-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ғәҙәттәр

Ирҙәрҙең енен ҡуҙғатҡан ҡа­тын-ҡыҙҙарҙың ғәҙәт­тәре *Һәр ваҡыттағыса иртәнге алтыла ҡайтһаң, киләсәкте күҙаллап һығым­талар яһай.

Ғәҙәттәр
Ғәҙәттәр

*Сүкеште йәки дрелде бер ваҡытта ла урынына ҡуй­май, ҡайҙа һуҡҡан йәки тишек тишкән, мотлаҡ шунда ҡалдыра.
*Сәсен киҫтергәс, серле ҡиәфәт менән ултыра. Һи­нең бәхеттән һушыңды юғалтып йығылыуыңды йә­ки, һис юғы, үҙендәге үҙгә­реште күреүеңде теләй. Йәнәһе, быларҙың барыһы ла һинең өсөн!
*Уның һәр ваҡыт көнбағыш майы һәм кер йыуыу порошогы бөтә. Өйҙә бер үк ва­ҡытта кер йыуыу порошогы ла, көнбағыш майы ла бул­ғаны юҡ әле.
*Ни өсөндөр кәнфит эсле­генең төҫөн ҡарай. Йәнә ниндәйҙер һығымталар яһай. Мәҫәлән, эслек һары булһа, был айырылышыуға.
*Руль артына ултырһа, аҙ­на­лар буйы “ручник”ты ыс­ҡын­дырмай.
*Бер нәмә лә әйтмәй, лә­кин даими рәүештә үҙе аша­ғандан һуң һауыт-һа­баны йыуып ҡуя. Иҙәнде лә.
*Фотоға төшөрөргә телә­һәң, мин иҫке-моҫҡола­мын, ти, ә башында ҡим­мәт­ле бүрек.
*Ҡунаҡта ни тураһында ғына һөйләмәһендәр, ире­нә ҡарап: “Беҙгә ҡайҙа инде ул!” – ти.
*Етлекмәй тыуған ир менән йәшәй, уның менән бер нәмә хаҡында ла һөй­ләшеп булмай.

В. ИСЛАМҒОЛОВ.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: