– Әлбиттә, – тине ҡатын. Миндә мең төрлө сирҙән дауа бар. Һеҙ, иҫәрҙәр, саҡ ҡына берәй ерегеҙ ауыртһа, тотаһығыҙ ҙа бальнисҡа йүгерәһегеҙ. Аптекала дарыуҙар ат хаҡы тора. Сирҙе бит үлән менән дә дауалап була. Әйҙә, миңә барайыҡ, егерме һигеҙ төрлө үләндән үҙем яһаған шифалы бәлзәм бирәм. Бер нисә көндән һыҙлау-сырхауың һыпырып алғандай юҡҡа сығасаҡ! Ниһайәт, аяҡ һыҙлауҙан ҡотолам икән, тип Фәүзиә ханыма эйәрҙем.
Бер бүлмәле фатирға килеп ингәс, аптырап киттем. Ашаяҡтағы шкафтар, өҫтәл, иҙән, төрлө-төрлө ҙурлыҡтағы шешәләр, кипкән үләндәр менән тулған.
-Бына ошонда минең дауаларым. Үләндәр менән булыша башлағандан бирле, бальнис юлын оноттом. Күршеләрем генә мине эсә икән тип хәбәр таратып ята. Көнсөлдәр! Ғүмер буйы көнләштеләр. Миңә ҡара әле, эскән кешегә оҡшағанмынмы?
-Юҡ.
-Юҡтыр шул! Алтмыш йәш бирмәй бер кем дә. Был шешәләге араҡы төнәтмәһе – йөрәк сиренән, анауы – бронхиттан. Әле кисә генә эс китеүҙән, эс ҡатыуҙан да дауа яһап ултырттым. Быныһы – бала таба алмаған ҡатындар өсөн, ә ошоһо балаға уҙырға теләмәгәндәргә. Эййй, һөйләй китһәң, күп инде, күп. Ҡыҫҡаһы, миндә бөтә сирҙән да дауа бар. Үләндәремде араҡыла, таҙа спиртта, көмөшкәлә генә төнәтәм, теләһә нәмә ҡушмайым. Әле бына һиңә биргәм тигән бәлзәм бик көслө. Ал, миңә рәхмәт уҡырһың. Тағы һорап килерһең әле. Ошо тиклем хазина ни бары ун ике мең һум ғына тора.
Фәүзиә бик ныҡ ҡыҫтағас, бер шешә бәлзәмен һатып алдым да ҡуйҙым. Ишектән инеү менән тегене күрһәтеп, ҡатынға маҡтанғайным. Ул, пыр туҙҙырып әрләргә тотондо: “Шыр алйот икәнһең! Иҫәр булмаһаң, ун ике меңгә араҡы һатып алып йөрөмәҫ инең”.
-Ул бит шифалы бәлзәм! Шуға ла ҡиммәт. Бына күрерһең әле, бер нисә көндән егеттәр кеүек буласаҡмын!
-Булды ти, бер алкаш бисәне байытып ултыраһың ине. Эсергә ярата тип, даны таралған бит уның.
Ҡатынға ышанманым, көн дә иртән берәр ҡалаҡ дарыуымды эсә башланым. Ярты йылға етте былай. Аяҡ һыҙлауы ла баҫылған кеүек. Дауаланыуымды нығытып ҡуяйым, тағы ла бер шешә һатып алайым әле, тип Фәүзиәгә барғайным, ишеге бикле. Күршеләренән һораным: “Ишетмәнегеҙме ни? Шул үләндәрен эсә торғас, Фәүзиәнең ҡыйығы китте бит. Күҙенә ен-пәрейҙәр күренә башлаған. Күрше-тирәгә: “Барығыҙ ҙа сирле, дауаларға кәрәк үҙегеҙҙе”, тип ташлана башлағас, “скорый” саҡыртып, наркологияға оҙаттыҡ. Бәлки, һауығып сығыр.