Рәйсәнең баҡсаһы иһә тәтәйҙәй ялтырап ята. Бына ул ысынын да уңған. Ҡара яҙҙан ҡар яуғансы, баҡсаһында ҡыптырлап, көн үткәрә. Тәскирә, көнләшеп, күршеһенең яғына ҡарарға теләмәһә лә, күҙ ташланы. "Вәт исмаһам баҡса," - тип уйланы. Матур йәйҙе йәмләп, төрлө төҫтәге аллы-гөллө сәскәләр күҙҙен яуын алып үҫәләр. Түтәлдәрендә ҡыярҙар тәгәрешеп ята, помидорҙары ла ҡыҙара башлаған. Сүп үләненең әҫәре лә юҡ. Әйтерһең, уның баҡсаһы икенсе планетаныҡы.
Шулай эсе күпһеп, ул яҡтан был яҡҡа йүгереп йөрөй торғас, уның күҙенә Рәйсәнең яғынан үҙенекенә табан үҫеп килеп сыҡҡан бер үлән салынып ҡалды.
-Әһә, бына бит! - тип, ҡыуанысынан ҡысҡырып ебәрҙе Тәскирә. - Уның да әллә ни түгел баҡсаһы, сүп үләне үҫкән. Хатта минең яҡҡа килеп сыҡҡан. Шунан башлана ла инде. Орлоғо ҡойолоп, таралып үҫеп киткәндер әле, - тиеп, үҙ алдына һөйләнепме һөйләнде.
Ҡапҡа шығырлағаны йә берәй тауыш ишетелгәндәй булһа, ураған һайын шул яҡҡа ҡарап, күршеһенең килеүен түҙемһеҙләнеп көттө. Хатта йыш боролоуға муйыны ауырта башланы. Ҡараған һайын, ундағы тәртипте күреп, күңеле ҡайта барҙы. Үҙе лә күптәнән, күршеһенән ҡалышмаҫҡа тырышырға маташа ла ул. Килеп сыҡмағас, сыҡмай инде. Булдыра алмай, әллә ялҡаулыҡ көслө, әллә йоҡларға яратыуы ҡамасаулай.
Күршеһе Рәйсәнең: -Тәскирә һауғынамы, ни хәлдәрҙә? - тигән тауышына һиҫкәнеп китте.
-Һаубыҙ, һаубыҙ, - тиеп, ҡоро ғына иҫәнләшеп, һөжүмгә күсте.
-Күрше, һин ҡыйыңды утаһаң, матур итеп ута. Бына бынауын күрәһеңме? - тип баяғы үләнгә күрһәтте. - Инде икенсегә орлоҡ ҡойоп ултыралыр ул. Минең баҡсамды бөтөнләй баҫып алған һинең яҡтан үҫкән үлән. - Үҙе һөйләгән һайын, үҙе ҡыҙып китте. - Минең яҡҡа хатта сүп үләненең орлоғон ырғытҡанһың икән, күреүселәр бар, - тиеп әйтеп ысҡындырҙы. Быныһының артыҡ икәнен дә белә, ләкин һуң ине. Шулай ҙа ул ҡәнәғәт ҡалды. Тетмәкәйен тетте күршеһенең, йөрөмәһен әле ҡупырайып, әллә кем булып. "Мин дә булдырам уны", - тигән уйҙар менән, тағы сүп йолҡа башланы. Ләкин тамыр йәйгән ҡый үләндәре һис бирешергә теләмәне. Ахыр сиктә, тамам ялҡып, алйып: "Үҫтермәгәнем баҡсамы, бер-ике ҡыярҙы, помидорҙы былай ҙа һатып алып була," - тип фекерләне. Үҙ уйынан ҡыуанып китте. Үҫтергән ана, Рәйсә үҫтерһен, йәй буйы ҡаҡланып ятаһым юҡ. Шундай матур ваҡытты ошонда үткәрсәле. Кисә генә эшләткән маникюры кителеп төшөүен күргәс, бөтөнләй кәйефе төштө. Беләге лә эҫе ҡояшҡа ҡыҙарып сыҡҡан. Былай булмай.
-Киләһе йыл иртә яҙ менән килермен, бөтөнләй яңынан башлармын, алда ғүмер бар әле, - тиеп, үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, өйөнә инеп китте.
Рәйсә, йырлап торған радиоға ҡушылып, көйләй-көйләй самауырға ут һалды. Мунсаһын яғып ебәрҙе лә, түтәленә һыу һибә башланы. Тәскирәнең был ҡылығына күнегеп тә бөткән инде. Йыл да ҡабатлана ошо күренеш. Матур һөйләргә яратҡан күршеһе быйыл да ғәҙәтенсә ҡыланды.
Күп тә үтмәне, Тәскирәнең, башына ҡалпағын ҡырын кейеп, тәгәрмәсле арбаһын һөйрәп, ҡайтыу яғына ыңғайлағаны күренде.
Фото: ru.pinterest.com