Бер йыл үтеп тә китә, часта тәртипһеҙлек. Генерал тикшереү менән килеп төшә. Командирҙы саҡыртып алалар ҙа, шулай ҙа шулай, иртәгә устав буйынса рапорт яҙып бирерһең, тиҙәр. Былай булғас, эштәр насар тора, ти ҙә командир шундуҡ беренсе пакeтты аса: «Бөтәһен дә миңә япһар», – тип яҙылған. Ул шулай эшләй ҙә.
Тикшереү шуның менән тамамлана. Яңы командир был юлы һыуҙан ҡоро сыға.
Шулай йәшәй торғас, тағы бер йыл үтеп киткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Тағы тикшереү килә. Часта бер ниндәй ҙә тәртип юҡ. Күп уйлап тормай, командир икенсе пакетты аса: «Бөтәһен дә йәшлегеңә япһар, мин, һис шикһеҙ, төҙәлермен әле, тиң».
– Мин был яуаплы эштә яңы ғына эшләй башланым. Бөтәһен дә үҙләштереп еткермәнем әле, – ти.
Тикшереүселәр, ярай инде, йәш бит, эшләр әле, өйрәнер әле, – тип ҡайтып китә.
Яңы командирҙың эшләүенә өсөнсө йыл китә. Шуға ҡарамаҫтан, часта тағы ла яманыраҡ тәртипһеҙлек хөкөм һөрә, булған техника ватыҡ-емерек. Командир өйрәнгән ғәҙәт буйынса был юлы ла оҙаҡ уйлап тормай, тиҙ генә тағы сейфты асып өсөнсө пакетты асып ебәрһә, унда: «Минең һымаҡ өс пакет әҙерлә», – тип яҙылған.
Л. ДАЯНОВА.