-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәшлек гонаһы

Элеккене иҫкә төшөрөп… Йәшлектәге гонаһым өсөн тәүбәгә килергә ваҡыт етте шикелле. Университетта уҡығанда ятаҡта йәшәнем, гел ас йөрөнөм, сөнки башҡа­лар­ҙыҡы һымаҡ тотороҡло эшем юҡ ине.

Йәшлек гонаһы
Йәшлек гонаһы

Даими рәүештә ҡан тапшырҙым, ләкин быны эш хаҡы тип атап булмай. Ул тиндәр арзанға ғына ашатҡан студенттар ашханаһына ла етмәне. Әммә гонаһ ҡылған теге көндә кеҫәмдәге һуңғы тиндәрҙе иҫәпләнем дә ҡор­һағыма байрам ойошторорға ашхананың ишеген астым. Икенсе блюдонан әлеге лә баяғы аҡса етмәгәнлектән, баш тартырға тура килде, ҡайнар щиҙан – бер ваҡытта ла.
Щиҙы уйсан, хыялға батҡан йыуан апай бирә. Уның уң яғында – ҙур кәстрүл, өҫкө кәштәлә – буш тәрилкәләр, һул яғында туралған ит һа­лынған тәрилкә. Ас студентты хеҙмәтләндергәндә ашнаҡсы буш тәрилкә ала, унда бер киҫәк ит ташлай, шунан ике сүмес шыйыҡ щи һала.
Бына минең дә сират етте. Апай, ғәҙәттәгесә, ҡайҙалыр алыҫҡа ҡарай-ҡарай тәрил­кәгә ике сүмес щи һалды. Буш тәрилкәгә түгел, ә итлеһенә! Мин төкөрөгөмдө һәм намы­ҫымды йоттом, шым ғына батмусты алдым да, рәхәтләнеп тығынырға ҡамасаулама­һын­дар өсөн төпкөлдәге өҫтәлгә барып ултырҙым. Ашнаҡсыға артым менән. Ҡабалана-ҡар­һалана әллә 25, әллә 30 киҫәк ит ашаным.
Һәйбәт ҡылыҡ түгел, әл­биттә. Аллаһы Тәғәләнең ҡә­һәре төштө: башҡаса бындай бәхеткә тейенә алманым.

Ф. СЫРТЛАНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: