Бик эшең булмаһа, рәхим ит, ябай үрмәкес ауын күҙәтеп торорға ла була. Бына себен тора, ул тиҙәк буйынса белгес, алыҫтараҡ ҡырғаяҡ та эләккән, уныһы йыуынтыҡ һыуын яҡшы өйрәнгәнгә оҡшаған, теге яҡта серәкәй, көйәһе лә күренеп ҡала. Шуларҙың һәр береһе, аяғы ҡырыҡмы, икәүме, ниндәйҙер тарафта ғалим һәм әлбиттә башҡаларға үҙ тәжрибә һәм белемен күрһәтергә күп һорап та тормай. Буп-бушлай!
Беҙҙең ише әҙәм заттары иһә был заман ҡаҙанышына төрлө смартфон, йә компьютер һәм башҡа гаджеттар аша инеп, үҙҙәренең фекерҙәрен эксперт кеүек шундуҡ тыға һала. Юҡ мин “Минәсәй”, йә “Хайуансылар” тураһында һүҙ йөрөтмәйем. Улар ысын йөрәктән яҙа бит, уларын бик яҡшы аңлайым. Мин үҙем дә бит ҡатын-ҡыҙ, берәҙәк хайуандарҙың да яҙмышына ла битараф түгелмен. Әммә былары бөтөнләй ундайҙарҙан түгел, киреһенсә гелән баш мейеһе менән генә эш итергә күнеккән. Шуның өсөн был бәндәләрҙе ысын белгестәр, тип атаһам бик тә хата булмаҫтыр, моғайын.
Бер нисәһен генә һеҙгә һөйләп үтәм. Иң-иң киң танылғандарын ғына. Бына, мәҫәлән, ниндәй генә автомагистраль сайтына инмә, ҡайһы ғына шоферҙар бәхәсләшкән постҡа ҡарама, аватарында һуҡыр сысҡан төшөрөлгән Майшәнә Юлдашева, тигән ҡатын үҙенең һүҙҙәрен яҙып та өлгөрә. Ҡайҙан шул тиклем юл, йә иһә машиналар тураһында белгәненә иҫең аҡылың китер. Уның яҙғандарына ҡарап ҡына, буранда һытыҡ тәгәрмәс менән оҙон юлға сыҡ та кит инде. Сер итеп кенә әйтәм: ул ҡатын ғүмерендә хатта самокат тотҡаһына ла йәбешеп ҡарамаған, Мәскәү трассаларын төшөндә лә күргәне юҡ. Баҡһаң, уның ағаһы дальнобойчик икән, олатаһы ла ҡайсандыр шофер булған. Үҙе шулай, тип аңлатып тора ла инде һеҙгә.
Олатай тигәндән, бына Нәсимә туташтың яҙғаны гел таҫмала йыш күренә. Уның олатаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан да инде. “Миҙалдары ла бар, орден да алырға тейеш булған”, – тип яҙа. Уның олатаһы нацизм менән көрәшкән “донъяла берҙән-бер кеше” булараҡ, барһы ла уның ейәнсәренең ауыҙына ғына ҡарап торорға тейеш кенә түгел, хатта бурыслы булып сыға. Беләме икән ул, беҙҙең илдә олатаһы, йә ҡартатаһы һуғышта ҡатмашмаған ғаилә барлығын? Ҡайҙа инде?!
Нацизм тигәндән. Ғәфиә исемле бер ханым Гавнелупия, тигән бер илдең нисек итеп нацизм арҡаһында ыҙа сигеүен тасурилап яҙа. Бына, исмаһам белгес тәк белгес. Энәһенән ебенә тиклем был дәүләттең ижтимағи сәйәси режимын бер көн ҡалдырмай тәнҡитләү менән була. Уны аңларға ла була. Яратҡан банандары шунан килмәй башлағас, ни эшләһен. Шул Американы ғәйепләй инде барыһына ла, сөнки ул: “Бер материкта ятҡас этләшеүе лә еңел”, – тигән була. Уға яҙалар, әлбиттә: “ Диуана, Гавнелупия Америкала түгел, Африкала!” – тип, әммә ул ғына туҡтамы инде уны, төрлө яуап табып ҡына тора.
Америка тигәндән, Амерхан Замановтың комментарийҙарын уҡып шаҡ ҡатаһың. Юҡ ул АҠШты мин дә бик өнәп бөтмәйем, ә Заманов бигерәк тә уҙҙырып ебәрә. Монгол-татарҙарҙарға ла шул ҡәбәхәттәр ебәргән икән хәрби ярҙамды беҙҙең илде яулап алыр өсөн. Шул ғынамы, шведтарҙы ла ҡотортҡан, славяндар ҙа үҙ ара шул дөмөккөрҙәр арҡаһында ғауғалашып торған. Юҡ, тарих фәнен беҙҙе лә филолог уҡытты, шулай ҙа совет мағарифенә бер насар һүҙ ҙә әйтә алмайым.
Ысынлап та, бына быныһы минең менән тулыһынса килешәм, буғай. Активистка Ғилминур һәр совет мағарифе тураһында һүҙ сыҡһа, шундуҡ үҙенең өс һүҙен ҡыҫтыра. “Кире ҡайтырға кәрәк! – бейек трибунанан һөйләй, тип уйларһың, – совет системаһына”, – ти. “Ленинды бер кем танымай, Гитлерҙың исемен көсөгөм дә белмәй!”. Беләм уны, бер класта уҡыныҡ. Бер йыл ғына булһа, ярар ҙа. Аш тоҙоноң формулаһын белмәне мәктәп бөтә-бөткәнсе, ботаниканы зоологиянан айыра алманы, ә синус мннән косинусты ни өсөн уҡыталар, тип һөйләнә һаман да. Шулай ҙа гитлерҙың исемен дә белә, Ленинды ла иҫләй. Үҙенең “Ҡыҙ малаевмы”, әллә “Тоҙ ялаевмы” исемле блогын алып бара.
Блогер тигәндән, Шәпкүрә исемле ҡатын да заманынан артта ҡалмаҫҡа тырыша. Ул һәр бер видеоблогерҙарҙы тетмәһен тетә бер туҡтауһыҙ. “Һуң, ҡарама!” – тип яҙалар уға. “Ҡуймаһындар, ҡарамаҫмын!” – тип яуаплай гелән уныһы. “Күгәрсен һауыусыһы”, “Төнгө көршәк көндәлеге”, “Түшһеҙ түшәк” исемле блогерҙарҙы тәнҡитләй генә инде, вәт хәтәр, роликтарының ҡайһы минуттың нисәнсе секундында тиклем бөтөрөп ташлай. Теге “Алты тинлек Алия”, “Һигеҙ көнлөк Һиҙиә”, тигәндәренә бигерәк тә көн күрһәтмәй бахырҙарға. Уның бар тыуған тыумасаһының ҡоҙа-ҡоҙасаларына тиклем таныш үҙе, хатта өйрәтеп тә ебәрә ҡалайыраҡ һөйләргә кәрәклеген.
Аптырарһың был белгестәргә! Мин дә уларҙы ҡарай-ҡарай, әллә көнләшә башланым, әллә миндә лә белгес уянып маташа, ҡай саҡ шулай көнөнә бер нисә коммент яҙып ташлайым. Былай блогерлыҡҡа барып етмәгәнмен, етеүгә. Мин унда уйнаш һәм эскеселәрҙе фаш итәм. Фаш итеп кенә ҡалмайым, дөрөҫ юлдан атларға өйрәтәм мин уларҙы. Әйтәләр, әлбиттә: “Ул һин дә, имеш, ҡатын башың менән төрлө ирҙәр менән сыуалаһың!” – тип. Һуң, мин бит теләһә ниндәй кешенең ҡуйынына инеп ятмайым, булһа ла, тик саф мөхәббәт арҡаһында ғына. Һуңғы ваҡытта:”Һин үҙең дә эсәһең!” – тигән яҙмаларҙы күҙ йәштәре аша уҡырға тура килә. Мин дә яуапһыҙ ҡалғаным юҡ, әлбиттә. “Мин байрамда ғына эсәм. Өйҙә генә, һеҙҙән араҡыға аҡса һорағыным булдымы берәй ваҡыт?” – тип ауыҙ..., әй бармаҡтарын ябам тиҙ генә.