Был донъяны мотлаҡ үҙгәртергә кәрәк. Үҙемдән башлайым, бөгөндән башлап тик дөрөҫөн һөйләйәсәкмен. Иртән машинала эшкә барышлай ошоларҙы уйлап бара инем, ГАИ хеҙмәткәре туҡтатты. Документтарҙы, машинаны ентекләп ҡарап сыҡҡас, кәйефе ҡырылды, буғай, барыһы ла тәртиптә бит.
–Ниңә бик яй килә инең? – Тәртип һаҡсыһы документтарҙы һондо.
Бик ҡыҙыҡ һорау. Ғәҙәттә, ниңә шәп йөрөйһөң тип йәнгә тейәләр. Башҡа ваҡытта мин, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәйем, шуға яй йөрөйөм, тип яуаплар инем. Тик бөгөндән башлап дөрөҫөн һөйләргә булдым шул. Шуға күрә яуап былайыраҡ яңғыраны:
–Кисә әҙ генә эскәйнем шул, шуға яй киләм.
Тәртип һаҡсыһының ауыҙы документтарҙы күкрәгенә ҡыҫты:
–Әйҙә, төш, тикшерәбеҙ!
Тел тик тормағас, бер урында трубкаға өрҙөрҙөләр, ҡаланың икенсе осона алып барып анализ бирҙерҙеләр. Ярай әле организмда алкоголь юҡ тип таптылар, юғиһә бер-ике йыл руль артына ултырып та булмаҫ ине. Ә бит кисә кис теш һыҙлауын баҫам тип ике йотом спирт уртлап ҡарағайным. Әлбиттә, уртлағанды йотмау гөнаһ булыр ине.
Эшкә өс сәғәткә һуңлап барҙым. Мин үҙем социаль өлкәлә эшләйем, дәңләт ярҙамына мохтаждарҙы ҡабул итәм. Кабинет ишеге алдында һыу буйы сират теҙелгән. Сираттағыларҙың сырайы ҡараңғы, һуңлап йөрөүем уларҙы бик ҡыуандырмай, ахыры.
–Һеҙ үзбәк милләтенән түгелме, бик оҡшағанһығыҙ?
Кабинетҡа беренсе булып кереүсенең был һорауы мине аптыратты.
–Юҡ.
–Бер ҙә юҡҡа ҡыҙмағыҙ, үзбәктәр ҙә бик һәйбәт халыҡ. Бына, мәҫәлән, Нурсолтан Назарбаев, Әбүғалисина. Әгәр һеҙ үзбәк икән, йәшермәгеҙ, бының бер ояты ла юҡ.
–Был әҙәм мине йыуатырға тырыша, буғай. Мин, ысынлап та, ҡыҙа башланым:
–Беренсенән, мин үзбәк түгел, икенсенән, Назарбаев менән Әбүғалисина ла үзбәк түгел, өсөнсөнән, бында һорауҙарҙы һеҙ түгел, мин бирергә тейеш.
Эш олоға китте, әңгәмәсем ялыу менән етәксемә кереп китте.
Һуңынан уныһы саҡырып, эшкә һуңлап йөрөү, килгән кеше менән әрләшеп ултырыу бик алама ғәҙәттәр икәнлеген төшөндөрҙө, айлыҡ премиянан ҡолаҡ ҡағыуымды аңғартты. Аңланым, тип сыҡ та кит бит инде, юҡ, дөрөҫөн һөйләй торған көн булғас үҙебеҙҙең ойошмалағы етешһеҙлектәрҙе асып һалдым, етәкселәргә лә эләкте. Кабинеттан сығыр саҡта ғына юғарыраҡ вазифаға үрләтеүгә кандидаттар исемлегенән төшөп ҡалып, эштән ҡыҫҡартылыусылар сафына беренсе кандидат булып ҡалыуымды аңланым. Етәксемдең ҡарашы быны бик асыҡ сағылдыра ине.
Шулай ҙа иң ҙур ударҙы ҡатын яһаны. Киске табынға ултырғас быға хәбәр һөйләйем, мәйтәм, анау күрше йортта йәшәгән ҡыҙ әллә ни арала ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ сибәргә әйләнгән, бер ҡарауҙан ғашиҡ булырлыҡ. Фекерҙе тамамлап булманы, эргәлә ултырған ҡатын һулаҡай ҡулы менән күҙ төбөнә тондорғайны, минут эсендә синәк ҡалҡып та сыҡты. Ҡатынға был да әҙ күренде, шикелле, ҡараштары менән уҡлау һымаҡ ауырыраҡ нәмә эҙләүен күреп, кухнянан тая һалдым.
Юҡ, егеттәр, был донъя дөрөҫ һүҙ тыңлап йәшәүгә әҙер түгел, иртәгәнән тағы ла алдаша башлайым. Иртәрәк тыуғанмын, ахыры.