-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
10 Февраль , 12:20

Раушан ҒӘЛИМОВ Быу ат, төҙ өлөшө

Юмореска Ниһайәт, беҙҙең бөйөк магстралебеҙгә лә реконструкция эшләй башлаясаҡтар. Шатланмаһаң, да шатланырһың был яңылыҡҡа. Уйлап ҡарағыҙ, етмеш йылдан ашыу элек төҙөлөп, үҙ ғүмерендә йөҙәр миллиондарса тәгәрмәсте үҙе аша үткәргән оло юлыбыҙ күптән төкөрөп ҡуйған инде был заман талаптарына. Ошо трассаны, бигерәк тә беҙҙең эргәлә торған киҫәген үҙебеҙҙекеләр генә түгел, ә башҡа күрше илдәр ҙә файҙаланғас, бөтөнләй йөрөрлөк хәлдә түгел икәнен бар донъя белә бит хәҙер. Алыҫ яҡтарҙан көс-хәл менән килгән йөк машиналараның ошо тирәгә еткәс кенә ниндәй мажараларға тарыуын ишетеү генә етмәгән, хатта яҡында ятҡан күрше ауыл-ҡалалаларға барып етеүе лә мең бәләгә әүерелә ине бит урындағы халыҡҡа. Шуның өсөн дә был хәбәрҙе барһы ла оло ҡыуыныс менән генә ҡаршы алды.

Раушан ҒӘЛИМОВ Быу ат, төҙ өлөшө
Раушан ҒӘЛИМОВ Быу ат, төҙ өлөшө

Баҡһаң, матбуғат әҙәмдәре хәбәр итеүенсә был юл төҙөлөү менән сәғәтенә илле мең машина үтә аласаҡ икән. Етмәһә, Мәскәү һынлы, Мәскәүгә лә һә тигәнсе бер нисә сәғәт эсендә барып та етеп була, тип бәйән ителә ошонда. Был ғынамы, яҡын тирәләге ҡала һәм ауылдарҙың иҡдисадын да ҡырҡа күтәреп ебәрәсәк икән бит был төҙөләсәк дүрт һыҙатлы юл. Вәт әй!

Әллә ни күп ваҡыт та үтмәне,ҡайҙалыр ошо объект тураһында тағы яңы мәҡәлә баҫылды. “Быуат төҙөлөшө” тип атала ине ул. Бында донъяла әле бер ҡайҙа ла булмаған олоғара күпер ҡороласағы ла, хайуандар өсөн бихисап экологик һуҡмаҡтар һалынасағы тураһында ла яҙып ташланылар. Әлбиттә, әҙәм аңлаһын өсөн, инеш һүҙ урынына үрҙә әйтелгән яңылыҡтарға ла айырым абзац биреп ҡуйғандар. Ошо проект өсөн күпме һәм ҡайҙан аҡса фәлән китәсәге тураһында ла рәсми һандар, ябай халыҡ өсөн ни тиклем ҡараңғы булһа ла, иң тәүге биттәрҙә тора ине.

Инде был яңылыҡҡа иҫергәндән һуң айнып та өлгөрмәнек, социаль селтәрҙәрҙең береһендә тағы ошо ғәләмәт төҙөлөш тураһында яҙма һала һалдылар. Ниһәйәт, ошо проектҡа һумдар бүленгәне һәм проекттың эшләнеп бөтөүе тураһында ла бихисап һөйләмдәр бар ине унда. Алла бирһә, ошо йылда, әгәр аҡса ҡапыл бөтөп ҡуймаһа, төҙөлөш эштәре лә башланыу ихтималлығы ла ярауһы ҙур икән. Баҡһаң, инженерҙар иҫәпләүе буйынса нисәлер мең кубометр тау аҡтарыласағы, күпмелер мең километр торба һалынасағы һәм шунсаса мең квадрат километр асфальт түшәләсәге лә ап-асыҡ күренеп тора ла баһа.

Ошо тема буйынса сираттағы яҙма сыҡҡанда ла, бик күп ваҡыт уҙмағайны. Тағы ла шул “Быуат төҙөлөшө”, тигән яңылыҡ аҫтында был реконструкция үткәреләсәк объекттың бөйөклөлөгө һәм донъя өсөн олоғара мөһимлелеге теҙелеп киткәйне. Аңлауыбыҙса, был юл Европанан Азияға ғына түгел, дөйөм алғанда Африканан Америкаға тиклем хәрәкәт итеү өсөн бик ҙур мәғәнәгә эйә икән. Тәүлегенә генә түгел, хатта көнөнә алтмыш меңдән ашыу машина уҙғара аласағын күҙҙән үткәреү менән ғәҙәтәгесә бөткөһөҙ комменттар ҙа яуа башланы. Берәүҙәр иҫе китеп хуплаһалар был башланғысты, икенселәре был яңылыҡтың һигеҙ йыл буйы бер соҡорҙан сығып китә алмауын тетә бирҙе. Был әҙәмдәрҙең һорауҙарына түрәләр генә яуап биреп ҡалманы, дошман һүҙе һөйләгәне өсөн шунда ултырғандарҙан да да ҡаты ғына эләкте...

– Быуат төҙөлөшө нисек була ул? – тип һорап ҡуйҙы Шәфҡәт яҙманы уҡығандан һуң.
– Быуат эсендәге иң оло төҙөлөш, – тигән булды Рәфҡәт.
– Һуң киләһе йылдан яңы быуат башлана бит, – тип аптыраны Шәфҡәт.
– Улайһа ике быуат төҙөлөшө булырға тейеш инде дөрөҫө, – тип уйға батты тегенеһе.
– Юҡ бында хата киткән, буғай, – тип асыш яһаны тәүгеһе, – быу ат төҙөлөшөлөр. Илебеҙҙең көнсығышынан Өфөбеҙгә килә алмай быуылып ултырған тимер аттар тураһында түгелме икән?
– Ысынлап та, – тип килеште быныһы, – быу ат, төҙ өлөшө! Эврика! Был өндәү бит! Теге яңы тапшырылған ун дүрт саҡрым төҙ өлөшө бар ҙа инде трассаның. Шул өлөшкә магистральдың башҡа кәкре һәм тар урындары ла тиҙерәк ҡыбырлаһын өсөн быуырға һәм атырға саҡырған лозунг була тимәк.
– Шулайын, шулай ҙа, – тип һүҙен бүлдерҙе әңгәмәсеһе, ҡулындағы билдәһеҙ шыйыҡса һалынған көрөшкәһе төшөп киткәс, – әммә беҙгә өс көндән Өфөлә булырға кәрәк.

Оҙаҡламай Шәфҡәт менән Рәфҡәт башҡалаға барып етеү өсөн күршеһенең аҙбарында ат егә ине.

 

Автор:
Читайте нас