Бер нисә көндән телевизорҙан уларҙың бөтә әйберҙәрен зыҡ убып машинаға тейәп йөрөгәнен дә күрһәттеләр. Кемдер яғаһыҙ бәлтә тотоп алған, кемдер ямаулы салбар эләктергән, йәмшәйгән һауыт-һаба, тотҡаһыҙ сәйнүк тә күҙгә салынды. Унда ла әлеге лә баяғы теге мыйыҡлы ағай:
– Халҡыбыҙ борон-борондан ауырлыҡтарҙы бергә күтәргән, – тип һөйләп тора. – Был изге йоланан беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ. Ошо хәбәрҙе ишетеү менән изгелек итергә ашыҡтыҡ. Бына халҡыбыҙ үҙҙәренә кәрәкмәгән бик күп кейем-һалым, һауыт-һаба, юрған, мендәр алып килде. Хәҙер ошо әйберҙәрҙе алып барып тапшырырға, ауыл халҡын ҡыуандырырға тип юлға йыйынабыҙ. Үҙебеҙ менән ике әртисте лә алдыҡ, концерт күрһәтәсәкбеҙ. Мохтаждарҙы ҡыуандырыу – бик сауаплы эш. Изгелектәр ҡылып йәшәйек.
Вәт, бар бит киң күңелле кешеләр тип уйланым эстән генә. Хатта үҙемдең бошмаҫлығым өсөн оялып та ҡуйҙым.
Кисен эштән ҡайтып, донъя яңылыҡтарын беләйем әле, тип телевизорҙы ҡабыҙһам, ниндәйҙер ауылды күрһәтәләр. Клуб алды. Уның ихатаһында тауҙай булып иҫке-моҫҡо кейемдәр, әйберҙәр өйөлөп ята. Унан, баяғы, мыйыҡлы ағай һөйләй башланы тағы:
– Бына беҙ яҙғы ташҡында ҡаза күргән ауылдабыҙ. Шундай ауыр ваҡытта ҡан-ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам итә алыуыбыҙ өсөн сикһеҙ шатбыҙ.
Эргәһендә бер нисә кеше лә тора. Уларға ла һүҙ бирҙеләр.
– Рәхмәт инде, рәхмәт! – тине бер бабай йөҙөнә ҡәнәғәтлек билдәләре сығарып. – Бынау аҙыялдары ҡалай һәйбәт булды әле. Ҡышын мөгәрәптәге бәрәңгене ябам тиһәң, әйбер таба алмай хитлана инем. Тастары ла бик кәрәк, ҡош-ҡортҡа ризыҡ һалырға.
– Мин бынау ҡалын тунды алдым әле, – тип һүҙгә ҡушылды икенсе бабай. – Атҡа септә урынына ябырға харап йәтеш...
– Яңы ғына ҡаҙ бәпкәләре алғайным. Бынау куфтылар аҫтарына түшәргә самый, – тине бер әбей. – Әйләнгән һайын аҫтарын алмаштырырға кәрәк. Сепрәк еткереп булмай ҙаһа.
Был минутта халыҡҡа шул тиклем изгелек эшләүенә үтә ҡәнәғәт булып тороуын ағайҙың йөҙөнән уҡырға була ине.
Мыйыҡлы ағай етәкләгән ойошманың был изге эше онотолоп та бара ине. Кисә яҡташтар чатын асһам, ни күрәйем, тағы шул ағай күҙгә салынды. Ҡулына хан заманындағы телевизор тотҡан. “Һуҡыр балалар тәрбиәләнгән йортҡа телевизор бүләк итәм. Барыбер өйҙә саң йыйып ултыра. Исмаһам, сабыйҙарға бер файҙаһы тейер”, тип яҙып та ҡуйған. Бер аҙҙан уның шул телевизор менән төшкән кәртешкәһе, тағы әллә күпме чаттар буйлап китте. Иртәгеһенә ни күрәйем, бер гәзиттең сайтына эләктереп тә алғандар. “Фәлән Фәләнов һуҡыр балалар йортона телевизор бүләк иткән...”
Изгелек эшлә лә һыуға һал – балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халыҡ белер, имеш. Һыуға һалған нәмәне этем белде, ти! Бының менән мин төптө килешмәйем. Үҙе киң күңелле, үҙе йомарт мыйыҡлы ағай ҙа тап шулай уйлайҙыр, тим.