Миҙал менән бүләкләнгән кеше уны муйынына аҫып, бер аҙна буйы йөрөтөргә тейеш була. Шуныһы ҡыҙыҡ: ул уны үҙе генә һала алмаған.
Еңгә һөртһәң
Петр I һалдат мундирҙарының һул еңдәренә төймә тағырға әмер бирә. Ниңә тиһегеҙме? Һалдаттар ашап туйғас, ауыҙҙарын еңгә һөртөп, ҡиммәтле туҡыманы боҙмаҫ өсөн эшләнгән был. Ул ваҡытта һалдатҡа күберәк крәҫтиән балаларын алғандар.
Рөхсәт итһә лә
XVII быуатта азарт уйынға һәүәҫ кешеләрҙе енәйәтселәр рәтенә индереп, уларҙы ҡараҡтарға бирә торған язаларға дусар иткәндәр: бармаҡтарын, ҡулдарын киҫкәндәр. Петр I заманында уйынсыларға штраф һалынған. Батша армияла һәм флотта ғына уйнарға рөхсәт иткән. Унда ла бер һумдан артыҡ аҡса оттороу тыйылған.
Фото: ivbb.ru