-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Күлдәк йыртып баш ямайҙар йәки еңдәштәр

Кисә кис йоҡларға ятҡан Фәрәй бөгөн төш еткәс кенә уянды. Ул бысранып бөткән кейемдә ҡаҡ иҙәндә ята ине. Ах та ух килеп тороп ул­тырҙы, баш бишкә ярылыр­ҙай булып ауырта, сытыр-сытыр сатнаған тауышы хатта үҙенә ишетелә.

Күлдәк йыртып баш ямайҙар йәки еңдәштәр
Күлдәк йыртып баш ямайҙар йәки еңдәштәр

Аяҡҡа баҫырға ҡуҙғалғайны, башы әйләнеп, күңеле болғанып, хорхолдатып ҡоҫоп ебәрҙе. Өйгә түҙеп торғоһоҙ һаҫыҡ еҫ таралды.
– Бибигөлкәйем, – тине ул ишетелер-ишетелмәҫ тауыш менән, – Гөлкәйгенәм, үләм шикелле, әллә бәхилләшә­йекме, әллә ауыртҡан башты ямарлыҡ нәмә табып бирә­һеңме? Уф, йөрәгем! Уф, башым! Уф, Аллам!.. Ой-ой…
Тик уның Бибигөл­кәйгенә­һе өйҙә юҡ ине шул. Ишек тыштан йоҙаҡланған. Фәрәй өйҙөң барлыҡ мөйөштәрен ҡапшап-һәрмәп сыҡты, баш ямап төҙәтерлек бер ни ҙә тапманы.
Гөлкәйемдең запастары баҙҙа була торғайны, тип Фәрәй ҡапҡасты асып, баҫ­ҡысҡа баҫыуы булды, сереп бөткән нәмә шатыр-шотор емерелде, ул лап итеп барып төштө. Йығылғанды түбәлә, тигәндәй, ауыртҡан баш, ҡаты ергә бәрелеп, бер аҙ иҫе китеп ятты.
Иҫенә килгәс тә, үҙенең ҡайҙа икәнен дә аңламай ине әле. Көс-хәл менән тороп ултырҙы һәм, ике йоҙ­роғон юғары күтәреп, ҡыс­ҡыр­маҡсы булды: “Ну, Гөл­кәйем, погоди!” Тик тауышы үҙенән йыраҡ китмәне, ҡыл ҡыбырлатырлыҡ та көсө ҡалмағайны.
Баҫҡыс терәлгән баҙ ҡап­ҡасы ябылғас, дөм ҡараңғы ине. Фәрәй, ҡайһы яҡҡа ла барырға белмәй, аптырап ҡалды. Абына-һөрөнә, бәре­лә-һуғыла һәрмәнеп йөрөй торғас, ул сепрәккә төрөлгән ҙур шешәгә барып төртөлдө лә шатлығынан ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ура! Йәшәйбеҙ икән әле!
Шешәне ҡосаҡлап, үбеп алды, ҡулдарын йәйеп, таҡ­маҡлап, ҡараңғы булһа ла тыпырҙатып бейеп тә маташты:
Әй, кумышка, кумышка,
Эсең тулы көмөшкә.
Көмөшкәһен эсер инек,
Ҡайҙа икән көрөшкә? Их-ма!
Көрөшкәне, рюмочканы ҡайҙан табырға һуң? Баҙҙан сығып булмай.
Тышта урам ҡапҡаһы шы­ғырлап асылған тауыш ише­телгәндәй булды Фәрәйгә. Ысынлап та, ҡапҡанан лыбыр-лыбыр һөйләшеп, ше­шә­­ләштәре Шәрәй менән Гәрәй кереп килә ине. Улар кисә өсәүләп өс мәртәбә ултырып “на троих сообразили”. Ә бөгөн өсөһө лә ватыҡ, баштарын нисек ямарға белмәй интегеп йөрөйҙәр.
Баҙҙан Фәрәйҙең тауышы килә:
– Шатланығыҙ, егеттәр, таптым тегене! На троих ҡына түгел, даже 10 тапҡыр на троих сообразить, – тип маҡтанды. – Тик бутылка ауыҙына стакан түгел, хатта рюмка ла һыймай, ни эшләйбеҙ?
Уйға ҡалдылар.
– Эврика! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Гәрәй, – өсөбөҙҙөң өс ҡулъяулығын ялғайбыҙ, бер осон шешә ауыҙына тығабыҙ, икенсе осон ауыҙға ҡабабыҙ. Нисек, шәп була бит, ә…
– Үҙең генә ҡабырһың маңҡалы ҡулъяулығыңды, маңҡаң тәмле булһын… – тип ҡаршы төштө тәҡдимгә Шәрәй. – Минеңсә, иң уңай­лыһы – салбар балағы.
– Салбар балағы һыймай ул шешә ауыҙына. Һинең тауыҡ башыңа һыйыр ине лә ул, тик һин уны үҙең генә һемереп бөтөр инең, шарт­ла­уың бар, – тине Фәрәй. – Давай, былай итәйек: күл­дәктәребеҙҙең берәр еңен йыртып алайыҡ. Шунан ҡал­ғанын үҙегеҙ беләһегеҙ. Тик бына сепрәктәрҙе тышҡы яҡтан баҙға нисек үткә­рергә?
Быны ла тиҙ хәл иттеләр. Өй нигеҙенең ике бүрәнәһе ярығынан баҙға беленер-беленмәҫ кенә төшкән көн яҡтыһын шәйләп алды Фәрәй. Шәрәй менән Гәрәй аҙбарҙан осло тимер көрәк табып алып килеп, шул ярыҡты төрткөләне. Серей башлаған бүрәнәләр тиҙ биреште, ярыҡ барлыҡҡа килде. Гәрәй, күлдәгенең бер еңен йыртып алып, ярыҡ аша Фәрәйгә бирҙе. Шәрәй, күлдәкһеҙ генә һырма кейеп килгән. Ул тиҙ генә бәҙрәфкә барып, унда трусигын сисеп, Фәрәйгә килтереп бирҙе. Тегеһе бик ныҡ асыуланып, трусикты йыртҡылап ырғытты.
– Шәрәй дуҫ, уфтанма, – тип йыуатты Гәрәй, – икебеҙгә бер ең етә ул, алмашлап һурырбыҙ.
Шулай итеп, еңдәштәр ҡыҙыу эшкә тотондо. Баҙҙа Фәрәй еңде шешәләге көмөшкәгә батырып ала ла, ярыҡ аша тышҡа бирә, ә тыштағылар уны ауыҙына ҡабып һура. Шәрәй менән Гәрәй икеһенә бер ең имә, ә Фәрәйҙең бер үҙенә бер ең. Кемдең ҡулында – шуның ауыҙында, тигәндәре дөрөҫ ул.

Иҙрис ВӘЛИШИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: