Бер аҙнанан.
– Бына ошо шкафтың формаһын схема буйынса өйҙә киҫеп килтерегеҙ!
Икенсе көн йәнә бер Коляның ғына шкафы киҫелмәгән икән.
– Мин киҫә белмәйем, – тип аҡланды ул тағы ла.
– Әсәйең?
– Әсәйем киҫергә ҡурҡа!
– Атайың?
– Атайым өйҙә юҡ!
Бер аҙнанан.
– Бына ошо машинаның формаһын схема буйынса өйҙә киҫеп китерегеҙ!
Һай әттәгенәһе! Икенсе көн Коляның машинаһы ла киҫелмәгән һәр ваҡыттағыса.
– Мин киҫә белмәйем!
– Әсәйең?
– Әсәйем киҫергә теләмәй!
– Атайың?
– Атайым әйтә: “Әсәйең уның өсөн уҡыған, ул киҫһен!” – тине.
– Әсәйең кем?
– Хирург!
– Эй, Алла, ниңә уны шундуҡ әйтмәнең? Ҡана үҙем киҫәйем! – тип уҡытыусы операциянан сыҡҡандан бире мандый алмаған бармаҡтарын ҡайсы ҡолаҡтарына алып барып тыҡты.