-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Шкаф эсендә

(Хикәйә) Ҡыҙыҡ өсөн дәрес башланыр алдынан шкафҡа инеп йәшендем. Бесәй булып ҡысҡырып, класташтарымды көлдөрмәксе булдым.

Шкаф эсендә
Шкаф эсендә

Дәрес башланғанын көтөп, шифоньер эсендә ултыра торғас, йоҡлап киткәнмен. Уянып китһәм, класс тып-тын. Тишектән ҡараһам, берәү ҙә юҡ. Әллә ҡайтып киткәндәр инде? Шкаф ишеген төртөп ебәргәйнем, ул бикле булып сыҡты.
Шкаф эсендә ҡараңғы, ет­мәһә, тын алыуы ҡыйын. Әҙерәк баҫып торам да, шунан ултырып аяҡтарҙы ял иттереп алам. Ныҡ ҡурҡыныс булып китте, ҡапыл ҡысҡырып ебәр­ҙем:
– Эй-эй-эй! Мин шкаф эсендә. Зинһар, ярҙам итегеҙ!
Шунан әҙерәк тыңлап тор­ҙом, тып-тын. Әйтерһең дә, мәктәптә минән башҡа бер кем дә юҡ. Ҡурҡыштан дер-дер ҡалтырай башланым.
Шулай ултыра торғас, кем­деңдер аяҡ тауышы ише­телгәндәй булды. Мин түҙ­мәнем, тағы һөрән һалырға тотондом:
– Эй, иптәштәр! Мин шкаф эсендә! Ярҙам итегеҙ! Зинһар, мине сығарығыҙ!..
Кемдер миңә табан килгән һымаҡ тойолдо.
– Кем бында? – тип бөтә мәктәпте яңғыратты ул.
Йыйыштырыусы апайҙы танып, уға өндәштем:
– Сәлимә апай, мин бында! Шкаф эсендә! Асып ҡына сығарығыҙ инде!...
Йыйыштырыусыбыҙ үҙ алдына нимәлер һөйләнеп торҙо ла, ҡапыл ғына китеп юғалды. Мин үҙемсә асҡыс артынан киткәндер инде, тип уйланым.
Бер нисә минуттан яңынан аяҡ тауыштары ишетелде. Ул беҙҙең мәктәп директоры… Ғәли Бикмәтов ағай булып сыҡты.
Директорыбыҙ үҙенең ғә­ҙә­тенсә бармағы менән шкафҡа туҡылдатып:
– Әй, кем унда? – тип һора­ны..
Мин ҡурҡыштан тағы ла көслөрәк ҡысҡырып ебәрҙем:
– Мин, мин бында! Бында…
– Һин кем? – тип һораны директорыбыҙ.
– Мин… Илдар…
– Ни өсөн шкаф эсенә ин­дең?
– Мине бикләп киткәндәр… Әҙерәк класташтарымды шаяртып алырға уйлағайным.
Мәктәп директоры йыйыш­тырыусыға асҡысты табып алып килергә ҡушты.
Шкаф тишегенән директо­рыбыҙҙың йөҙөн күрҙем. Ул бик уҫал һәм уйсан ине.
– Бына бит шаянлыҡ һине ниндәй хәлгә төшөргән! – тип һөйләнде ул. – Ата-әсәңә лә хәбәр итергә тура киләсәк. Улар һинең башыңдан һый­памаҫ….
Шунда шкаф эсенән юҡҡа сыҡҡым килде. Әгәр сихырсы булһам, әкиәттәрҙәге мөғ­жизәле балаҫҡа ултырып осоп ҡына сығыр инем, тип хыялландым.
– Әй, һин, Илдар?.. – тигән тауыш уйҙарымды бүлдерҙе.
– Ниңә өндәшмәйһең әле?
– Тереме һин?
– Көт, тиҙҙән асырбыҙ…
– Әйт әле, ни өсөн һин шкаф­ҡа инеп ҡастың?
Мин өнһөҙ генә ултыра бирҙем. Бесәй булып ҡыс­ҡырыр өсөн шкафҡа ингәй­нем, йоҡлап киткәнмен, ет­мәһә, бикләгәндәр, тип әйт­һәм, бөтә класс эсен тырнап кө­ләсәген күҙ алдына килтер­ҙем дә баҫҡан урынымда, башымды түбән эйеп, тора бирҙем.

Л. МӘЖИТОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: