа, үткәндә табын йыйғанда һеңлең нимә тигән булды әле: “Ағай һин шул тиклем дә йәш күренәһең, йәш ҡыҙҙар ғашиҡ булырлыҡ.” Һеңлеңдең кинәйәһен ул саҡ төшөнмәй аптыранғайным да, бына, ниһайәт асыҡланды.

      Хәлит башҡаса яуап таба алмай башын баҫты.

- Башҡаса ҡайымлашып әйтерең юҡмы, хаҡ һүҙ күҙҙәрҙе тишә шул!..

       Рәзинә оҙаҡ, ярты төн ауғансы туҙынды. Талаш һөҙөмтәһендә ҡатыны йоҡо бүлмәһ-енә йоҡларға ятты, ул инде залға сығып курткаһын бөркәнеп диванда бөгәрләнде.

     Иртәнсәк мөлкәт ҡап яртыға бүленгән ине инде, бер яҡта Хәлиттеке икенсе яҡта – Рәзинәнеке. Бесәйҙәре генә ҡайһы тарафҡа һуғылырға, ҡайһы өлөштә ҡалырға белмәй иҙән уртаһында шаңҡып ултыра. Өҫтәлдә айырылышыу билдәһе булып никах таныҡлығы ята.

    Бер аҙна самаһы айырым йоҡлап, айырым тәғәмләнеп йөрөнөләр. Билетҡа килгәндә бәхеткә күрә ул отманы. Алай ҙа отманы, отҡан хәлдә эш ҙурға китә ине. Йортҡа тир түкмәгән килем инмәһә йәшәү барыбер еңелерәк, күңеллерәк, аҡса бит ул иреш-талаш сығанағы. Хәлит менән Рәзинәгә килгәндә бер килеп улар ҙа ярашырҙар, татыу, килешеп йәшәй башларҙар, башҡаса билет алмай, отош уйнамай ғына.

Автор:
Читайте нас