-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
12 Ғинуар , 11:22

Ярҙамсылар Юмористик хикәйә Венер ИСХАҠОВ

Ҡарағай ауылына бәлә көтмәгәндә килде. Теүәл ике йыл элек кенә төҙөлгән өр-яңы мәктәптә утыҙлаған бала ҡыуана-һикерә уҡып йөрөй ине. Талғын ғына ел иҫкән бер көндө, әллә төҙөүселәре шәп булған, әллә ел, уның ҡыйығы елфер-елфер осто ла китте. Был хаҡта телевизорҙан күрһәттеләр, радионан һөйләнеләр, тиҙ арала ҡыйыҡты эшләп ҡуйырға, яңы уҡыу йылына өлгөртөргә кәрәклеген әйттеләр. Тик, әмәлгә ҡалғандай, ауылда тиҙ генә эшкә тотонорҙай ир-егеттәр табылманы – ҡулы эш белгәне вахтала йөрөй, булғаны йөҙө-башы салшайып, мәңге һуҡмыш тигәндәй...

Ярҙамсылар Юмористик хикәйә Венер ИСХАҠОВ
Ярҙамсылар Юмористик хикәйә Венер ИСХАҠОВ

Шулай ҙа был донъяла изге йөрәкле кешеләр аҙ түгел икән. Ауылда булмаһа ни, Өфөлә ярҙамға тип йүгереп йөрөүсе бер төркөм бар. Ошо хәбәрҙе ишетеү менән улар шарт һикереп төштө: “Беҙ барабыҙ ҙа, беҙ барабыҙ!” Тиҙ генә ярҙамға барырға теләүселәрҙең исемлеге төҙөлдө. Ул ғәләмәт оҙон ине. Шуға ла бындай яуаплы эшкә тик лайыҡлылар һайлап алынды.
Эй, хәҙер замандың шәплеге! Ярҙамсылар юлға сыҡмаҫ элек үҙҙәрен шарт-шорт фотоға төшөрөп, статустарына беркетеп тә ҡуйҙы. Шуны ғына көткән телевизионщиктар, үҙҙәренә тиҙ генә эләктереп, сираттағы яңылыҡтар тапшырыуында ярҙамсыларҙың эшен бөтә донъяға ла күрһәтте. “Бәлә килгәндә беҙ яңғыҙ түгел...” тип атала ине ул. Баҡтиһәң, күптәр бөгөндән ҡазаға тарыған ауыл халҡына ярҙам итергә еңдәрен төргән. Тапшырыу барышында улар бер-береһен бүлдерә-бүлдерә үҙҙәренең ниәттәре хаҡында һөйләне:
– Мин бөгөндән ҡулымдағы ручканы сүкешкә алмаштырырға әҙер, – тине ҡарҙай ап-аҡ күлдәк, галстук таҡҡан тулы ғына бер егет. – Беҙҙең халыҡ борон-борондан бәлә килгәндә бер-береһенә ярҙамлашып йәшәгән. Беҙҙең ише кешеләр барында мәктәп яңы уҡыу йылына әҙер буласаҡ. Һәм беҙ быға һүҙ бирәбеҙ!
– Эйе, эйе, – тип башын һелкә-һелкә йөпләне уны здарауай ғына ир. – Беҙ булдырабыҙ! Күмәкләшеп эшләү татыулыҡҡа, берҙәмлеккә килтерә. Эштәр ҙә ырамлы бара, ярыш сәме уяна. Электән бөтә эштәр өмә менән башҡарылған.
Гүзәл заттар ҙа был изге саранан ситтә ҡалырға теләмәне. Борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан ҡара ҡашлы, нескә генә билле һылыу ҙа бөгөндән ошо төпкөлдәге ауылға китергә риза.
– Беҙ дуҫтарыбыҙҙы бәләлә ҡалдырмайбыҙ! – тине ул. – Беҙ бит дуҫлыҡ, берҙәмлек менән көслөбөҙ. Мин аш-һыуға оҫтамын. Ярҙамсыларға бәлеш, бауырһаҡ бешереп торормон. Тәмле ашаған кешеләрҙең эше лә ырамлы бара, кәйефе лә көр була.
Ысынлап та, билдәләнгән көнгә баш ҡаланан аруҡ ҡына кеше килеп төштө. Үҙҙәре ихластар, көлөшәләр. Улар артынса хәбәрселәр ҙә тып итеп килеп етте. Бәй, ниңә аптырарға! Шундай мөһим эшкә йөрьәт иткән шәхестәрҙе бөтә ғаләмгә күрһәтергә кәрәк тә баһа! Бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк! Бына кемдәрҙән! Аллаға шөкөр, ҙур йөрәкле, ихлас кешеләребеҙ бихисап! Йәмғиәтебеҙ тап ошондай кешеләр арҡаһында алға бара ла инде.
Әлбиттә, ауыл халҡы ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, ашатыу-эсереү йолаһын тулыһынса үтәргә тырышты. Ҡаҙыһы ла, ҡымыҙы ла өҫтәл тулып ултырҙы. Йәйҙең хәтәр йәмле көнө. Йылға ҡайнап бара.
– Бындай көмөш кеүек йылғаны тағы ҡасан күрәбеҙ әле?! – тип рәхәтләнеп һыу инделәр, шаярҙылар, көлдөләр.
Йылтыр баштары ла булманы түгел. Йылға буйындағы туғайҙа шаҡтай ваҡыт һыйланып, күңел асып алғас, телевизионщиктар уларҙы ҡабаландыра башланы. Баҡтиһәң, уларға йырсыларҙан, депутаттарҙан, әртистәрҙән торған эшселәр бригадаһының был ҡыйыу аҙымы хаҡында репортаж әҙерләргә кәрәк. Шуға ла улар эште ҡыҙыу тотто.
– Ҡараңғы төшөргә лә күп ҡалманы. Өлгөрөргә кәрәк. Йәһәт кенә өҫ-баштарығыҙҙы алмаштырығыҙ ҙа эшкә тотонайыҡ, – тине оло ҡара аппаратура күтәргән егет.
– Ҡулығыҙға балта, сүкештәр алығыҙ, – тине уның ярҙамсыһы.
– Сүкеш, балта? Уны ҡайҙан алайыҡ?
– Хәҙер! – Ауыл хакимиәте башлығы күрше-тирәнән балта, сүкеш кеүек нәмәләр йыйып килтергәнсе, шаҡтай ваҡыт үтте.
Хәҙер кемдер балта тотто, кемдер сүкеш эләктерҙе.
– Беҙ әҙер!
– Ошо килеш төшәһегеҙме? Улай ярамай. Эш кейеме кейегеҙ.
– Эш кейеме?! Уныһын ҡайҙан алайыҡ? – Ярҙамсылар, һин табып бирәһең, тигәндәй, тағы ялп итеп силсәүиткә ҡараны.
Ысынлап та, ярҙамсыларҙың эш мәлен тулыһынса күрһәтергә кәрәк ине. Бер аҙҙан уларҙы телевизионщиктар төшөрә лә башланы.
Уларҙы бәхетле йылмайтып, һөйләтеп, ҡыйыҡһыҙ мәктәп бинаһын күрһәтеп шарт-шорт

иткәс, бер аҙҙан эш тә тамамланды.
– Беҙ ҡабаланабыҙ! Бөгөнгө киске тапшырыуға өлгөртөргә кәрәк, – тип, йәһәтләп ҡайтыу яғына юлландылар.
Улар артынан ярҙамсылар төркөмө лә ашыҡты.
– Беҙ ҙә ашығабыҙ!
– Эшкә барырға кәрәк.
– Балам унда ни хәлдә генә икән? Өйҙә бер үҙе генә ҡалғайны...
Журналистар ҙа үҙ эшенә тилберлек күрһәтте. Киске яңылыҡтарҙа ярҙамсыларҙың хеҙмәтен күргән халыҡ уларҙы маҡтап бөтә алманы.
– Бына малаҙистар!
– Рәхмәт яуһын!
– Беҙҙең ауылға ла килмәҫтәрме икән?
– Аллаға шөкөр, шундай шәп йәштәребеҙ бар!
Ваҡыт тигәнең һиҙелмәй үтеп тә китте. Беренсе сентябрь ҙә етте. Мәктәп ҡыйығы нисек осоп килеп төшкән, шул килеш ята бирҙе. Ә был көндө бүләктәр алған ярҙамсы егет-ҡыҙҙарҙың ниндәй бәхетле минуттар кисереүҙәрен ҡояш кеүек балҡыған йөҙҙәренән уҡырға була ине...

Фото: doctorramey.com

Автор:
Читайте нас