-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
10 Февраль , 12:15

МӨҒЖИЗӘЛЕ СӘМӘЙ

Бал ҡортоның ҡаяуы кемгәлер килешә, кемгәлер ағыу булыуы ла ихтимал. Бер нисә йыл элек Иглин районында булған ваҡиға тап шуға асыҡ миҫал. Минең Фәрит дуҫымдың күршеһе умартасы, йәй буйы шулар менән мәшғүл: тәрбиәләй, күстәрҙе айыра, бал ағыҙа. Бер ыңғайҙан ауыл муллаһы вазифаһын да башҡарған был Аллаһ бәндәһе дуҫымды өнәп етеңкермәй, имеш. Сөнки Фәриттең яйы килгәндә яҡа аҫтына һалып ҡуя торған ғәҙәте бар. Саманы белә үҙе, донъяһын онотоп, һөйрәлеп йөрөп эсмәй, ҡунаҡтарҙа, ял көндәрендә кәйеф өсөн генә тота. Магазинда һатылғанын алмай, үҙе эшләгәнгә өҫтөнлөк бирә.

МӨҒЖИЗӘЛЕ СӘМӘЙ
МӨҒЖИЗӘЛЕ СӘМӘЙ
"Үҙең яһағанға етмәй инде ул, магазинда нимә һатҡандарын ҡайҙан беләһең? Ана, ҡытайҙар хатта тиреҫтән дә спирт яһарға өйрәнгәндәр. Шунан араҡы яһап, Рәсәйгә оҙаталар, Аллам һаҡлаһын. Ә минең сәмәй таҙа, юғары сифатлы!" – тип ҡупырайып та ала ул. Шуға күрә феләктәр тултырып арыштан ғына бал әсетә, шунан йәйге иртәлә үләндәргә ҡунған көмөш ысыҡ тамсылары кеүек үтә күренеп торған сәмәй ҡыуалай. Мулла абзыйҙың Фәрит дуҫымды яратмауы ла шул сәбәпле.
 
Йәйҙе матур бер иртәһендә йәмәғәтем менән әлеге Фәрит дуҫыма ҡунаҡҡа барҙыҡ. Беҙ барып еткәнсе ҡояш дилбегә оҙонлоғо күтәрелеп тә өлгөргәйне, көн ярайһы ғына ҡыҙҙыра ла башланы. Атын яланға ҡыуалап ҡайтып килгән Фәрит беҙҙе күргәс: "Оһо, дуҫтар килгән икән, әйҙүк, – тип, ҡосаҡлап уҡ алды. – Хәҙер хужабикә сәй ҡуйып ебәрер, әйҙәгеҙ өйгә керәйек."
 
Сәй-мәй эсеп, күләгәгә сығып ултырғас, күршеләр яғына күҙ ташлап: "Ышто-то мулла авзый күренмәй?" - тип һүҙ башланым мин. "Иҫемә төшөрмә әле шуны, - тине Фәрит, ризаһыҙлыҡ белдереп. – Минең менән булыша ла йөрөй. Эсмә, тамуҡҡа эләгәһең. Ураҙа тот, намаҙға ултырырға ваҡыт. Уф, маҙаға тейә инде, валлаһи."
 
Шулай матур ғына һөйләшеп, дуҫымдың "ижад емешенән" ауыҙ итеп ултырғанда, күрше йорто яғынан ыңғырашҡан тауыш ишетелде: " Күрше, күрше-е-е, ярҙам ит, күршееее!"
"Атаҡ, нимә булған был Аллаһ бәндәһенә?" – тине Фәрит, ғәжәпләнә биреп. Уғаса булмай ҡолаҡҡа йәнә ялбарған тауыш ишетелде: "Күрше-е-е..."
 
Беҙ дуҫым менән осабыҙға ут ҡапҡан кешеләр шикелле күрше йортона саптыҡ. Ергә тубыҡланып бөгөлөп төшкән мулла абзыйҙың йөҙө буҙарынып киткәйне, үҙе ауыр тын ала. "Күрше, бынау ҡороғоро ҡорт саҡты," – тине ул көскә һулап.
 
Ҡорт сығыуға аллергия, имеш, күршенең. Мин "тиҙ ярҙам" хеҙмәтенә шылтыратҡан арала, Фәрит ней аралалыр йүгерә һалып ҡайтып, сәмәйен алып та килгәйне. Мулла абзый уны-быны аңлап та өлгөрмәне шикелле, дуҫым шешәләге көмөш шыйыҡсаны мулла абзыйҙың ауыҙына ҡойоп та ебәрҙе. Ярты шешәләй сәмәй күршенең ҡарынына төшөп еткәнсе, зәңгәр лампаларын ялпылдатып "тиҙ ярҙам" машинаһы килеп етте.
Медицина хеҙмәткәрҙәре килгәнсе, мулла абзыйға төҫ кергәйне инде, ул ерҙә аунап ятҡан түбәтәйен башына ҡырын һалып, шатлығынан йырлап ебәрҙе.
 
"Күрше менән гел дуҫ булып
Йәшәйек беҙ ғүмер баҡый.
Онотмайса изге һүҙҙе,
Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы..."
 
Йәш фельдшер ҡыҙыҡай ихлас йылмайып, Фәрит дуҫымдың ҡулдарын ҡыҫты. "Рәхмәт, ағай, һеҙ булмаһағыҙ күршегеҙ Аллаһы Тәғәлә алдында яуап тотор ине ошо минуттарҙа," – тине ул, китер алдынан.
Мулла абзый ҙа донъяла тере ҡалыуына сикһеҙ шат ине. Ул Фәритте ҡосаҡлап сәпелдәтеп үбеп алды. "Был да ризыҡ бит, – тине ул, өҫтәлдә ултырған сәмәй шешәһенә ымлап. Арыштан ғына эшләйһең, шишмә һыуы ғына ҡояһың, һай, афарин!"
"Ожмахҡа юл ябылды инде хәҙер һиңә, хөрмәтле хәҙрәт ғәли йәнәптәре, – тине Фәрит. Үҙе мут ҡына итеп миңә күҙ ҡыҫты. – Ҡойоп ебәр әле, дуҫым, мулла абзыйҙың теге донъянан ҡайтҡанын йыуайыҡ."
"Эх, күршем, һинһеҙ мин нимә генә эшләр инем, әлдә һин бар әле," - тип, рәхмәттәрен әйтә-әйтә, хәҙрәт йәнә Фәритте ҡосаҡланы. Ике күршенең дә йөҙҙәренән саф йылмайыу, ихласлыҡ һәм тоғролоҡ балҡый ине был ваҡытта.
Шул көндән башлап күршеләр дуҫ булып йәшәй. Йәмәғәтем менән беҙ ҙә йыш ҡына Фәрит дуҫыбыҙға барып торабыҙ. Беҙҙе күреү менән мулла абзый ҙа ҡояштай балҡып ҡаршы ала, үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡыра. Хәҙер инде беҙҙе сәмәй менән генә түгел, хуш еҫле бал балы менән дә һыйлап ҡайтаралар.
 
Йәмил Ҡотлогилдин.
Фото: shedevrum.ai
Автор:
Читайте нас