Ижад кешеһе булғас, унда-бында күп йөрөй. Күптәр уны таный ҙа. Бәс, шулай булмай! Телевизорҙан кемде тиһәң – уны күрһәтәләр. Түше тулы орден да миҙал. Шатлығынан ауыҙы ҡолағына еткән – ниндәйҙер байрамда әллә ҡырҡынсы, әллә илленсе наградаһын алған. “Шул тиклем ҙурланылар, шул тиклем ҙурланылар! Тыуған көнөмә көтөлмәгән бүләк булды был. Үҙем хатта һиҙмәй ҙә ҡалдым. Илем, халҡым өсөн булған фиҙакәр хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә халҡыма арымай-талмай хеҙмәт итәсәкмен”, – ти ул.
Түш тултырып миҙал-ордендарын тағып төрлө ойошмаларҙың, етәкселәрҙең ишектәрен күп шаҡый.
– Фәлән илдән ҡайттым. Шул премияны алдым. Шул хаҡта яҙырға кәрәк.
– Мәскәүҙә осрашыу үткәрергә ине уй. Халыҡ һорай. Һеҙҙән ярҙам кәрәк ине.
– Күптән минең хаҡта яҙғанығыҙ юҡ.
Матбуғат йортонда ла уны йыш осратабыҙ. Осрашҡас, әлбиттә, иҫәнләшәһең, хәл-әхүәл һорашаһың. Күптән түгел үҙен беренсе ҡатта тап иттем.
– Иҫәнмеһегеҙ! Хәлдәр нисек?
– Иҫәнлеген иҫәнбеҙ ҙә ул, хәлдәр шәптән түгел...
– Нимә булды? Ауырып киттегеҙме әллә?
– Юҡ та.
– Улайһа нимә?
– Тиҙҙән юбилейым бит, шуның артынан тапаныуым. Эштәр күп инде. Бер нәмә ҡыбырлатмайҙар.
– Юбилей тиһегеҙ! Былтыр ғына билдәләнегеҙ түгелме?
– Уныһы шулай ҙа ул. Хәҙер алдағыһын хәстәрләргә кәрәк.
– Иртәрәк түгелме?
– Һис тә иртә түгел. Алай-былай иткәнсе, ваҡыт үтә лә китә. Бына яңы китап сығарырға кәрәк, берәй орден да юлларға кәрәк....
– Яңыраҡ ҡына орден алдығыҙ ҙа инде.
– Ул бит 60 йәшкә булды.
– Тағы бирерҙәрме икән? Уны бер нисә йыл үткәс кенә бирәләр.
– Ни эшләп бирмәһендәр, ти. Фәлән йыл һайын нимәлер ала. Ана, анау былтыр тағы почет грамотаһы алды. Унан мин ҡайһы ерем менән кәм? Йә, нимәһе бар шуның? Әйтеп ҡара әле. Әйтә алмаҫһың да. Телгә алып һөйләрлек бер нимәһе лә юҡ. Ә алған бүләктәренең иҫәбенә сығырлыҡ түгел. Хәҙер заманы шундай. Берәү ҙә, мә, һин шәп кеше, тип тоттороп ҡуймаҫ. Йөрөргә, тапанырға, айҡашырға кәрәк. Ҡуй инде, нимә юҡ, миңә юҡ. Әллә ниндәй не везуший кешемен.
– Әлләсе, һеҙ ҙә алып тораһығыҙ, шикелле. Ике-өс йыл элек кенә абруйлы премияны алғас, эй ҡыуандыҡ.
– Шуны әйтәһеңме? Кит! Эй, әллә нисә йыл йөрөй торғас, көскә алдым. Өнө тығылһын, тигәндәрҙер инде. Ошо йәшкә еткәс йыйын бала-саға күптән алып бөткән премияны бирмәһәләр ҙә булыр ине. Мыҫҡыл итеп. Уныһын да ҙур етәксе үҙе тапшырманы. Биргәс, алдым инде. Анау Кәримәне беләһең бит, минән алда шуға бирҙеләр. Эй, ғәрләндем. Рәнйенем үҙенә. Йә, мин әлегә йәш, лайыҡ түгелмен, ана шуға бирәйек, ул мохтажыраҡ, уға аҡса кәрәк, тип баш тартһа була бит инде, юҡ, йәбешеп ятып алды. Унан һуң, анау Ғаяндың алыуын әйт әле. Кит, мәңге бер урында баш баҫып эшләмәгән әҙәмгә бирҙеләр. Уға ла рәнйенем! Минең рәнйешем төшә ул. Анау бер ваҡыт мине нахаҡҡа үпкәләткәйне, хәҙер, ана, ни эшләп ултыра! Шунан үҙең һығымта яһа инде, ҡустым. Минең шул ваҡ-төйәктәр алып бөткән премияға ғына ваҡланып йөрөгөм килмәй. Мин республиканың иң ҙур премияһына лайыҡ!
– Ярай, уныһы ла булыр, Аллаһы бойорһа. Былтыр ғына дәүләт иҫәбенә китабығыҙ ҙа сыҡты.
– Ҡуй инде. – Ул ҡулын һелтәне. – Һин дә шуны күпһенеп торғас. Тышлығы бигерәк йоҡа. Лутсы сығармаһындар ине. Миңә тигәндә шул инде. Берәйһе күпһенде инде! Күрәлмәгәндәре бер мин булдым. Анауҙыҡын ҡалай ҡалын тышлы, матур итеп сығарҙылар. Ә миңә тигәндә, аҡса юҡ, имеш.
– Улай тимәгеҙсе! Гонорарын да алғанһығыҙҙыр әле?..
– Кит әле, шул өс бөртөк гонорарҙы ваҡланып һин дә иҫкә төшөрөп тораһың. Ул аҡсамы ни ул?! Аҡсаһына дачама бары бер мунса ултырттым инде. Шул бына.
Тағы бер сама хәленең шәптән булмауын һайраған шәхес:
– Туғаным, анау миҙалды кемгә бирәләр ул? – тип бер награданың исемен атаны. – Шуны йыйын теләһә кемгә биреп бөттөләр, ә миңә һаман юҡ. Фәлән дә алған, мәңге айныҡмаған төгәнгә лә биргәндәр. Улар мин эшләгәндең остоғон да эшләмәгәндәр. Тыуып өлгөрмәгәндәр, тыпылдатып миҙалын да ала башлайҙар. Белмәйем инде, белмәйем, әллә кемгә бирәләр, нисек юлын табаларҙыр? Ошо йәшемә етеп минең шул миҙалым юҡ бына. Аптыраҡ. Кисә генә телевизорҙы асып ебәрһәм, анауға ла (ул бер кешенең исемен атаны) шул миҙалды биреп торалар. Шул тиклем ниндәй хеҙмәт күрһәткән икән, бахыр! Бирерҙәр ҙә шул, фәлән кеше иренең нәҫеле, тиҙәр. Кит инде, кит! Әллә ниндәй заман китте. Бөтәһе лә таныш-белеш, дуҫ-ишкә генә бирелә. Беҙҙең кеүектәргә кукиш!
– Улай тимәгеҙсе! Аллаға шөкөр, халыҡ һеҙҙе таный, белә. Былтыр абруйлы конкурста еңеп сыҡтығыҙ. Бындай конкурста еңеү — үҙе мәртәбә.
– Килештерәһең инде. Унан ни файҙа? Шул аҡсаһы булмағанға ла еңеүсе иткәндәр инде. Мине шулай ғүмер буйы рәнйеттеләр инде, рәнйеттеләр... Мине рәнйеткәндәрҙе Хоҙай үҙе рәнйетһен.
... Кисә был шәхесте тағы осраттым.
– Һаумыһығыҙ! Хәлдәрегеҙ нисек?
– Хәлдәр шәптән түгел.
– Нимә булды?
– Һин ишеттеңме икән?
– Нимәне?
– Анау кешегә анау миҙалды биргәндәр, тиҙәр... – Ул барыбыҙға ла таныш исемде әйтте. – Телевизорҙан күрһәткәндәр, ти.
– Әлләсе, ишетмәнем.
– Килештерәһегеҙ инде. Белмәмеш тә күрмәмеш. Моғайын, үҙең юллашып әпиргәнһеңдер. Шунда мине лә ҡыҫтырып ебәрһәң булмаймы? Бер миңә юҡ... Ғүмер буйы тибелеп йәшәнем, ғүмер буйы... Гел мыҫҡыл иттеләр... Шул миҙаллыҡ та тормайым микән?! Ғибрәт инде, ғибрәт...
Фото: https://ru.freepik.com/