+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Бүре, ҡусҡар һәм һағыҙаҡтар

(Француз әкиәте)Бер саҡ бүре урманда ҡусҡарҙың аяғына баҫҡан.– Ниндәй яуыз һин, бүре! – тигән ҡусҡар. – Ниңә кескәйҙәрҙе ҡыйырһытаһың? Ә бит мин һинән дә етеҙерәк йүгерә алам! Иртәгә иртән ошонда кил, ана теге йылға ярына ҡәҙәр кем алдан барып етә, шул еңеүсе була.

Бүре, ҡусҡар һәм һағыҙаҡтар
Бүре, ҡусҡар һәм һағыҙаҡтар

– Ярай, килермен, меҫкен зат, һиңәме һуң мине уҙырға?! – тип көлгән бүре. Һәм ары киткән. Бер аҙ барғас, һағыҙаҡ ояһына баҫҡан.
– Ниндәй яуыз һин, бүре! – тигән һа­ғыҙаҡтар. – Ниңә кескәйҙәрҙе ҡыйыр­һытаһың? Ә бит беҙ һинән дә көслөрәк. Беҙ һине йылғаға батыра алабыҙ хатта! Иртәгә иртән ошонда кил, көс һынашып ҡарарбыҙ!
– Ярай, килермен, бахыр заттар, һеҙ­гәме һуң минең менән алышырға?! – тип көлгән бүре.
Бүре киткәс, ҡус­ҡар һағыҙаҡтарға былай тигән:
– Иртәгә иртән бө­тәгеҙ бергә йыйы­лығыҙ ҙа, йылға бу­йындағы таллыҡҡа йә­шенегеҙ. Мин дә үҙемдең дуҫтарыма хәбәр бирермен. Беҙ бүрене йылға буйына килтереп еткергәс, уның өҫтөнә ташланығыҙ, ул мотлаҡ йылғаға сумырға мәжбүр буласаҡ.
Ҡусҡар үҙенең дуҫтарын биш аҙым һайын йылғаға ҡәҙәр теҙеп сыҡҡан. Икенсе көндө иртән бүре, һөйләшелгән урынға килгәс:
– Һин бындамы, ҡусҡар? – тип һораған.
– Бында, әйҙә, бәйгене башлайбыҙ!
Бүре йән фарман сабып киткән. Биш аҙым һайын теҙелгән ҡусҡарҙар, бер-бер артлы: “Мин бында! Мин бында!” – тип ҡысҡыра икән. Бүре йылға ярына килеп етеү менән, һағыҙаҡтар уны һырып алған да, сағырға тотонған. Бүре, ауыр­тыуға түҙмәй, һыуға һикергән. Мороно ғына күренеп тора икән. Һағыҙаҡтар уның моронон да саға икән. Ниһайәт, яуыз бүре батып үлгән, ти. Ҡусҡарҙар һәм һа­ғыҙаҡтар, бер бәләнән ҡотолоу­ҙарына ҡыуанып, урманға ҡайтып киткән.
Эйе, берҙәмлек булғанда, теләһә нин­дәй дошманды еңеп була икән шул.

Мәхмүт МӘСӘҒҮТОВ.  

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: