-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
24 Февраль , 14:10

Йүнле ҡыҙҙар бармы?

Венер ИСХАҠОВ – Әхмәт, йәшең үтеп бара бит. Өйләнергә, балалар үҫтерергә кәрәк!– Эй, хәҙер йүнле ҡыҙҙар бармы! – Нишләп булмаһын! Анау Фәриҙә менән арыу ғына йөрөй инегеҙ түгелме?– Йөрөй инек тә ул.– Ниңә инек тә ул? Нимә булды?– Нимә тип ни, эсеүеңде ташла, ти. Мин эскән кеше менән дуҫлашырға теләмәйем, ти.– Шунан? – Шунан тип ни, хәҙер шул әйтә тип кенә суфыйға әйләнә алмам инде. Үҙен ташланым. Инәлеп торған бар, ти.

Йүнле ҡыҙҙар бармы?
Йүнле ҡыҙҙар бармы?

– Ярай. Бүтән ҡыҙҙар ҙа бар бит. Бер мәл Ғәзимәгә ҡармаҡ ташлаған һымаҡ инең. Ул нимәһе менән яраманы?
– Бар белгәне театр ҙа концерт. Бер көндө, концертҡа барайыҡ, өҫ-башынды ҡарап, ҡырынып, матур итеп кейенеп кил, ти. Бутта матурлыҡ конкурсында ҡатнашам. Бигерәк килештереп ебәрә.
– Шунан?
– Хәҙер шул әйткәнгә генә шулайтып йөрөйөм, ти. Нисек теләйем, шулай кейенәм. Инәлеп торам, ти, шул ҡаҡашҡа. Кем әле ул мине өйрәтергә! Мин уға падкаблушниктыр шул! Ана табып ҡараһын минән шәберәкте! Барманым да, йөрөмәнем дә. Хәҙер шул концерт тип китеп бара, ти, берәү. Бығаса концерт ҡарамаһам да йәшәп ятам әле. Өйҙә телевизор ни өсөн! Яратмайым тиатр-миатр, концерт-монцертҡа йөрөргә!
– Ярай, улар оҡшаманы, ти. Донъяла ҡыҙҙар бөткәнме! Бар, таныш. Әтеү әйҙә һине берәү менән таныштырам. Харап аҡыллы ҡыҙ.
– Нисә йәштә?
– 25
– У-у-у! 25 тиһеңме? Йүнле булһа, ошо йәшкә тиклем кейәүгә сыҡмай йөрөмәҫ ине. Моғайын, холоҡһоҙҙор! Йә бер тинтәк. Кәрәкмәй ул кешең! Үҙеңә генә булһын, йәме. Бында төшөп ҡалған кеше барҙыр. Берәү 25 йәшлек ҡыҙ менән танышырға китеп бара, ти! Ха-ха-ха!
Бер нисә айҙан Әхмәтте тағы урамда осраттым. Һаҡал-мыйыҡ баҫҡан. Кейеме, Хоҙайым, әйтерһең, эт аҫтында ятҡан. Мине күреп ҡалыу менән ауыҙы йырылды.
– Сәләм, дуҫ!
– Сәләм, сәләм!
– Хәлдәр нисек?
– Шәп! Бына дуҫтар менән балыҡҡа барғайныҡ. Бер дуҫтың баҡсаһында бер аҙна буйы гулять иттек тә ҡуйҙыҡ. Вәт шәп ял булды! Ул шашлык-машлык, ҡыҙҙар-мыҙҙар... Араҡыларҙы тыпылдаттыҡ ҡына. Бер айлыҡ зарплатаны түңкәргәнбеҙ ҙә ҡуйғанбыҙ. Ну, шәп ял иттек, ну, шәп! Киләһе аҙнаға тағы барабыҙ әле...
– Етәр һиңә, Әхмәт, былайтып йәшәү! Өйләнергә кәрәк. – Танышымды йәлләп үҙемсә кәңәш биргән булдым.
– Өйлән, тиһеңме? Ы-ы-ы-ы-ы!.. –Танышым тештәрен ыржайтып көлдө. – Өйләнергә йүнле ҡыҙҙар бармы!

 

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас