Уҡыуға әллә ни барымы булмаһа ла, аҡса эшләүгә, иҫәпләүгә һәләттән Хоҙай Раянды мәхрүм итмәгәйне. Бер урындан арзанға алып, икенсе урынға ун тапҡырға арттырып һатыу һәләте саманан тыш өйөп бирелгәйне. Шулай кәсеп итә торғас, арыу ғына хәлләнде лә китте, “Все по 29”, “Все по 99” магазиндары ишәйҙе. Аҡса булғас, дуҫ-иштәре лә мыжғып йөрөй. Хәҙер ул элекке ябай Раян түгел, ә Раян Муллагилдиевич. Үҙен төрлө байрамдарға, сараларға спонсор булараҡ йыш саҡыралар. Еңеүселәргә үҙенең бүләктәрен бик дәрәжәле тапшырғанда тегеләренең атҡа атланғандай ҡыуанғанын күрһәгеҙ ине. Теге аҙнала ғына ташландыҡ балалар йортонда булып, ручкалар, дәфтәрҙәр биреп сауап алды. Әлбиттә, бындай йомарт, изге күңелле уҙамандың һәр аҙымын, һәр эшен халыҡ күрергә тейеш. Үҙен телевизорҙа йыш күрһәтәләр, гәзиттәрҙә яҙалар. Шуға ла хәҙер Раян Муллагилде улын ҡалала әллә ҡайҙан танып-белеп торалар.
Көндәрҙең береһендә яуаплы ғына урында йөрөгән дуҫы:
– Ҡара әле, һин ни эшләп депутат түгел әле? Әйҙә тотон! – тимәһенме.
– Дөрөҫ әйтәһең! Мин кемдән кәм! Былай ҙа халыҡ өсөн эшләйем! – эшҡыуар дуҫының һүҙен ҡеүәтләп алды. Атаһының, депутат булырһың, улым, тигән һүҙҙәре иҫенә төшкәс, был теләге ҡамырға һалынған әсетке кеүек тағы ла ҡабарҙы. Бәй, дөрөҫ фекер! Ниңә, ҡулынан килмәҫтәй эш түгел. Мөгөҙлө кеше генә депутат була тигән закон юҡ. Был һәр кемдең конституцион хоҡуғы.
Дәртләнеп киткән Раян Муллагилде улы шунда уҡ депутат булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеген уйлай башланы. Унан, компьютерын ҡабыҙып, “Ниндәй кеше депутат була ала? тигән һорауҙы яҙҙы. Иң тәүҙә “харизматичный” тигән һүҙҙе уҡыны ла аптырап ҡалды. Быныһы нимә икән? Ахырҙа “Русса-башҡортса һүҙлекте ҡараһа ла, таба алманы. Бер дуҫынан һорағайны, уныһы:
– Бына тап һинең кеүек матур, һөйкөмлө, – кешегә әйтәләр, – тигәс, шатланып ҡуйҙы. Унан “сағыу имидж”, “халыҡ алдында матур һөйләү белеү”, “тәүәккәллек” тигән һүҙҙәрҙе уҡыны ла үҙен ентекле ҡарау өсөн көҙгөгә баҡты. Ҡаршы яҡтан тулҡынланып торған ҡара сәсле, ҡара ҡашлы егет ҡарап тора ине. Ул үҙ-үҙенә һоҡланып ҡарап торҙо ла:
– Шәп! Харизма бар миндә, – тине. – Ә башҡалары, Аллаға шөкөр, вис бар!
Депутат булам тигәс тә, рәхәт кенә барҙым да ултырҙым түгел инде. Уның да әтнәкәһе бар. Тәүҙә кандидат булып теркәлергә кәрәк. Уның өсөн энәһенән ебенә ҡәҙәр тикшергән ваҡытта ҡасандыр гонаһ эш ҡылғанын иҫенә төшөрҙөләр:
– Стоп, брат, биографияң таҙа түгел. Халыҡ хәстәре менән йәшәүсенең намыҫы гәлсәр кеүек саф булырға тейеш.
– Ниндәй гонаһ? – Быны көтмәгән Раян бер килке баҙап ҡалды. Унан бер нисә йыл элек велосипед сәлдергән өсөн милиция, суд юлында йөрөүе иҫенә төштө. Ярай, уныһын ғына эшләрбеҙ, мин хәл итә алмаған бер мәсьәлә лә юҡ, тип эстән генә уйлап, бер аҙҙан исем-фамилияһын үҙгәрткән паспортын тып итеп алдарына килтереп һалды. Хәҙер инде ул Фаил Нуримановичҡа әйләнгәйне. Әммә тағы ла бер бәлә таптылар.
– Юғары белемең хаҡында дипломың ҡайҙа?
– Нисек инде ҡайҙа? Мин вуз бөтмәнем. Хатта унынсы класты ғына бөттөм.
– Юҡ, беҙгә закондар сығарыу эшендә дипломлы, белемле депутаттар кәрәк.
Фаил Нуриманович башҡаса һүҙ көрәштермәне. Бер ҙур ғына түрәнең дипломды һатып алыуын иҫенә төшөрөп, үҙе лә быны тиҙ хәл итәсәгенә ышанды. Ана, мөйөш һайын вуз дипломы вәғәҙә иткән иғландар тора. Кеҫәңдә мани-мани ғына булһын. Иртәгәһенә ул шығырлап торған бер түгел, ике ҡыҙыл дипломды шап иттереп тегеләрҙең алдына килтереп һалды. Бер ҡыҙғанда фән кандидаты тигән кенәгә лә алырға уйлағайны, нәфсене һуҙмайым әле, өлгөрөрмөн, тип туҡталып ҡалды.
Аллаға шөкөр, кәрәкле имзалар ҙа йыйылды. Әлбиттә, шаҡтай ғына аҡсаһы сыҡты инде. Шулай ҙа ҡулына шул мандат тигән серле нәмәкәйҙе бер эләктерһә, уның хаҡын йөҙләтә, юҡ, меңләтә кире ҡайтарасағына ышаныу тойғоһо уның был теләген дөрләтте генә. Әлбиттә, төрлө хәбәрҙәр ҙә ишетергә тура килде. Бер инәй хатта:
– Үҙегеҙ байыр өсөн халыҡты алдап йөрөйһөгөҙ инде, мошенниктар! Һеҙҙән бер файҙа ла юҡ. Ана, шәп булғас, ауылда бальнис асығыҙ! – тип кәйефте ҡырҙы-ҡырыуын.
Тә-ә-ә-әк! Хәҙер тауыш йыйырға кәрәк бит инде. Ә халыҡты нисек әүрәтергә? Ниндәй эш менән үҙеңә ҡаратырға? Буласаҡ депутат был һорауға ла яуапты тиҙ тапты. Ельцин мәрхүм нимә тигән әле? “Башҡорттар өсөн ҡайғырмайыҡ, уларҙың бола күтәрергә ваҡыты юҡ, улар йырлайҙар ҙа бейейҙәр!”
Эйе, беҙҙең халыҡ байрам итергә, күңел асырға һәләк әүәҫ. Әммә булған байрамдар бик аҙ бит. Еңеү байрамынан көҙгә тиклем бер байрам да юҡ. Шул арауыҡта нисек күңел асмай түҙмәк кәрәк! Шуға ла Фаил әфәнде байрамдар ойоштороуға ең һыҙғанып тотондо. Һөҙөмтәлә тарихҡа инеп ҡалырҙай күп эштәр башҡарылды, халҡыбыҙ онотоп бөтөп барған бик күп шөғөлдәр тергеҙелде. Һәр ерҙә сығышын бер яҙыусынан яҙҙырып алған доклад менән башлап ебәрер булды:
– Беҙ бығаса байрамдарыбыҙға битарафлыҡ күрһәттек. Был бик насар. Үҙенең тарихын, халҡының байрамдарын белмәгән, һанламаған халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр. Беҙҙең бай тарихыбыҙ, батыр, эшсән халҡыбыҙ бар. Тарих ул – иҫтәлек, ул – атай-әсәйебеҙ, өләсәй-олатайыбыҙ, батыр шәхестәребеҙ. Байрам ул – беҙҙең киләсәк!
Иң тәүҙә Эркет байрамын үткәреп ебәрҙе. Уны ойоштороуҙа ныҡ ярҙам иткән ағинәйҙәргә рәхмәт яуһын. Ул тәмлекәстәре, ул йыр-бейеүҙәре менән байрамды харап йәмләнеләр.
Шунан икенсе районда Ҡатыҡ байрамын гөжләтте. Бер тәмен белеп алғас, туҡтап буламы ни! Халыҡ үҙе һорап хаттар яҙа башланы. Китте мәжлестәр сираты... Галош байрамы, Быйма байрамы, Сабата байрамы, Ҡорот байрамы, Эремсек байрамы, Миндек байрамы, Ҡоймаҡ байрамы... Бөтә гәзит, телевидение геүләп торҙо.
Ана, телевидение журналисы ла килеп еткән. Бер байрам да һөҙөмтәһеҙ үтмәй ҡалмаған. Теге ваҡыт Буранғол ауылына барғайны, халыҡ рәхмәт әйтеп бөтә алманы.
Һайлау кампанияһы майлаған кеүек шыма ғына үтте лә китте. Депутат булып алғас та халыҡҡа ниндәй файҙа килтерә алам тип оҙаҡ баш ватманы. Был байрамдар нимә генә! Аҙ. Тағы ла кәрәк. Байрам һайын байрам.
Шулай төрлө байрамдар уйлап сығара, уларын ойоштороп, һәр байрам һайын фотоһын интернетҡа һала торғас, дүрт йыл һиҙелмәй үткән дә киткән. Әлбиттә, гел генә халыҡ, ауыл тип сабыулап йөрөп, үҙеңде лә оноторға ярамай. Ауырыу, бәлтергән, төртһәң ауырға торған депутат халыҡты хәстәрләй аламы тағы! Бер нисә тапҡыр сит илдәрҙә, шифаханаларҙа һаулығын хәстәрләп алды. Ҡыҙын сит илгә уҡырға ебәрҙе. Депутат кешегә саф һауа, тыныслыҡ кәрәк. Халыҡтың именлеген хәстәрләгән матур уйҙар, идеялар, фекерҙәр башҡа тап шундай урындарҙа килә. Ҡала ситендә ҙур итеп йорт һалып сыҡтылар. Гел генә халыҡ тип сабыулап йөрөп үҙеңде лә оноторға ярамай. Бер нисә фатир һатып алды. Әлбиттә, был байрамдарҙа балаларының да өлөшө юҡ түгел. Бер фатирын беренселә уҡыған ҡыҙы исеменә яҙҙырҙы, икенсеһен ике айлыҡ улына теркәтте.
Бер башлаған эште аҙағына еткермәйенсә ташлау килешкән эш түгел. Әле бик күп байрамдар тора алда. Әсетке, галош, быйма, сабата, ҡар һыуы, күрәҙәсе, өшкөрөүсе, ер ҡото... Тап шуға ла депутат әфәндене бер тауыштан икенсе мөҙҙәткә лә һайлап ҡуйҙылар.
Бына әле депутат әфәнде Йәлил районында үткән Өшкөрөүселәр байрамына килеп төштө. Шундай шәп байрам онотола яҙған. Ә бит ул бик кәрәк. Бигерәк тә бөгөнгө заманда. Хәҙер кеше әллә ниндәйгә әйләнде ул, саҡ ҡына ҡырын ҡараһаң да, теләһә ниндәй зәхмәт ҡағылырға тора. Унан тоталар ҙа духтыр, дарыу тип сабалар. Аҡса түгеп.
Ҡунаҡты бәлеш, төрлө һыйҙар әҙерләгән ағинйәҙәр йырлай-йырлай, бейей-бейей ҡаршы алды. Унан тамаҡ ялғап алғас, депутат әфәнде майҙан тулы халыҡҡа өшкөрөүселәр тураһында йырҙар, әйтемдәр өйрәтә башланы, уларҙы бәләкәй сағында дауаханаға йөрөтмәүҙәрен, ә гел имләп дауалауҙары тураһында һөйләне. Байрамға халыҡ күп йыйылғайны. Кемдең һау-сәләмәт, ауырыуҙан расхудһыҙ ғына арынаһы килмәһен. Хәҙер бит духтырға күренер өсөн дә бер ай алдан яҙылырға кәрәк. Бында бөтәһе лә бергә тигәндәй. Ана берәү ҡаш һикертеп кемдеңдер алда нимәнән һаҡланырға кәрәклеген иҫкәртә. Өшкөрөүселәр берәүҙәргә ҡот ҡойҙо, икенселәрҙең ғаиләһен тарҡалыуҙан һаҡлай торған бетеү яҙып бирҙе... Ә журналистар, был сараны тиҙ арала бөтә донъяға еткерергә теләп, бер-береһенән уҙҙыра-уҙҙыра тапшырыу эшләй, әңгәмә ала.
– Беҙ теләгән кешене Хоҙай үҙе бирҙе. Беҙгә тап Фаил Нуриманович кеүек аҫыл, халыҡ өсөн үҙен аямаған, йөрәген бирерҙәй кешеләр кәрәк, – тине бер инәй.
– Аллаһы бойорһа, Ҡорбан байрамында уның иҫәнлегенә ҡорбан салдырырға ниәтләп торабыҙ, – тине икенсеһе.
– Халыҡ өсөн эшләй. Ярай боронғо байрамдарҙы тергеҙеүсе кеше табылды! Беҙгә тап шундай депутат кәрәк! – тине берәү.
– Теге ваҡыт Ҡар һыуы байрамын үткәреп шәп итте әле. Ҡар һыуы әллә ниндәй насар көстәрҙән һаҡлау көсөнә эйә, тип теге ваҡыт дөрөҫ әйткәйнегеҙ. Шулай булып сыҡты, сырхауҙар күҙ менән ҡаш араһында бөттө. Хәҙер балнис тип йөрөгән кеше лә юҡ бына. Шуға ла, сәләмәт кешеләргә ниңә кәрәк ул тип ябып ҡуйҙылар.
Әлбиттә, байрамдың иң шәбе тирмә эсендә ҡыҙҙы. Бәлеш, гөбәҙеиә, бауырһаҡ, ҡаҙылыҡ һәм тағы әллә нисә төрлө һый менән һығылып торған өҫтәлдә әсе-сөсөһө лә бар ине. Ауылдың әбейҙәре, Өфөнән махсус кеше саҡыртып, хаҡ түләп, имселәр тураһында бейеү ҙә өйрәнгән икән. Уныһын харап шәп зыңҡылдатып бейенеләр. Уларҙың өшкөрөүенән бөтә кеше еңеләйеп, төрлө зәхмәттәрҙән арынып ҡалды.
Байрам бик шәп үтте. Хушлашҡан саҡта депутат әфәнде тиҙҙән Септә байрамына әҙерләнергә башларға кәрәклеген әйтте. Тағы күп байрамдар үткәрәһе бар әле. Яҫтыҡ, Ситән, Балсыҡ, Һарыҡ йөнө ҡырҡыу байрамдары сират көтә. Уларын шартына килтереп үткәреү өсөн Фаил Нуримановичҡа тағы бер нисә тапҡыр депутат булып һайланырға кәрәк булыр әле...