Ул бишенсе ҡатта йәшәй, аҫта – асфальтлы парковка. Ватылһын өсөн кокосты шунда ырғытырға уйлай. Ҡараңғы төшкәнен көтә, урамда бер кем дә булмаясаҡ. Парковкаға ут үткәрелгән. Ҡағыҙға: “Кокосты ашамаҫҡа!” – тип яҙа ла, аҫҡа төшөп, уны асфальтҡа һала. Кире менгәс, кокосты бар көсөнә тәҙрәнән ырғыта. Яңынан тышҡа сыҡһа, асфальтта ҡағыҙ янында бер егет ултыра. Шаңҡыған, әммә үҙ аңында. Ә ҡулында кокос. Ватылмаған. Ҡыҙ “Ашығыс ярҙам”ға шылтырата, егет менән дауаханаға бара. Шунда танышалар ҙа.
Ирҙең һүҙҙәренән: “Өйгә ҡайтып барам, бер кемгә лә теймәйем. Асфальтта яҙыу күреп ҡалдым, уҡыйым: “Кокосты ашамаҫҡа!” Туҡтап, тирә-яғыма ҡарандым. Бер кем дә юҡ. Бер минут үттеме-юҡмы, юғарынан һыҙғырыу ишетелде. Артабан бер ни ҙә хәтерләмәйем. Аңыма килгәндә өйләнгәйнем инде”.
Ә кокос әле лә уларҙың сервантында тора. Ватылмаған килеш.
Б. СӘЛМӘНОВА.
Фото: irecommend.ru