+14 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл

Шахматсылар шаяра

Ҡотолғоһоҙ позиция ХХ быуат башында “Гамбит” тигән Лондон кафеһында бик күңелһеҙ ваҡиға була: уйнап ултырған еренән шахматсыларҙың береһе үлеп китә. Уйынсылар, әлбиттә, бошаманға ҡала, бинала ҡайғылы тынлыҡ урынлаша.

Шахматсылар шаяраШахматсылар шаяра
Шахматсылар шаяра

Шул саҡ кафеға даими йөрөүселәрҙең береһе, мәрхүм уйнаған шахмат таҡтаһындағы позицияға күҙ һала ла:
– Ҡайғырмағыҙ, егеттәр, был әҙәм барыбер еңелгән булыр ине, – ти.

Тиҫкәре ярҙам

Зайганов тигән бер психолог­тың шахмат турнирҙарында теге йәки был шахматсыға психологик ярҙам күрһәтергә маташҡан ғә­ҙәте булған. Әммә уны йыш ҡына, рөхсәт ителмәгән ысулдар ҡул­лан­ғаны өсөн, ҡыуып сығарғандар. Һәм был бер сәбәпһеҙгә түгел. Әйтәйек, заманында ул Корчнойға Карповты еңергә булышмаҡсы булған. Ул Корчнойға бындай кә­ңәш биргән: “Беренсе йөрөштө яһа ла, бүлмәнән сығып кит. Бер нисә минуттан кер ҙә, Карповты үҙеңде сәләмләргә мәжбүр ит. Шул юл менән тегенең иғтибарын уйындан ситләштер”. Бына шундай психологик трюк!
Әммә, аңлашыла ки, Зайганов­тың хәйләләре ярҙам итмәй, Корчной еңелә. Унан һуң был “тылсымсы” Карпов яғына күсә. Әммә Карпов Каспаровтан еңе­лә...
Шулай итеп, Зайганов бер шах­матсыға ярҙам итә, ә уға ҡаршы көрәшеүсе шахматсы... еңә! Психологтың уйынға ҡыҫылыуы – тиҫкәре ярҙамға әйләнә. Уникаль фәнни һөҙөмтә!

Оҡшашлыҡ

Ленинград шағиры Семен Ботвинник йәш сағында донъя чемпионы Виктор Корчнойға бик ныҡ оҡшаған була. Шахмат һөйөү­селәр, уны күреү менән, йыш ҡына:
– Ғәфү итегеҙ, Һеҙ Корчной түгелме? – тип һорай.
Шағир быға үпкәләп: “Юҡ, яңылышаһығыҙ. Мин – Ботвинник!” – тип яуаплай.
Ҡыҙыҡһыныусылар, Корчнойҙы күрмәһәк тә, донъя чемпионы Ботвинникты күрҙек әле, тип шатланғандыр инде.

Римат ШАХНАЗАРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас