+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Йолаһы шундай

Ҡала зыяраты алдындағы ба­ҙар йыл әйләнәһенә эшләй. Кешеләр өҙөлмәй, бигерәк тә ял көндәрендә, дини һәм башҡа байрамдарҙа, ата-әсәләр көнөндә. Кемдер күҙ йәшен түгә, кемдер мәрхүмдең етеһе (ҡырҡы, йыллығы) ай­ҡанлы үткәрелгән табындан зәмзәм һыуы йотоп, ҡыҙмаса килә.

Йолаһы шундайЙолаһы шундай
Йолаһы шундай

– Нимәгә уға был ҡыҙыл сәскәләрҙе һалырға булдығыҙ әле? Бер шешә араҡы, бер ҡап тәмәке алып килергә ине! – тип тиргәне бер ир ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙы.
– Ҡуйсәле, уларҙан был донъяла ла туйған, тегеһендә уға былар кәрәкмәй! – Тегеләр ҡаты торҙо.
– Бәй, әтеү Сашкаға алып ки­лергә ине. Ул бит эсмәне лә, тартманы ла. Эше өҫтәл артында булһа ла, иртән гел йүгерә, физзарядка эшләй ине. Барыбер пенсияға тиклем йәшәй алманы, әй, бахыр. Иммунитеты булманы шул, тормош ауыр­лыҡ­тарын күтәрә алманы. – Теге ир ҡатындарға бирешмәне, үҙ фекеренән ҡайтманы.
Былар сәскә алғас, машиналарында яҡындағы аҙыҡ-түлек магазинына ла һуғылып китте. Белә шул ир-ат: Сашкаға тулы шешә ҡалдырмайҙар, әҙерәк бушаталар...
Ә баҙарҙа һатыусылар ара­һында ыҙғыш ҡупты.
– Ни эшләп минең янға туҡталған машиналағы кеше­ләрҙе үҙеңә саҡырҙың? Тағы шулайтһаң, башыңа биҙрә кейҙерәм!
– Мин саҡырманым, үҙҙәре килде. Уларҙың йөрөп, һайлап алырға хоҡуҡтары юҡмы ни?
Икенсе һатыусы автомо­билдән сығып башҡа яҡҡа киткәндәргә ҡысҡырҙы:
– Һеҙ бит бында туҡтанығыҙ, алығыҙ кәрәк нәмәне минән. Алмаһағыҙ, маши­на­ғыҙҙы бында ҡалдыр­мағыҙ, китегеҙ!
– Ҡара әле, ярты сә­ғәт һайланып йөрөнө анау мужик бисәләр һымаҡ. Һыйыр һатып аламы ни?!
Һатыусылар һатып алыусыларҙың “һөйәк­тәрен йыуа” башланы. Тағы ла кешеләр кү­ренде.
– Бигерәк ҡыйбат һорайһығыҙ ошо кәр­зин өсөн. Башҡа ерҙә күпкә арзаныраҡ. Ҡа­лала ла тере сәскәләр ул тиклем тормай, – тип зарланды бер ҡа­тын.
– Бәй, шунда алырға ине, хаҡтар күтәрелә бит, – тип һатыусы Вәсилә аңлата баш­лағайны, унан арыраҡ торған Валя:
– Иң һәйбәте миндә! Үҙе арзан, – тип ҡысҡырҙы.
Тағы ыҙғыш-талаш китте...
Бында иң тыныс көн – Десантсылар көнө. “Зәңгәр бе­рет”тар ҙа, әйтергә кәрәк, тауышланмай, әҙәпле тота үҙҙә­рен. Һатыусылар ҙа ниңәлер тап ошо байрамды ныҡ ихтирам итә, тауыш-тынһыҙ ғына үҙ эшен башҡара. Ә башҡа көндәрҙә яҡындағы ҡасабала йәшәүселәр әллә нисә йыл инде үҙҙәренә яҡшы таныш тау­ыш­тарҙан уяна. Һатыусылар Вә­силә, Валя иртән иртүк бе­рәйһе менән талашмаһа, ки­лемдәре булмай. Уларҙың йо­лаһы шундай: эш көнөн ыҙғыш менән башларға һәм ыҙғыш менән тамамларға.

Йәмил БУРАНҒОЛОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас