-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бирергә кәрәк

Бүре Ҡуянды тотоп алған да, уға былай тигән:– Ишеттеңме әле, Ҡуян, мин хәҙер урманда башлыҡ. Иртәгә миңә 1 000 тәңкә килтерерһең, әлегә күҙемдән юғал!

Бирергә кәрәк
Бирергә кәрәк

Ҡуян бошаманға төшкән, Айыуға зарланырға барған.
Айыу уйлаған-уйлаған да Ҡуянға былай тигән:
– Беләһеңме, шеш ҡолаҡ, һин уны йәһәннәмгә олаҡтыр, бөттө-китте!
Иртәгәһен Бүре Ҡуянды осратҡас, аҡса таптырған:
– Йә, минең аҡса ҡайҙа?
– Ишетәһегеҙме, Бүре, һин йәһәннәмгә олаҡ! – тип яуаплаған Ҡуян.
Бүре ҡоторонған, Ҡуянды дер һелкетеп ҡысҡырған:
– Вәт эләктең, шеш ҡолаҡ! Тыңламағаның, телләшкәнең өсөн иртәгә 10 000 тәңкә килтерәсәкһең! Әтеү – бөттөң, ҡолаҡтарыңды баулап, һаҙлыҡҡа ырғытам!
Ҡайғыға батҡан Ҡуян тағы ла Айыуға барған. Йәнәһе, шулай-шулай, Бүре бүреләнә, хәҙер 10 000 таптыра!
Айыу уйлаған-уйлаған да әйткән:
– Ә һин уны тағы ла йәһәннәмгә олаҡтыр!
Иртәгәһен Бүре Ҡуянды тотоп алған:
– Нимә, шеш ҡолаҡ, ниһайәт, уйланыңмы? Ҡайҙа минең аҡса?
Ҡуян ҡыйыу яуаплай:
– Ишетәһеңме, аңра! Йәһәннәмгә олаҡ!
Бүре шартлай яҙған:
– Етте, маңҡа! Үлем сәғәтең һуҡты! Һинең әжәлдән ҡотолорға бер генә мөмкинлегең ҡалды – иртәгә миңә 100 000 тәңкә килтерәһең, әтеү урманда һине мәңгегә юғалтасаҡтар!
Ҡото алынған Ҡуян күҙ йәштәрен ағыҙа-ағыҙа Айыуға йүгергән:
– Мин Бүрене, һин әйткәнсә, тағы ла йәһәннәмгә олаҡтырҙым, ә ул иртәгә 100 000 һум килтерергә ҡушты. Хәҙер миңә ни эшләргә?!
Айыу уйлана-уйлана тәпәйен һурған да яуаплаған:
– Ни… шеш ҡолаҡ, 100 000 һум – етди сумма. Бында шаярырға ярамай. Бирергә кәрәк…

И. ҠОРБАНОВ.

Һүрәт: coub.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: