+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ишек

Өйҙәге ишектәрҙе алышты­рырға булдым. Бригада таптым, килешеү төҙөнөм. Эшкә тотондолар. Икенсе көндө төш ваҡытында улым шылтырата:

Ишек
Ишек

– Әсәй, мин дәрестәрҙе әҙерләргә өлгөрмәйем, бында мине өсөнсө тапҡыр һыраға ебәрәләр!
Әйберҙәремде йыйҙым да өйгә йүгерҙем. Ә унда... Оҫ­таларҙың береһе минең ярат­ҡан диванымда ята, икенсеһе тәмәке көйрәтә-көйрәтә ишек рамына ҡаҙаҡ ҡаға. Бер йылға түҙер әле, тип уйлай, күрәһең.
– Һеҙ бында ни эшләйһегеҙ?! – тип ҡысҡырҙым.
Йоҡлап ятҡаны уянды, әммә һөйләшерлек хәлдә түгел ине. “Тәмәкесе” менән аңлашам.
– Ә... бына рамды... әҙерәк тап килтерҙек...
– Ә ни өсөн “тап килтерҙегеҙ”, унда теүәл үлсәм булырға тейеш. Эш башлар алдынан һеҙ уны үлсәнегеҙ! Ни өсөн ҡаҙаҡтар менән? Был типтағы рам елем менән беркетелә!
– Ә... былай тиҙерәк... ә ҡаҙаҡ баштарын һуңынан буяп ҡуябыҙ...
– Ә ишек ни өсөн иҙәнгә етмәй? Мин “тулы бейеклеккә” заказ бирҙем!
– Ә... Ә беҙ уйланыҡ... иҫке ишектең тупһаһы бар бит, үҙгәртеп эшләргә...
– Ә ниңә тартаһығыҙ?
– Ә... Ә нимә? Һин үҙең дә тартаһыңдыр әле?!
– Ни өсөн бөтә ерҙә сүп-сар? Килешеүҙә ап-асыҡ яҙылған: “Сүп-сарҙы бригада таҙарта”.
Артыма боролоп бысҡы онтағы өйөмөнә күрһәтәм.
– Ваҡытынан алда ҡайттың, үҙең йыйыштыр!
Түҙмәнем, “тәмәкесенең” танауына тондорҙом. Теге иҙәнгә ҡоланы, мығырлай: суд, компенсация һ. б.
Бәхетемә, ошо мәлдә фатирға бригада етәксеһе инде. Бер килке аңлашҡандан һуң, “оҫталарҙы” ҡыуып ебәрҙе.

Иртәгәһен яңы бригада килде. Өсәүҙәр. Йәш егеттәр. Тартмайҙар. Һыра – төш көнө генә, үҙҙәре алып килә. Төштән һуң, тынысланып, эшемә киттем. Артабан улымдың “яңылар” менән әңгәмәһе.
– Бында лоджияла кимоно һәм көрән билбау күренә. Күнегәһеңме әллә? Көрән өсөн – респект!
– Эйе. Икенсе йыл. Айкидо!
– Шәп, тик һинең кимоноң айкидо өсөн түгел, ә каратэға. Алыштыр.
– Ә ул минең форма түгел, минең билбау – зәңгәр. Тегеһе – әсәйемдеке!
“Яңылар” һүҙһеҙ ҡала. Ремонтты һөйләшкәндән ике көнгә алда тамамланылар.

И. ҒӘЛЛӘМОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: