+13 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл

Шеш

Уйнарға сығып киткән ете йәштәр тирәһендәге малай урамдан үтә лә ҡәнәғәт, ләкин баштан-аяҡ бысранып ҡайта. Уны шунда уҡ ваннаға йыуынырға индереп ебәрәләр.

ШешШеш
Шеш

Малай хәҙер ҙур инде, үҙе лә йыуына ала, әлбиттә, әммә әсә йөрәге был юлы ниҙер һи­ҙенә. Йыуындырғанда улының ҡалаҡ һөйәгендә яңы барлыҡ­ҡа килгән күкһел төҫтәге нин­дәйҙер сәйер нәмә күреп ҡала. Ҡағыла башлаһа, улы ҡыс­ҡыра, ҡасырға тырыша. Әсә­нең йөҙө ағара, ул шунда уҡ “Ашығыс ярҙам” саҡыра. Тиҙ арала килеп еткән йәш табип күперткегә пинцет менән төрткөләп ҡарай ҙа, ауыр һулап:
– Улығыҙҙы ниндәйҙер бил­дәһеҙ януар тешләгән, поли­клиникаға алып барығыҙ, оҙаҡҡа һуҙмағыҙ, – ти ҙә, бир­гән аҡсаны алып, ишекте яба.
Ирле-бисәле иртән иртүк поликлиникаға килһәләр, талондар бөткән, киләһе аҙнаның аҙағына ғына бар. Аҡса түләп терапевҡа инәләр. Аҡ халатлы ҡатын күперткегә ерәнеп ҡарай ҙа әсәне шелтәләргә тотона:
– Быға тиклем ҡайҙа йө­рөнөгөҙ? Онкологияға оҡша­ған, етмәһә, аҙған да шикелле. Балалар онкодиспансерына йү­нәлтмә бирәм.
Әсәй һушынан яҙған, атай үҙен тынысландырыу өсөн һыра һемергән. Онкодиспан­серҙа һыу буйы сират, киләһе айҙа ғына эләгергә мөмкин. Көнөндә үк ҡабул итһендәр һәм анализдарҙы эшләһендәр өсөн, аҡса түләгәндәр. Табип аҡсаны алып, баланы ҡарағас, төшөн­кө тауыш менән:
– Яман шеш, йөрәк эргәһендә булғанлыҡтан, операция яһарға ярамай, – тигән.
Әсәй тағы ла һушын юғалт­ҡан.
– Һеҙ профессорға күренеп ҡарағыҙ, – тип өмөтләндергән табип. – Бәлки, берәй кәңәш бирер.
Профессорға эләгеү һәм уның лабораторияһында анализ яһа­тыу өсөн тағы ла аҡса түләй­ҙәр. Малайҙы профессорға алып инәләр. Анализ һөҙөм­тә­ләре менән танышҡас, ул мө­ләйем тауыш менән:
– Бына тигән анализдар ме­нән бында ни эшләп йөрөйһө­гөҙ? – тип һораған.
– Бына беҙҙең арҡала... – ти әсәй.
Профессор малайҙың арҡаһын оҙаҡлап тикшерә, бармаҡ­тары менән шешкә баҫҡылап ҡарай. Шунан уны ҡапыл аҡ­тарып ала. Әсәй һуштан яҙып йығыла, малай ҡысҡыра-ҡысҡыра бүлмә буйлап йүгерә. Профессор әсәне һушына кил­терә лә һорау бирә:
– Ни өсөн улығыҙҙы миңә алып килдегеҙ? Арҡаһына йә­бешкән һағыҙ ваҡыт үтеү менән бысранып бөткән.
Бына шундай тамамланыш. Профессор аҡсаны алған. Ниңә алмаһын ти, изге эш өсөн йәл түгел!

Р. ҠЫУЫНДЫҠОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас