-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Этебеҙ буласаҡ

Был ҡыҙыҡ хәлгә ғаиләбеҙ менән был­тыр юлыҡтыҡ, беҙ уны йыш иҫкә төшөрәбеҙ һәм оҙаҡ көләбеҙ

Этебеҙ буласаҡ
Этебеҙ буласаҡ

8 Март байрамына ҡатыныма ниндәй бүләк әҙерләргә икән, тип оҙаҡ баш ваттым. Уйлай торғас, барыбер таптым. Беҙ ғаиләле кешеләр, ике балабыҙ бар: береһенә – биш, икенсеһенә ете йәш. Шуға күрә ресторанға йыш йөрөй алмайбыҙ. Сәскәләр алыуҙан тыш, ҡатынымды һәм балаларымды ресто­ранға саҡырырға булдым.
Ҡатыным һәйбәт, ләкин ҡарун. Был юлы ла шул арҡала көлкөгә ҡалдыҡ.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө тыуҙы. Ресторанға барҙыҡ, өҫтәлдәр артынан урын алдыҡ, официантты көтәбеҙ.
– Хәйерле кис! Исемем Константин, мин һеҙҙең ҡарамаҡта.
– Һаумыһығыҙ.
– Менюны өйрәнегеҙ, 15 минуттан килермен.
Ул беҙгә төрлө ризыҡтар килтерҙе. Ашаныҡ, бик тәмле булды. Кисә аҙа­ғында иҫәп-хисап яһарға яныбыҙға официант килде. Ҡатыным уға үтенес менән мөрәжәғәт итте:
– Ҡалған аҙыҡ-түлекте беҙҙең яратҡан этебеҙгә төрөп бирегеҙ әле.
Балаларыбыҙ ҡыуанды. “Ура, ниһайәт, беҙҙең этебеҙ буласаҡ”, – тип ҡысҡырҙы

Р. БАТЫРҠАЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: