Алъяпҡыс кейеп алғанмын да аш-һыу әҙерләү менән булышам. Бына бер өҫтәлдә хәрби кейем кейгән күрмәлекле генә егет ултыра.
– Танышайыҡмы? – тип миңә һүҙ ҡуша.
– Юҡ, – тием ҡырт киҫеп. – Былай ҙа өлгөрә алмайым.
Ҡапыл уянып киттем. Әлдә төш икән. Шул көндө таныш димсе апай шылтырата:
– Һине бер һәйбәт егет менән таныштырырға теләйем. Телефоныңды бирәйемме?
– Ярай, – тип ризалашам.
Ул егете лә оҙаҡ көттөрмәй, тиҙ арала бәйләнешкә инеп, ҡайҙа, ҡасан осрашыуыбыҙҙы билдәләй. «Мир» сауҙа-күңел асыу үҙәгенең дүртенсе ҡатындағы ресторанда, киске сәғәт етелә.
Ниндәйерәк кеше икән? Оҡшармы? Тулҡынланам. Әхирәттәремә лә был хаҡта әйтеп ҡуйҙым. Ҡайтҡас, барыһын түкмәй-сәсмәй һөйләрһең, тиҙәр.
Кис етте. Көткән ваҡыт та. Оҙон сәсле, 45-тән уҙған ир заты булып сыҡты. Ресторанға үттек.
– Һеҙгә һыумы әллә сәйме? Берәй нәмә ҡушып алырға кәрәкме? – ти был миңә.
Ҡалай ҡыҙыҡ, кеше һыу эсер өсөн дә ресторанға килә микән ни?
– Сәй менән пирожный, – тием.
Яңы танышыма бөгөн күргән төшөмдө һөйләп алам. Ул йылмайып ҡына ҡуйҙы. Үҙем тураһында һөйләйем, уның тураһында ла һорашам.
– Бик фәҡирмен инде. Миндә аҡса бер муҡса түгел. Бер уйлаһаң, нимәгә инде миңә? Ҡатыным, балаларым юҡ. Уларҙы ҡарарға, кейендерергә түгел. Үҙемә ни, етә. Магазинда әйберҙәрҙең иң арзанын ғына һайлайым. Ашарға ла осһоҙон ғына алам. Сәй бөтөнләй эсмәйем. Һыу ғына эсәм. Бик файҙалы. Бер аҙ эшләп алам да, аҡсам бөткәнсе, өйҙә телик ҡарап тик ятам. Бер нимә эшләмәйем. Бик-бик аҡсам бөтһә, Санкт-Петербургҡа барып эшләп ҡайтам, – ти.
– Ундай кешене беренсегә күреүем. Бик ҡыҙыҡ, – тием.
– Шулай тормош көткән булам инде.
– Эй, улай йәшәү ҡыҙыҡ түгел дә инде, ниндәйҙер маҡсат ҡуйып йәшәмәгәс. Мин, мәҫәлән, бер эштән ҡайтҡас, аҡса булһын тип, икенсе эшкә йүгерәм.
– Һеҙҙең улығыҙ бар ҙа инде. Уның өсөн йәшәйһегеҙҙер. Миңә ни.
– Ә нисек аҡса эшләйһегеҙ?
– Кеше талайым.
– Уф, етте. Инде миңә кеше талаусы ғына етмәгәйне, – тип, һөйләшеп ултырыуыбыҙға ярты сәғәт тә булмай, әйберҙәремде алып, ҡайтырға йыйынам. Үҙемдең күҙҙәремдән сөбөрләп йәш аға. Илауҙан туҡтай алмайым. Димсе апай шул хәтлем үҙен маҡтағайны, әллә ниндәй бәндә булып сыҡты.
– Туҡтап тороғоҙ инде, шаярттым. Төшөгөҙ дөрөҫ булған,– ти.
– Ишетергә лә, һеҙҙе күрергә лә теләмәйем.
Ул да һыуын эсеп бөтөр-бөтмәҫ минең арттан эйәрҙе. Ысынлап та, кеше талаусы булып ҡуйһа тип, өйгә ул көндө бөтөнләй икенсе яҡтан урап ҡайттым.
Ҡайтҡас та, әллә күпме тыныслана алмай йонсоном. Яңы танышымдың телефон номерын да тиҙ арала ҡара исемлеккә индереп ҡуйҙым.
– Башҡа мине кеше талаусылар менән таныштырмағыҙ! – тип димсе апайға ла шылтыратам.
– Ул насар кеше түгел бит ул. Үҙенең эше бар. Бер нисә йыл һеңлеһе менән шөғөлләнәләр. Күп ҡыҙҙар аҡса тип үлеп барғанға, һине тикшереп ҡарарға уйлаған. Бер башҡорт концерт-байрамдарын ҡалдырмай, төрлө ойоштороу эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Етмәһә, эшҡыуар, – ти.
Димсе апай күпме генә маҡтаһа ла миңә ул, бына-бына килеп инеп, барлы-юҡлы бөтә әйберҙәремде, аҡсамды талап китер кеүек тойолдо.
Гөлназ ШЕЙХ.