-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кактус

Был хәлгә күп йылдар үтте. Ул ваҡытта бишенсе класта уҡый инем.

Кактус
Кактус

Былай булды. Һөйөклө әсәйҙәребеҙҙең һәм әхи­рәт­тә­ребеҙҙең яҙғы байрамы етте. Уйға ҡалдым: күрше парталағы күҙем төшөп йөрөгән Светкаға нимә бүләк итеп шаҡ ҡаты­рырға икән? Ҡарашым тәҙ­рә төбөнә төшкәнсе оҙаҡ уйланым. Ә унда яратҡан кактусым сәскә атып ултыра. Ҙур аҡ сәскәһе нимәһе менәндер лилиәгә тартым. Моғайын, Светкаға оҡшар.
8 март – Халыҡ-ара ҡа­тын-ҡыҙҙар көнөнөң иртә­һе тыуҙы. Иртәрәк тороп, кактусты сәскәләре һын­маҫ­лыҡ итеп төрҙөм. Мәк­тәпкә алданыраҡ барып, уны парта аҫтына йәшер­ҙем.
Беренсе дәрескә ҡыңғы­рау шылтыраны. Ботаника уҡытыусы Мәрйәм апай урындан ғына өҫтәмә һо­рауға яуап бирергә баҫ­тырҙы. Әйткәндәй, миңә был предмет оҡшай ине. Тороп баҫтым да белгә­немде һөйләп бирҙем. Ә дуҫым Вәли шул арала шым ғына бүләгемде алған да партаға, асыҡлабыраҡ әйткәндә, ултыра торған ер­гә ҡуйған. Шунда минең менән уңайһыҙ хәл булды ла инде! Ултырыу менән ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Күргә­негеҙ барҙыр, кактустың энәләре осло һәм оҙон. Шунан минең хәлде күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ инде.
Дуҫым этләшһә лә Светка барыбер бүләкһеҙ ҡал­маны. Дәрестәр бөткәс, өйҙәге икенсе кактусты бирҙем. Сәскәләре, тәүге­һе кеүек, әллә ни бай бул­маһа ла оҡшатты.

А. ЯҠШЫБАЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: