Кәмәләрҙе ярға сығарып бәйләп ҡуйғандан һуң, усаҡ яғып, сәй ҡайнатып, фонарь яҡтыһында тамаҡ ялғарға ултырыштыҡ.
Тамаҡ ялғап алғандан һуң, Николай Иванович һүҙ башланы:
– Анекдоттар ул, егеттәр, бөтәһе лә ысынбарлыҡтан алына. Тормошта ҡыҙыҡ ваҡиғалар һәр көндө тиерлек осрап тора. Минең менән дә шундай ҡыҙыҡ хәл булды. Былтыр ике егет менән Һаҙ күленә балыҡҡа барғайныҡ. Тәүҙәрәк балыҡ арыу ғына ҡапһа ла, төшкә табан бөтөнләй сиртмәй башланы.
Николай Иванович һөйләүенән туҡтап, тамағын ҡырып алғандан һуң, стакандан бер йотом сәй ҡапты ла, һүҙен дауам итте:
– Ҡояш ҡыҙҙыра, йылы. Сергей ултырған ерендә йоҡомһорап китте. Беҙ Витя менән сиртмәҫме икән, тип ултырабыҙ. Тегеләй ҙә һалып ҡарайбыҙ, былай ҙа осорабыҙ – юҡ, файҙаһыҙ. Шул саҡ Витяның ҡармағы һыу төбөндәге үләнгә эләкте. Япон ҡармағын әрәм итмәҫ өсөн, ул әкрен генә һыуға төшөп, уны ысҡындырырға уйланы. Мин эш юҡтан Витяны күҙәтеп ултырам. Ҡармағын ысҡындырғас, йоҡомһорап ултырған Сергейҙы ҡурҡытыу ниәте менән, ул миңә бармағы менән ымлап күрһәтте лә, уға табан һаҡ ҡына йөҙөп китте. Кәмәгә килеп етәрәк сумды. Мин шул саҡ: “Сергей, һыу эйәһе! Ҡара әле, ҡара!” – тип төртөп күрһәтә башланым. Күҙен яңы ғына асҡан Сергей алдына күл төбөнән үләндәр йәбешкән Витя килеп сыҡты. Йоҡоһонан уянып та етмәгән Сергей тиҙ генә ишкәген алды ла Витяның башына тондорҙо.
– Витя менән ни булды?
– Нимә булһын, аҙна буйы «мөгөҙ» менән йөрөнө, – тип ҡуйҙы оҙон-оҙаҡ һөйләргә яратмаған Николай Иванович.
Тирә-яҡты яңғыратып ҡысҡырып көлгән тауыш яңғыраны. Бер аҙҙан, халыҡ көлөүҙән туҡтағас, Юра:
– Егеттәр, мин дә үҙемдең баштан үткән бер ваҡиғаны һөйләп китәйем әле, – тип беҙҙән рөхсәт һорағандай итте. – Мин фотосалонға эшкә урынлашҡан йылды булды был хәл. Минең атай, күптәнге пенсионер, ғүмер буйына йыйған аҡсаһына ҡулдан иҫке генә «Жигули» һатып алды. Эсенә шатлығы һыймаған атай, машинаһына туҙан да ҡундырмай, гаражда тотто. Үҙе руль артына ултырырға ҡурҡа, ә беҙгә бирмәй,правағыҙ юҡ, ти.
Шулай бер көндө, ҡулға әҙерәк керем кергәс, кеҫәгә ярты ҡыҫтырып киттем атай янына, гаражға. Минең күстәнәс менән килгәнде күргәс, атайҙың ауыҙы йырылды. Миңә рәхмәттәр уҡый-уҡый капот өҫтөнә гәзит йәйеп, үҙенә тип алып килгән төшкө аҙығын шунда теҙеп ҡуйҙы. Күптән күрешмәгән кешеләр кеүек, һүҙгә-һүҙ ялғап бушаттыҡ теге шешәне.
Эскә төшкән шайтан һыуы башты әйләндереп ебәрҙе, бының менән генә булмай, тағы бер “ялтыр баш” кәрәклеген иҫбат иткәндәй, танауҙы ҡытыҡлай башланы. Шул саҡ атай миңә:
– Давай, ултыр машинаға, – тип ишекте асты.
– Һин тағы нимә уйлап сығарҙың?..
Атай, минең ултырғанды ла көтмәй, машинаһын гараждан сығарҙы. Йәштәрсә, етеҙ генә машинаһынан төшөп, гараж ишеген бикләгәс, ҡалаға табан юл тоттоҡ.
– Ә ГАИ?!
– ГАИ, улым, ҡарт-ҡороно туҡтатмай ул, – тип, ул миңә ҡарап йылмайып ҡуйҙы.
Их, елдерәбеҙ генә! Атайҙың етеҙ хәрәкәт яһауҙары мине шатландырһа ла, машинаны ул түгел, ә 40 градуслы эскә төшкән шайтан һыуының алып барыуы көн кеүек асыҡ ине..
Магазинына ла күп ҡалмағайны инде. Ҡайҙан килеп сыҡты ҡәһәр төшкөрө был инспекторы! Беҙҙе туҡтатҡас, ҡулын козырегына тeйҙереп инспектор үҙе менән таныштырҙы.
– Инспектор Иванов. Ваши права, папаша! – тине.
Атай ҙа инспектор хәрәкәттәрен ҡабатлап, ҡулын маңлайына тeйҙереп алды. Инспектор праваны ентекләп ҡарағандан һуң, атайҙың ай кеүек балҡыған йөҙөнә күҙ һалып:
– Һеҙ, папаша, иҫерек бит!.. – тип көтмәгәндә әйтеп ҡуйҙы.
«Килеп етттек, былай булғас», тип уйланым эстән генә. Ә атай, бер ни булмағандай:
– Мин, улым, был зәхмәткә айныҡ баш менән ултырырға ҡурҡам шул, – тип асыҡтан-асыҡ әйтеп һалды.
Инспектор «пырх» итеп көлөп ебәрҙе, бер ни ҡәҙәр көлгәндән һуң, атайға документтарын ҡайтарып бирҙе. Атай профессионалдарса урынынан ҡуҙғалып киткәндә лә, инспектор башын сайҡай-сайҡай көлөүенән тыйыла алмай тороп ҡалды.
– Да, улым, бында туҡтап булмай инде. Әйҙә, йылға аръяғындағы магазинға барайыҡ, – тип юлын дауам итте ул.
Баҙарҙы үтеп, Ашҡаҙар йылғаһы аша һалынған ағас күпергә боролдоҡ. Күпергә етәрәк юл уртаһында ниндәйҙер таҡта киҫәктәре, юл тамғалары осраны. Атай юл ремонтлаусыларҙы һүгә-һүгә алға елде. Машина менән һыуға килеп төшкәс кенә беҙ эштең ниҙә икәнен аңлап алдыҡ. Яңы күпер һалынып бөткәндән һуң, иҫкеһен бер аҙна элек һүтеп ташлағандар икән, – тип һүҙен бөтөрҙө Юра.
– Ә нисек һыуҙан сыҡтығыҙ! – тип һорап ҡуйҙы Борис дуҫ.
– Ишек быялалары төшкән булыуы беҙҙе ҡотҡарҙы. Һушыбыҙҙы йыйғансы машина һыу төбөнә китте. Машинаға һыу тулғас, йөҙөп сыҡтыҡ. Ә машинаны икенсе көндө генә сығара алдыҡ, – тип ҡыҙыҡлы әңгәмәһен тамамланы Юра.
Л. ҒӘЛИЕВ.